НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 461

Республика көнө менән!
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:59


Республика көнө менән!Һеҙҙе дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым.
Ул ике тиҫтә йыл элек илдә башланған тәрән ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороу­ҙар менән тығыҙ бәйләнгән. Рәсәй Федерацияһы составында республиканың вәкәләттәре киңәйеү менән беҙҙә социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен үҙ аллы билдәләү, төбәк ҡануниәт системаһын булдырыуҙың ысын мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Вәкәләттәрен уңышлы тормошҡа ашырып, Башҡортостан федераль бюджеттың донор төбәктәре тиҫтәһенә инде....

Дан һиңә, Башҡортостан!
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:58


Башҡортостан, байрағыңда – «Дуҫлыҡ»,
«Азатлыҡ», «Тыныслыҡ» – ораның.
Яҡты маяҡ булып Уралымда
Мәңгелеккә балҡып тораһың!...

Рәсми хроника
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:56


Именлек органдары етәкселәре советы ултырышы үтте
Рәсми хроника
Волга буйы федераль округының именлек органдары етәкселәре советының Конгресс-холдағы 42-се ултырышын асып, округ буйынса РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота: «Техноген һәләкәттәрҙе булдырмауға булышлыҡ итеүсе мәғлүмәттәр бик мөһим. Сөнки Волга буйы федераль округында хәүефле производстволар бик күп, атап әйткәндә, химик ҡоралды юҡ итеү буйынса ете объекттың бишәүһе бында урынлашҡан, химия производствоһы, хәрби техника складтары күп, шуға күрә лә беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса тиҙ сара күрергә тырышабыҙ», – тине....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 9-10-2010, 10:54


Был аҙнала беҙҙе......Ҡыуандарҙы
Америка Ҡушма Штаттары хакимиәте Гуантамо базаһында төҙөлгән төрмәне ябыу тураһындағы ҡарарҙы һаман да үтәй алмай. Шунлыҡтан хәҙер ундағы йәшәү шарттарын булһа ла яҡшыртмаҡсылар. Күңелһеҙ ваҡиғалары менән билдәлелек яулаған был төрмә 2002 йылда асылғайны. Унда Ираҡ һәм Афғанстанда ҡулға алынған боевиктарҙы тоталар. Иң йәнде әрнеткәне шул – Гуантамо әсирҙәренең күбеһенә аныҡ ҡына енәйәт эше аса алмайҙар.
Урындағы халыҡ та ҡәнәғәт түгел – улар тотҡондарҙы ашатыу өсөн йыл һайын 3,1 миллион доллар һалым аҡсаһын тотона. Гуантамо төрмәһендә тотҡондар ҡос осҡос шарттарҙа йәшәй, уларҙы язалайҙар, төрлөсә кәмһетәләр, тигән мәғлүмәт бар....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:52


Өфө һынлы сәнғәт галереяһында «Ҡояшлы юл» төбәк-ара күргәҙмәһе асылды. Уның авторҙары һәм ойоштороусылары – Өфө рәссамдары Салауат Ғиләжет­динов менән Вәсил Ханнанов. Был күргәҙмә ҡул менән һәм туҡыу станогында туҡыусылыҡ алымдарын өйрәнеүгә арналған өс йыллыҡ проекттың һөҙөмтәһе булып тора....

Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаланды
Новости / Мәғариф // 9-10-2010, 10:50


Был аҙнала бөтә илебеҙ Уҡытыусылар байрамын билдәләне. Уҡытыусылар тураһындағы хәтирәләр ғүмеребеҙҙең иң матур миҙгеле – бала саҡ менән бәйләнгән, шуға күрә лә улар яҡты, саф һәм ҡәҙерле.
  Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаландыРеспубликаның иң яҡшы уҡы­тыусылары үҙҙәренең һөнәри байрамын баш ҡалала ҡаршы алды. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелгән кон­курста еңеүсе уҡытыусыларҙы һәм иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы. Башҡортостандың билдәле артистары һәм балалар ижади коллективтары үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен бүләк итте....

Студент өсөн иң мөһиме – стипендия
Новости / Мәғариф // 9-10-2010, 10:48


Ә инде уның исемлеһе бигерәк шәп!
  Студент өсөн иң  мөһиме – стипендия Республика көнө алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәтендә башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының иң алдынғы студенттарына баш ҡала хакимиәте башлығы стипендиялары тапшырылды....

«Китап» Ашхабадты таң ҡалдырҙы
Новости // 9-10-2010, 10:47


Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Китап сыға­рыусылар ассоциацияһының саҡырыуы буйынса «Китап – хеҙмәттәшлеккә һәм прогресҡа юл» тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашты. «Китап»тың экспозицияһы Рәсәйҙең берләшкән стендына индерелде.
...

Салауат һәйкәле майҙанында митинг
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:46


11 октябрҙә Баш­ҡор­тостан Республи­ка­һының үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул ителеүгә 20 йыл тула, ошо уңайҙан милли батырыбыҙ һәйкәле янындағы майҙанда ми­тинг үтә.
Йәмәғәт ойошмалары сараға республика район-ҡалаларынан да вәкилдәр саҡырған, шулай уҡ студенттар, милли интеллигенция ҡатнашырға теләк белдергән.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, митингыға меңдән ашыу кеше йыйылыуы көтөлә. Ул 15.00 сәғәттә башлана.

Т. АМАНОВ.
...

Ҡоролтайҙа – яңы етәксе
Новости / Башҡортостан // 9-10-2010, 10:45


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында яңы рәйес һайлау мәсьәләһе ҡаралды.
Башҡарма комитет быға тиклемге етәксе Азамат Ғәлинға ике тапҡыр ышаныс күрһәтеп, рәйес итеп һайлағайны: тәүгеһе 2009 йылдың декабрендә һәм быйыл июндә – Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.
Был юлы күпселек тауыш менән Азамат Зәки улы рәйеслектән бушатылды. Ошо уҡ ултырышта башҡарма комитетҡа яңы башлыҡ һайланды. Ул – БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры, социологик фәндәр кандидаты Илгиз Солтанморатов....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM