НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 455

Өфөлә «Йәштәргә – эш!» акцияһы үтә
Новости / Башҡортостан // 7-09-2010, 11:30


Бөгөн Өфөлә «Йәштәргә – эш!» XX республика йәштәр акцияһы старт ала. Ул Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 14 – 17 сәғәттә үтә.
Уны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге ойоштора. Акцияла предприятиелар, учреждениелар һәм төрлө милектәге ойошмалар ҡатнаша....

Тел тураһындағы фән камиллашыуын дауам итә
Новости // 7-09-2010, 11:29


Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты, Өфө ғилми үҙәге, уның Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, БР Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы 21 – 23 сентябрҙә «Рәсәй халыҡтары диалектологияһының актуаль проблемалары» X төбәк фәнни конференцияһын үткәрә.
Конференция БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында уҙғарыласаҡ.

...

Фин-уғыр халыҡтарының мәҙәни фестиваленә саҡырабыҙ
Новости // 7-09-2010, 11:28


БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең саралар планына ярашлы, 8 сентябрҙән 12-һенә тиклем Нефтекама, Бөрө, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле райондарында фин-уғыр халыҡтарының «Самоцветы Прикамья» VII халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале үтәсәк.
Унда республика ҡалалары һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәүәҫкәр фин-уғыр коллективтары, музыкаль, вокаль, йыр һәм бейеү фольклор ансамблдәре ҡатнашасаҡ....

әгәр ниндәйҙер мәсьәлә борсоһа...
Новости // 7-09-2010, 11:26


БР Йәмәғәт палатаһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлеге граждандарҙы үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә саҡыра. Палата рәйесе Әсғәт Ғүмәровҡа алдан яҙылып инергә мөмкин, ә комиссиялар рәйестәре граждандарҙы һәр эш көнөндә тәғәйен ваҡытта ғына ҡабул итә....

«Йәш гвардия»лар аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тикшерә
Новости // 7-09-2010, 11:15


«Йәш гвардия»лар аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тикшерә«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәш гвардияһы» төбәк штабы активистары Өфө магазиндарында ярма, он һәм икмәк хаҡтарына мониторинг үткәрҙе. Был продукттар ҡулланыусылар кәрзиненә инә....

Президент благоварҙа булды
Новости / Башҡортостан // 7-09-2010, 11:14


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовар районына эш сәфәре барышында Уҙыбаш ауылы янында барған урман ҡырҡыусылар конкурсын ҡарағанда янғын һүндереү техникаһының резерв фондын ойошторорға тәҡдим итте....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 7-09-2010, 11:13


Рәсәй Президенты менән РФ Йәмәғәт Палатаһының тәҡдиме нигеҙендә урман янғындарынан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү дауам итә. Ошо маҡсатта «Россельхоз­банк»тың Башҡортостан төбәк филиалы хеҙмәткәрҙәре лә фондҡа бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙе. 6 сентябргә ҡарата төрлө ойошма­ларҙан әлеге иҫәпкә 400 мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән дә инде....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 7-09-2010, 11:11


Депутаттар яңыса эшләйәсәк
РФ Дәүләт Думаһы көҙгө сессияны яңы форматта башлай.
Палатаның көҙгө сессияһы 7 сентябрҙә пленар ултырыш ме­нән асыла. Халыҡ депутаттары иң беренсе сиратта торф янғындарына һәм Рә­сәйҙә аномаль эҫелектең эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле закон проекттарын ҡарамаҡсы. Шулай уҡ сессия программаһының төп пункт­тарының береһе – киләһе йылға төп финанс законы. Министрҙар Кабинеты 2011 һәм алдағы өс йылға федераль бюджет проектын индерергә тейеш. Бынан тыш, депутаттарҙы «Полиция тураһында» президент закон проекты ла көтә. Дәүләт Думаһы үҙе иһә яңыса эшләйәсәк. Яҙғы сессия аҙағында Дума регламентына халыҡ депутаттарының эш тәртибенә бәйле махсус төҙәтмәләр индерелгәйне....

Юрист кәңәше
Новости / Башҡортостан // 7-09-2010, 11:06


Юрист кәңәшеГәзит уҡыусыларыбыҙ һорауҙарына Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының үҙәк филиалы етәксеһе, адвокат Гүзәл Харрасова яуап бирә.
Cтраховка аҡсаһы зыянды ҡаплауға етмәһә, нимә эшләргә?
Юл-транспорт ваҡиғаһында мине ғәйепле тип таптылар. Автограж­данлыҡ яуаплылығым ОСАГО (автограждандар яуаплылығын мотлаҡ страховкалау) менән килешеү буйынса страховкаланған. Әммә страховкалаусы ойошмам тарафынан зыян күреүсегә түләнгән сумма уның зыян күргән автомобилен ремонтлауға талап ителгән сумманы тулыһынса ҡаплай алмай. Миңә нишләргә?...

Тамырын ҡоротоу еңел түгел
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-09-2010, 19:38


Беҙ ришүәтселеккә шул тиклем күнегеп бөткәнбеҙ, хатта бөгөнгө тормошта бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел кеүек. «Бына улым университетҡа уҡырға инде әле», – тигәнгә шунда уҡ: «Ә күпме түләнегеҙ?» – тигән һорау менән яуап ҡайтаралар. Әйтерһең дә, ғәҙәти күренеш. Ата-әсәләрҙең ҡайһы берҙәре лә аҡса түләүҙәрен инҡар итмәй, хатта ғорурлыҡ менән: «50, 150, 180, 200 мең һумды сығарып һалырға тура килде», – тип әйтеп ҡуя....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM