НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 457

Йәш ғаиләләр дәүләт ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта
Новости // 19-10-2010, 10:41


Туймазы ҡалаһында 21 йәш ғаилә ун миллион һумдан ашыуыраҡ хаҡҡа торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) субсидияға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды.
Был средстволар Башҡортостан Республикаһында 2002 – 2010 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» пунктын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленде. Тағы өс ғаилә (ә йыл башынан алып – һигеҙ ғаилә), торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүсе республика программаһына ярашлы, бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) йәш ғаиләләргә субсидия биреү өлөшөндә, субсидия алды. Дәүләт ярҙамы алыу бәхетенә өлгәшеүселәр – иҡтисадтың төртө тармаҡтарында эшләүсе, бер-өс балаһы булған 35 йәшкә тиклемге йәштәр һәм яңғыҙ әсәләр. Туймазыла субсидия алыуға иҫәптә бөгөн 1200-ләп йәш ғаилә тора.
Район хакимиәте йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бушлай ер участкаһы ла бирә.
...

Донъя яңылыҡтары
Новости / Рәсәй // 19-10-2010, 10:40


Мәскәү яңы «хужа»һын көтә
Донъя яңылыҡтарыИлдең баш ҡалаһында тиҙҙән яңы мэр эш башлаясаҡ.
Мәскәү ҡала думаһында ошо вазифаға кандидат Сергей Собянин менән осрашыу үтте. Раҫланған хәлдә, ул эшкә 21 октябрҙә тотонасаҡ.
Быға тиклемге беҙгә таныш баш ҡала етәксеһе Юрий Лужков 28 сентябрҙә РФ Президенты ҡарары менән вазифаһынан бушатылғайны. Сәбәбе – Лужковҡа ышаныс юғалған. Хәҙер Дмитрий Медведев вице-премьер Сергей Собянинға ышаныс күрһәтеп, уның кандидатураһын Мосгордумаға тәҡдим иткән....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 19-10-2010, 10:39


20 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Башҡор­тостан Республикаһы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә «тура бәйләнеш» ойошторола. Унда халыҡ иҫәбен алыуға бәйле үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындыр­ған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ. «Тура бәйләнеш» өсөн телефон: 251-69-03....

Һайлау хоҡуғы мәҙәниәтлелеген рәссамдар ҙа күтәрә ала
Новости / Сәйәсәт // 19-10-2010, 10:38


Республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй күләмендә һуңғы ике тиҫтә йылда дәүләт һәм муниципаль власть органдарына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу һүлпәнәйеү сәбәпле, БР Үҙәк һайлау комиссияһы бындай мөһим сараларға электоратты йәлеп итеү өсөн ойоштороу сараларын киңәйтте. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәләре уларҙың йоғонтоло икәнлеген раҫланы. Әйтәйек, һайлаусыларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең, шул иҫәптән буласаҡ һайлаусылар – мәктәп, урта махсус уҡыу йорттары уҡыусыларының хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса урындарҙа үткәрелгән төрлө конкурстар, викториналар, кисәләр, осрашыуҙар һуңғы һайлауҙар­ҙа ҡатнашыусылар һанының ҡырҡа артыуында сағылды.
Был йәһәттән республика һәм район киң мәғлүмәт сараларының да роле ҙур – һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреүҙе сағылдырған материалдарҙың баҫ­малар­ҙа йышыраҡ баҫылыуы – теманың актуаллегенә үҙе үк ишара. Журналистар араһында нәҡ ошо темаға конкурс иғлан итеү Үҙәк һайлау комиссияһы эшенең тағы ла бер йоғонтоло ойоштороу сараһы булыуын дәлилләй. Студенттар һәм аспиранттар араһында һайлау хоҡуғы буйынса фәнни хеҙмәттәр конкурсы темаға йәштәрҙең дә битараф булмауын күрһәтте....

Ҡоролтайҙың бурыстары етди һәм аныҡ
Новости / Башҡортостан // 19-10-2010, 10:36


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары үткән йомала «түңәрәк өҫтәл» артында БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, башҡорт халҡы, республика алдында торған төп бурыстар хаҡында һөйләште.
– Беҙҙең республикала 130 милләт вәкиле йәшәй. Әммә башҡорттар был ерҙәрҙә быуаттар дауамында аҫаба халыҡ булып иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙ күп милләтлелек, толерантлыҡ принциптарын алға ҡуябыҙ. Шулай ғына беҙ халҡыбыҙ үҫешен тәьмин итә алабыҙ. Беҙҙең күп милләтлелек айырым аҡыл талап итә, – тине осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов....

Социаль рекламаның әһәмиәте нимәлә?
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:34


17 ноябрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайында «Городская СРеДа» тигән VI социаль реклама фестивале үтә.
Былтыр үҙенең биш йыллығын билдәләгән сара Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә лә йәмғиәттәге хәстәр-хәсрәттәргә вайымһыҙ булмаған үҙ фекерҙәштәрен, ижади шәхестәрҙе, йәш таланттарҙы тапты. Ҡатнашыусылар һаны буйынса ул иң бәрәкәтлеһе булғандыр – 174 ҡатнашыусы 500-ҙән ашыу эшен тәҡдим итте. Ябай Үтәш ауылынан алып Белоруссия һәм Ҡаҙағстанға тиклем барып етте сараның ораны....

«Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:31


«Үҙ шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай башлай»Дуҫым оҙаҡ ҡына бер ҡыҙ менән осрашып йөрөнө. Улар бер-береһенә шул тиклем ғашиҡ, мәңге бергә булыр кеүек ине. Әммә... Яҡын ғына туған булып сыҡтылар. Нисек улар оҙаҡ ваҡыт быны белмәй йөрөгән һуң, тиерһегеҙ. Сөнки туғанлыҡ ептәре хаҡында егет менән ҡыҙҙың ата-әсәһе лә белмәгән. Аптыратырлыҡ күренеш булһа ла, тормошобоҙҙа ҡайһы берәүҙәр хатта ике туғандарын да белмәй, бер тапҡыр күргәндәре лә юҡ бит. Ә кешене донъяла тап шул туғанлыҡ хистәре генә тотоп тора түгелме? Мөхәббәт, үкенескә күрә, һүрелергә лә мөмкин, дуҫтар ҙа алмашынып тора, ә туғандар һәр саҡ туған, ҡәрҙәш, ҡандаш булып ҡала. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигән мәҡәл дә тап шунан килеп сыҡҡандыр. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһына таянырлыҡ та түгелдер. Әммә яҡын кешеләрең барлығын тойоу, уларҙың йылы һүҙҙәрен ишетеү генә лә кешене бәхетле итә ала....

Тамыры тәрән ағастың ғүмере оҙон
Новости / Мәҙәниәт // 19-10-2010, 10:26


Тамыры тәрән ағастың  ғүмере оҙонБыйыл баҡалылар тыуған райондарының барлыҡҡа килеүенең 80 йыллығын билдәләй. Тарих үлсәме буйынса был әллә ни ҙур булмаған ваҡыт арауығы бер нисә быуындың тормошон үҙ эсенә ала. Райондың, кешеләр кеүек үк, үҙ йөҙө, биографияһы бар. Был – үткәндәр һәм хәҙерге ваҡиғалар, тәбиғәт һәм күренекле урындар ғына түгел, ә кешеләр­ҙең киләсәккә ынтылған эштәре һәм яҙмыштары ла. Тарихи ваҡиғаларға бай үткәне булған, бөтә ил менән бергә һуғыш михнәттәрен кисергән, халыҡ хужалығын тергеҙгән район үҙәге Баҡалыны, райондың тораҡ пункттарын төҙөргә һәм төҙөкләндерергә күп көс һалған баҡалыларҙың данлы исемдәрен яҡташтары бөгөн ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн тормоштоң бөтә өлкәләрендә ҙур үҙгәрештәр барғанда, район халҡы үҙен иҡтисадта тағы ла әүҙемерәк күрһәтә, ерҙе аҡыл менән файҙаланыуға, социаль өлкәне үҫтереүгә бар тырышлығын һала. Әлбиттә, үҙең йәшәгән төйәкте ихлас яратмай тороп, бөтә илде яратыу мөмкин түгел. Баҡалылар тыуған ерен ысын күңелдән ярата....

Диалекттар йәшәүгә хоҡуҡлы
Новости / Мәғариф // 19-10-2010, 10:21


Билдәле булыуынса, нимәнең дә булһа уникаллеге уның төрлөлөгөндә сағыла. Был хәҡиҡәтте телгә ҡарата ҡулланыу ҙа дөрөҫ булыр, моғайын. Диалекттарҙың күп булыуы йәки уларҙың бер-береһенән айырылыуы, телде нормалаш­тырыу­ҙы, был нормалаштырылған телдең бөтә халыҡ тарафынан ҡабул ителеү мәсьәләһен ҡатмарлаштырыуға ҡарамаҫтан, беренсенән, телде байытыу сығанағы булып тора, икенсенән, теләһә ниндәй системаның йәшәү, үҙен-үҙе һаҡлап ҡала алыу һәләте уның ҡатмарлылығына бәйле: ҡатмарлы булған һайын юҡ итеү ауырлаша....

«Тыуған ерем – мөғжизә»
Новости / Мәғариф // 19-10-2010, 10:19


«Тыуған ерем – мөғжизә»Дәүләкән районы етәкселегенең әҙәбиәткә иғтибары ҙур булыуы күптән билдәле. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовҡа йорт-музей булдырыу, «Дим» әҙәби берекмәһенең эшен йәнләндереү, район ижадсыларының бер-бер артлы тупланма итеп тә, айырым да китаптарын сығарыу, даими рәүештә республика яҙыу­сылары менән берлектә ижад кисәләрен үткәреү – ошоға асыҡ миҫал.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM