НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 458

Америка полицияһына эйәрәйекме?
Новости / Рәсәй // 19-10-2010, 10:12


«Полиция тураһында» закон проектын эшләп бөтөрөргә ҡушып: «Һеҙгә ике аҙна ваҡыт: ҡарағыҙ, тикшерегеҙ, тәртипкә килтерегеҙ!» – Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев эске эштәр министрына шулай тигәйне, был ваҡыт үтеп тә бара. Ил башлығы, полицияла осраҡлы кешеләр ҡалмаҫҡа тейешлегенә баҫым яһап, иң эшсән, белемлеләрҙе социаль һәм матди яҡтан дәртләндереү зарурлығын билдәләне. 2012 йылдың 1 ғинуарынан полиция лейтенантының иң түбән хеҙмәт хаҡы 33 мең һум буласағын Дмитрий Анатольевич үҙенең шәхси ҡарары менән нығытып та ҡуйҙы. Министр Рәшит Нурғәлиев әйтеүенсә, zakonoproekt2010.ru сайтында фекер алышыуҙар һөҙөмтәләре, граждандарҙан килгән тәҡдимдәр ҡуйылған, хәҙер шуларға ҡарап проектҡа үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индерергә кәрәк....

Лидерҙар еңеү яулай
Новости / Спорт // 19-10-2010, 10:10


Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы туры уҙҙы. Чемпионат лидеры – «Зенит» командаһы үҙ майҙанында «Анкар» футболсыларын ҡабул итте һәм уларҙы 2:0 иҫәбенә отоп, үҙ позицияһын йәнә нығыта төштө....

Өфөлә шашка буйынса донъя беренселеге башланды
Новости / Спорт // 19-10-2010, 10:08


Өфөлә шашка буйынса донъя беренселеге башландыБашҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселеге старт алды. Төп приз өсөн Рәсәй, Голландия, Украина һәм Латвиянан алты спортсы көрәшкә сыға.
Рәсәй намыҫын Башҡортостандың билдәле шашкасыһы, халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе Тамара Танһыҡҡужина менән яҡут ҡыҙы, донъя кубогын яулаусы 18 йәшлек Матрена Наговицына яҡлай. Шулай уҡ бәйгелә Голландия өсөн сығыш яһаған, СССР заманында ике тапҡыр чемпион булған, күп тапҡыр донъя беренселеге призеры, ветеран Нина Хукман-Янковская ла ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, һәр дәғүәсе чемпион исеменә лайыҡ. Шуға күрә бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы....

Ашаған белмәй – тураған белә
Новости / Башҡортостан // 16-10-2010, 13:56


Ашаған белмәй – тураған беләЯҙҙың бер көнө ҡышты туйҙыра, тигән әйтемде ҡалала аҙыраҡ ҡына үҙгәртеп әйтергә була – бында ҡышҡылыҡҡа генераль әҙерлек көҙгө йәрминкәләрҙә башлана. Ауылдың да, ҡаланың да ҡышҡа ни сүрәттә инеүен күҙаллар өсөн, минеңсә, ошондай йәрминкәләрҙе баштан аҙаҡҡаса ҡыҙырып сығыу ҙа етә....

Урал менән Арал арахы
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 13:55


Октябрь уртаһында, байтаҡ юғалып торғандан һуң, Өфөлә Ҡаҙағстан артистарын йәнә күрергә насип итте. Күрше илдең киң билдәле музыкаль коллективтарының береһе – Көләш Байсәйетова исемендәге Милли опера һәм балет театры Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Әлбиттә, ҡаҙаҡ дуҫтар Башҡортостанға илтеүсе юлға ошоға тиклем дә саң ҡундырмай ине, әммә мәҙәни тормошобоҙҙа ваҡиға булырҙай хәл туғандаш халыҡтар араһындағы яҡынлыҡ тураһында һөйләшеп алыу өсөн сәбәп бирҙе....

Эскәнебеҙ һыу түгел, ә ыу икән
Новости / Башҡортостан // 16-10-2010, 13:51


Республикабыҙҙағы йылғаларҙың күбеһе бысратылған
Эскәнебеҙ һыу түгел, ә ыу икән«Комсомольская правда» гәзитенең һуңғы һандарында республика картаһында ниндәй йылғаларҙың таҙа һәм бысраҡ категорияларына инеүе күрһәтелгән. Йә, Хоҙа-а-ай, күпселек еребеҙҙә йылғалар ныҡ бысран­ған икән. Бигерәк тә көньяҡ, көнсығыш райондар­ҙа. Шунда уҡ, тыуған районымдағы ҙур йылғаларҙан һаналған Эйек, Һүрәм, Ҡаҫмарт, Өҫкәлек, Әселе һәм башҡа йылғалар ҙа шулай бысраҡмы икән ни, тигән уй йүгерҙе. Хәйер, ниңә улар бысраҡ булһын, сөнки беҙҙең тирәлә йәки йылғалар инешендә бер ниндәй ҙә сәнәғәт предприятиелары урынлашмаған бит, тип, үҙ-үҙемде тынысландырырға тырыштым....

Ирәмәл – беҙҙеме, әллә беҙ Ирәмәлдеме?
Новости / Башҡортостан // 16-10-2010, 13:47


Ирәмәл – беҙҙеме, әллә беҙ Ирәмәлдеме?Магнитогорск ҡалаһының «Леший» тигән автоклубы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Беҙгә лә уның хәжәте булмағас, хәбәрҙар түгел инек. Тик яңыраҡ ошо автоһәүәҫ­кәрҙәр төркөмө эшмәкәрлегенә бәйле интернетта шау-шыу ҡупҡас, клубтың барлығын белдек. Улар, йәғни джип хужалары, яҡшыраҡ бер нәмә лә уйлап сығара алмай, 22 августа Ирәмәлгә күтәрелергә, йәғни джиппинг ойошторорға була, шул хаҡта форумдарында иғлан донъя күрә. Әлбиттә, магниттыҡылар, рюкзак аҫып, тирләп-бешеп, маңлайың менән таштарҙы һөрә яҙып, йәйәү түгел, ә үҙҙәренең ҡеүәтле машиналарында тауҙы яуларға йыйына....

Бәхет осҡондары ҡабынды!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-10-2010, 13:02


Бәхет осҡондары ҡабынды!Ҡасан ғына тыумыштан ишетмәгән йәки ниндәйҙер ауырыу һөҙөмтәһендә һаңғырау булып ҡалған балаларға ярҙам итеү мөмкин булмаһа, бөгөн ул хәл иткеһеҙ проблема түгел. Республикабыҙҙа «Кохлеар имплантация» Президент программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла башлағандан бирле әллә күпме балаға ишетеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Был юғары медицина ярҙамы Республика балалар клиник дауаханаһы базаһындағы отоларингология үҙәгендә күрһәтелә. Нимә һуң ул кохлеар имплант? Әлбиттә, уның нимә икәнен белмәүең, дөрөҫөрәге, был проблемаға бөтөнләй тарымауың хәйерле. Шулай ҙа һаңғырау кешеләргә ишетеү һәләте биргән системаның мөмкинлеген бер нәмәгә лә тиңләрлек түгел.
...

Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
Новости / Сәйәсәт // 16-10-2010, 11:58


14 октябрҙә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы старт алды
Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!10 меңләгән иҫәп алыусы Башҡортостан ҡалалары, ауыл-ҡасабалар буйлап таралды. 12 көн дауам итәсәк сара һөҙөмтәһендә һәр кем өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алына. «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» девизы менән үтә перепись. Шуның өсөн дә был акциянан ситтә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Иҫәп алыусы һеҙҙә оҙаҡ та булмаҫ, уның һорауҙары ябай, әммә мөһим. Ил беҙҙе ҡайғыртып, халҡын һанай, тимәк, беҙ Рәсәйгә кәрәк. Күптәрегеҙгә иҫәп алыусылар килеп тә өлгөргәндер. 25 октябргәсә берегеҙҙе лә ҡалдырмай иҫәпләргә тырышырҙар. Шулай итеп, йән иҫәбен алыу башланды....

иң һыуыҡ ҡыш яҡынлаша
Новости // 16-10-2010, 11:56


иң һыуыҡ ҡыш яҡынлашаСиноптиктар билдәләүенсә, сәбәбе – Мексика ҡултығының нефть менән бысраныуы арҡаһында Гольфстримдың аномаль һыуыныуы. Йылы ағымдың темпертураһы үҙгәреүе төньяҡ Европала ҡышҡы температураның түбәнәйеүенә килтерәсәк.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM