НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 462

Ун ике милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:27


Районыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың тормош-йәшәйешенең йылдан-йыл матурая, йәмләнә, төҙөкләнә барыуына ҡарап ҡыуанам. Беҙҙең яҡта егәрле, ҡулдары алтын кешеләр йәшәй. Шунлыҡтан, һәр мөмкинлекте файҙаланып, тормош-көнкүрешен ипкә килтерергә, аң-белем алырға, зиһенен үҫтерергә, сәләмәтлеген нығытырға, матди хәлен яйға һалырға тырышалар....

Йылдарҙа – беҙҙең тарих
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:10


2000 йыл
Башҡортостанда – Йәштәр йылы
Йылдарҙа – беҙҙең тарихАпрель – «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» йәмғиәтенең Сибай карьерында мәғдәндең 100 миллионынсы тоннаһы табыла.
1 июндә Башҡортостанға Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илселәре һәм дипломатик корпустары хеҙмәткәрҙәре килә. Улар араһында Молдова, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан илселәре була. Ҡунаҡтар «Башҡортостандың БДБ илдәре менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге проблемалары һәм перспективалары» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша....

Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:05


Рәшит ШӘКҮР: «Үҙаллылыҡ барыбер беҙҙең аңыбыҙҙа йәшәй ул»Тарихта сағыу эҙ ҡалдырған, Ваҡыт тулҡындарын бороп, донъя ағымдарын үҙгәрткән ваҡиғалар була. 1990 йылдың 11 октябре – Башҡортостандың ғүмер яҙмаһында иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Шанлы замандарҙың шаһиттары, ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған тарихи шәхестәр һәм тарих тыуҙырыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе – күренекле ғалим, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит ШӘКҮР. Арҙаҡлы шәхес менән, тарихҡа байҡау яһап, ҡайһы бер ҡиммәттәрҙе барлап, бөгөнгөбөҙ тураһында бер аҙ фекер алыштыҡ....

«БЫЛ КӨН БАРЫБЫҘ ӨСӨН ДӘ ҠӘҘЕРЛЕ»
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:00


Луиза ДӘҮЛӘТШИНА, Баймаҡ районының үҙәкләш­терелгән китапханалар селтәре директоры:
– Республика көнө, асылда, Башҡортостан халҡының иң ҙур байрамы, тигән ҡараштамын. Һуңғы йылдарҙағы яҡшы үҙгәрештәр хаҡында әйтмәксемен. Китапханасы булараҡ, ваҡытлы матбуғатта, башҡорт нәшриәтендә булған үҙгәрештәрҙе билдәләмәү мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәте барыбыҙҙы ла яңынан-яңы китаптар менән шатландыра. Дини тәрбиә, әхлаҡ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ – быларҙың барыһы ла нәшриәтебеҙ тарафынан иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Шулай уҡ гәзит-журналдарыбыҙ ҙа уҡымлы материалдар менән тулы – «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдары, «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрен күҙ уңында тотам.
Шулай уҡ Шәжәрә байрамдары, йәштәр өсөн мәҙәни сараларҙың даими уҙғарылыуы яҡшы. Әлбиттә, эсте бошорғос күренештәр ҙә күп был тормошта. Әммә иң әһәмиәтле байрамыбыҙ – Республика көнөнә барыбер яҡшы кәйеф-өмөт менән бағам һәм башҡаларға ла шуны теләйем. Байрам менән!...

Йәштәр йәшнәп йәшәһен
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 09:59


Йылдан-йыл йәштәр алдында бик ҙур мөмкинлектәр асыла бара. Теләйһең икән, оҡшаған һөнәр буйынса белем ал, булған белемеңде камиллаштыр, теләһәң, һайлап-һайлап эшкә урынлаш йәки үҙ эшеңде ас. Өҫтәүенә, йәштәргә республика Хөкүмәте, шулай уҡ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яғынан иғтибар ҙур: эшҡыуарлыҡ буйынса яңынан-яңы программалар эшләнә, махсус мәктәптәр, уҡыуҙар ойошторола, бизнес-проекттар бойомға ашырыла....

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-10-2010, 09:58


Әҙәм балаһы, әҙ генә сырхаулаһа ла, сәләмәт булыуға ни етә, ауырыһаң, бер нәмә лә кәрәкмәй, тип, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен хәтергә төшөрөүсән. Был инаныу һәр кемдең күңелендә йәшәй. Сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарашҡа дәүләттең дә йоғонтоһо көслө булыуын танымау мөмкин түгел. Республикабыҙ район-ҡалаларында нисәмә йыл бер-бер артлы дауалау учреждениелары төҙөлә, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты күтәрелә, яңы технологиялар индерелә. Был тырышлыҡтар республика халҡының сәләмәтлегендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Уңыш­тарға нәҡ үҙаллылыҡ йылдарында өлгәштек, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков та.
...

12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй
Новости / Спорт // 9-10-2010, 09:49


«Салауат Юлаев» командаһы ситтәге һуңғы дүртенсе осрашыуын үҙ дивизионындағы көслө «Авангард» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Омск уйынсылары быға тиклем 10 уйында 19 мәрәй яулап, һигеҙ көслө команда иҫәбендә килә ине. Өфөләр ҙә шул иҫәптә һаналды. Шуға ла был осрашыу ике яҡтың да бөгөнгө хәл-торошон иҫбатланы. Уйын әллә ни көсөргәнешле үтмәһә лә, һәр яҡтың хаталаныуына тиклем барҙы. Ҡунаҡтар төп ваҡыт аҙағында хужаларға өмөт бирҙе. Әммә улар бынан файҙалана алманы. Был бәйгелә юлаевсыларҙың һөжүмсеһе Игорь Григоренко өс гол индереп, хит-трек эшләне....

һаҡсы Андрей Кутейкин, хоккейҙан тыш, шашка уйнарға ярата
Новости / Спорт // 9-10-2010, 09:45


һаҡсы Андрей Кутейкин, хоккейҙан тыш, шашка уйнарға яратаАндрей Кутейкин 1984 йылдың 30 сентябрендә Һарытау өлкәһенең бәләкәй генә Вольск ҡаласығында тыуған. Хоккей карьераһын Силәбенең «Трактор» клубында башлай. Һарытауҙың «Кристалл» командаһында профессиональ уйынсы булып китә. 2004 – 2005 йылдарҙа «Салауат Юлаев»та сығыш яһай башлай һәм әлеге көнгә тиклем уның алмаштырғыһыҙ һаҡсыһы булып һанала. Өфө командаһы составында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында ла уйнап өлгөрә.
...

Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө - II?
Башҡортостан / Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-10-2010, 15:29


Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө - II?Өфө-Ырымбур маршруты буйлап республикабыҙҙың иң көньяҡ районына яҡынлашҡан һайын юлдарҙың тигеҙлегенә, баҫыуҙарҙың таҙалығына, йорттарҙың төҙөклөгөнә ҡарап, күңелдә тыуған шатлыҡ тойғолары артҡандан-арта. Күмертау ҡалаһын үтеп, Көйөргәҙе районы биләмәләренә килеп ингәс, ҡыуаныс тағы ла үҫеп киткәндәй була. Ысынлап та, районда һуңғы бер нисә йылда байтаҡ ҡына ыңғай үҙгәреш булды. Был айырыуса белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡағыла. Район үҙәге Ермолаевкала ла, Отрада, Мораптал, Яҡшымбәт, Яҡуп ауылдарында ла яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дауаханалар ҡалҡып сыҡты, иҫкеләре төҙөкләндерелде.
Мәҙәниәт усаҡтары яңыртылған ауылдар ҙа юҡ түгел Көйөргәҙелә. Морапталда яңы мәҙәниәт усағы эшләй башланы, Йомағужала ла бәләкәй генә булһа ла клуб сафҡа инде, Яҡут ауылының клубы ла маҡтауға лайыҡ.
Райондың мәҙәни тормошо ла ҡайнап тора. Бында башҡорт, татар, сыуаш, рус халыҡтарының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән аныҡ эштәр башҡарыла. Фольклор ансамблдәре, йыр-бейеү коллективтары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһай, еңеүҙәр яулай....

Ижад миҙгелен асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!
Новости / Мәҙәниәт // 5-10-2010, 13:53


72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнгән филармония йылдан-йыл камиллаша бара. Әйтергә кәрәк, үҙенсәлекле концерт программаларының географияһы киңәйә, жанрҙары төрлөләнә. Быйыл да миҙгел төрлө йүнәлештәге концерттар, ҙур проекттар менән байытылыуы, билдәле музыканттар саҡырылыуы менән үҙенсәлекле һәм абруйлы булмаҡсы.
5 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Илһам артынан сәйәхәт» исемле юморға ҡоролған концерт программаһы менән үҙенең ишектәрен аса (режиссеры – Илшат Фәхретдинов). 72-се ижад миҙгеле ҡыҙыҡлы концерттарға, тамашаларға бай булмаҡсы. Әйтергә кәрәк, октябрь айында ғына репертуар төрлө йүнәлештәге концерт программалары менән тулыландырылды....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM