НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 456

Тағы шул тәмәке тураһында...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 4-09-2010, 17:55


«Тәмәжник»тәр күп беҙҙең арала. Хатта артығы менән. Сөнки уймаҡ ирендәргә тәмәке бер ҙә килешмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар был «эштә» ир-аттан уҙҙырып ебәрҙе. Нимә һуң ул тәмәке? Ифрат та насар нәмә. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта уға ҡаршы көрәш буйынса боҙ ҡуҙғалғандай булып тора. Тәмәке ҡаптарына күҙ һалғанығыҙ бармы? Уларҙа «Тәмәке тартыу үлтерә», «Бала көткән саҡта тәмәке тартыу сабыйға зарар килтерә», «Балаларығыҙҙы тәмәке төтөнөнән һаҡлағыҙ» тигән яҙыуҙар барлыҡҡа килеүенә шатланып ҡуйҙым әле. Иғтибарһыҙ ҡалырмын тимә – эре итеп, аҡҡа ҡара менән яҙылған. Юҡһа элеккеләрендәге «Минздрав предупреждает...» бигүк күҙгә лә эленмәй ине. Хәйер, кемгә нисек тәьҫир итә бит әле. Һүҙ – төтөн һурыусыларға һәм тәмәкене ташларға көс тапҡан «батырҙар»ға....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 4-09-2010, 17:52


Был аҙнала беҙҙе......һоҡландырҙы Мишкә районының Бай­тур ауылында 57 йәшлек ҡатын янғындан күршеләренең малайын ҡотҡара. Йорт тәҙрәләренән төтөн күтәрелеүен күргән ҡатын, күп уйлап тормай, йорттоң эсенә ынтыла. Унда дүрт йәшлек малайҙы табып ала. Баланың иҫән-һау икәнен күргәс, тиҙерәк урамға алып сыға. Шул ваҡытта башҡа ауылдаштары янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Улар утҡа таралырға юл ҡуймай. Үкенескә күрә, малайҙың әсәһен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр....

Биш сәғәттә 59,8 литр ҡан биргәндәр
Новости // 4-09-2010, 17:42


Биш сәғәттә 59,8 литр ҡан биргәндәр31 августа Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем «Донор көнө» акцияһы уҙғарылды.
Республика ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәр­ҙәре ҡанды мобиль станцияла – трейлерҙа ҡабул итте. Донорҙар акцияһына барлығы 143 кеше ирекле рәүештә ҡушылды. Сәләмәтлеге буйынса 131 кеше ҡан бирергә яраҡлы тип табылды.
Медицина хеҙмәткәрҙәре лә был мөһим саранан ситтә ҡалманы – акцияла ҡатнашҡан 89 медиктың 79-ы донорға әйләнде....

«Балаларыңды иҫкә төшөрөп, алимент түлә»
Новости // 4-09-2010, 17:41


Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ошондай исем аҫтындағы акцияһын дауам итә.
Улар алимент түләмәүселәр йәшәгән урынға барып, уларҙың матди хәлен асыҡлай. Эшһеҙ алиментсыларға мәшғүллек үҙәктәренә йүнәлеш бирелә, ә бурысын түләүҙән баш тартыусыларҙы сит илгә сығыуға хоҡуғын сикләү көтә....

Профсоюз яҡшы уҡыған студенттарҙы ярата
Новости // 4-09-2010, 17:40


Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы быйыл­ғы йылдың 1 сентябренән профсоюз стипендияһы ала башлаясаҡ иң яҡшы алты студентты билдәләне.
Улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Нефтекама машиналар эшләү колледжы һәм республиканың йәнә бер нисә мәғариф учреждение­һы уҡыусылары ингән. Ай һайын түләнгән стипендияның күләме юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн – 1000 һум, ә урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары өсөн 500 һум тәшкил итә.
Стипендиаттарға дипломдарҙы тармаҡ профсоюздары рәйестәре белем көнөндә тапшырҙы....

Почтаға – иғтибар
Новости // 4-09-2010, 17:40


Хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә почта барлыҡҡа килеүгә – 275, «Рәсәй почтаһы»ның БР буйынса идаралығының 15 йыллығына арналған саралар сигендә конкурстар ҙа ойошторола....

«Башинформ»да яңы етәксе
Новости / Башҡортостан // 4-09-2010, 17:35


 «Башинформ»да яңы  етәксе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышында предприятиеға яңы етәксе тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм уның генераль директоры итеп Максим Ульчев тәғәйенләнде....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 4-09-2010, 15:21


Өс һөйләм менәнБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһының талисманы барлыҡҡа килде. Бер ай буйына барған конкурста Ярославль рәссамы Ольга Беляеваның йылмайып ҡулын болғап торған малай һүрәте һайлап алынды. Яҡын арала был талисман төшөрөлгән мәғлүмәт листовкалары таратыласаҡ....

Президент Кубогы кемгә эләгер?
Новости / Спорт // 4-09-2010, 15:17


Президент Кубогы кемгә эләгер?Өфөлә шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Президенты Кубогын асыу тантанаһы үтте. Унда республика башлығының тәбрикләүе уҡып ишеттерелде.
Рөстәм Хәмитов үҙе лә «Салауат Юлаев»тың турнирҙағы беренсе матчын ҡарарға килде һәм юлаевсыларҙың Ханты-Мансиҙан «Югра» менән алышының дүртенсе минутында уҡ беренсе шайбаның шаһиты булды....

Фәнни ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнде
Новости // 4-09-2010, 15:15


Фәнни ҡаҙаныштары өсөн бүләкләндеБашҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы яңыраҡ тағы бер тапҡыр әүҙем фәнни эшмәкәрлек алып барған юғары уҡыу йорто тип билдәләнде....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM