НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 454

Енәйәт һәм яза
Новости // 31-08-2010, 11:35


Харам упҡынға тарта

БР буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәт тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре алты кешенән торған енәйәти ойошмаға ҡуҙғатылған эште суд хөкөмөнә тапшырҙы.
Енәйәтселәр төркөмө етәксеһе 2006 йылда уҡ үҙе кредит биреү бүлеге белгесе булып эшләгән банкынан аҡса урлау схемаһын төҙөй һәм «бизнес»ын көйләп ебәрә. Ярҙамға хеҙмәттәшен, бер нисә танышын, автосалон башлығын йәлеп итә. Процесс былай бара: кеше, билдәле бер күләмдә уларға аҡса түләп, үҙенә автокредит алыу мөмкинлегенә эйә була. Аҡса автомагазин иҫәбенә күсерелә һәм уны етәксе ҡулы аҫтындағылар менән бүлешә. Мутлашыусыларҙың килеме 12 миллион һумдан ашып киткән. Әле был эште Өфө ҡалаһының Совет районы суды ҡарай....

Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағына
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:30


Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағына
Яңы уҡыу йылын уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа көтөп ала. Йәйге ял мәлендә уҡыусылар ҙа, мәктәп тә, дәрестәр ҙә, яратҡан эш тә, коллектив та һағындырып өлгөрә. Оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыларҙа иһә был һағыш айырыу­са көслө. Һәр йыл һайын 1 сентябрь етһә, ғәҙәтенсә, мәктәпкә барыр, синыф бүлмәһен асып инер ҙә, «Һаумыһығыҙ, балалар!» тип дәресен башлар кеүек тойола уларға....

Баймаҡ интернат-мәктәбенә мәҙхиә
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:29


Мин 1982 – 1989 йылдарҙа Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем алдым. Ул ваҡытта хәҙерге көндәге әкиәт һарайҙары кеүек мәктәптәр һәр ауылда юҡ ине әле. Урал аръяғы райондары балаларын туплаған мәктәптә бер ғаилә булып, дуҫ һәм татыу йәшәнек. Балаһы менән оҙаҡ күрешмәү һағышын татып булһа ла, беҙҙе интернатҡа уҡырға ебәргән ата-әсәйемә оло рәхмәтлемен. Шулай уҡ, үҙем уҡыған осорҙа интернатта эшләгән һәр кем – уҡытыусы-тәрбиәсеме, йыйыштырыусымы – оло хөрмәткә лайыҡ тип иҫәпләйем. Хәҙерге көндә яҡшы эшләп, балалар үҫтереп, матур йәшәйем икән, мине тормошҡа әҙерләүҙә ата-әсәйем менән берлектә һеҙҙең дә көсөгөҙ түгелгән. Һеҙҙең һәм интернатым алдында баш эйәм....

Рәхмәт һиңә, уҡытыусы!
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:28


Рәхмәт һиңә, уҡытыусы!
...Был донъяға һәр кем үҙ урыны, үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Кемдер – кешеләрҙең тәнен, бәғзеләр йәнен дауалай. Берәүҙәр тыумыштан уҡ сауҙагәр була, икенселәргә иһә Аллаһы Тәғәлә күңел тулы моң биргән. Шулай ҙа донъяла иң изге, бар профессияларҙың да башында торған бер һөнәр бар – Уҡытыусы. Сөнки, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, ниндәй генә вазифа биләһәк тә, тәү сиратта был яҡты донъяға тыуыуыбыҙ менән ата-әсәйебеҙгә рәхмәтле булһаҡ, икенсе рәхмәтебеҙҙе хәреф таныр­ға, оло тормош юлына сығыуыбыҙға күп көс һалған, аҡ менән ҡараны айырырға, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ваҡлыҡтарынан өҫтөн булырға өйрәткән уҡытыусыбыҙға юлларға тейешбеҙҙер....

Үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:26


Күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһының мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Сарала төбәктең мәғариф системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, уны камиллаштырыу юлдары билдәләнде.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Р. Дәүләтов асып, хәҙерге заман шарттарында мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Артабан мәғариф бүлеге начальнигы Р. Ваһапов тармаҡтың проблемалары һәм үҫеш мөмкинлектәренә туҡталды....

Балаларҙы матур мәктәптәр көтә
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:19


Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостанда яңы төҙөлгән һәм реконструкция үткәрелгән мәғариф объекттары сафҡа индерелә. Йола буйынса улар уҡытыусылар менән уҙған йыл эштәренә йомғаҡ яһалған һәм киләһенә пландар барланған август кәңәшмәләре сиктәрендә асыла. Бөгөн педсоветтар Бүздәк, Нуриман, Күгәрсен, Ғафури һәм башҡа райондарҙа үтә. Пленар ултырыш­тарҙа ҡатнашыуҙан тыш, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре яңы төҙөлөштәргә лә бара.
Мәҫәлән, Бүздәк ауылында бер юлы ике яңыртылған белем усағы – 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр ишектәрен аса. Ауыл халҡы әйтеүенсә, был учреждениеларға ысын мәғәнәһендә икенсе ғүмер бирелгән. Капиталь ремонттан тыш, төкәтмәләр төҙөлгән....

Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы, түргә үт!
Новости / Мәҙәниәт // 31-08-2010, 11:01


Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы,  түргә үт!
– Кино төшөрәбеҙ, килегеҙ! – кемгә нисектер, миңә режиссер Айгиз Ғабдуллиндың был һүҙҙәре йыр кеүек ишетелде. Ниндәйҙер роль башҡарыу өсөн түгел (әртистәрҙең икмәген ауыҙҙарынан һыпыра тартып алып булмай бит!), ә ни бары ситтән күҙәтеүсе булып саҡырылдым Әбйәлил районының Байым ауылына, ә шулай ҙа тулҡынланыуым хаттин ашҡайны – хас та серле кино донъяһына ишекте аса бирҙеләр: «Рәхим итегеҙ!». Шул ишектән режиссер-оператор, уларҙың ярҙамсыларының эшен, актерҙарҙың уйынын бер күҙ менән генә булһа ла – фотообъективтан – күҙәтер өсөн елдереп барып еттем тәғәйен урынға....

Былтырғы насар уңыш быйыл «тырнаҡ»тарын күрһәтә
Новости // 28-08-2010, 17:13


Өфөнөң Үҙәк баҙарында, һәр ваҡыттағыса, халыҡ күп. Шаулашып та алалар, берәүҙәре, тыныс ҡына кәрәкле тауарын алып, ары юлланһа, икенселәре, һатыулашып, хаҡты төшөрөргә тырыша. Һәр нәмәгә хаҡ күтәрелгәндә, нисек аҡса еткермәк кәрәк? Аҡыллыраҡтар, тәүҙә ба­ҙар­ҙы байҡап сығып, иң арзан тауарҙы эҙләй. Картуф, мәҫәлән, бер урында 35 һумға һатылһа, икенсе ерҙә хатта 20 һумға ла табырға була. Иттең хаҡы ла төрлөсә. Әммә 150 һумдан төшкәне юҡ, ә бит ауылда һаман да арзан ғына хаҡҡа мал йыйыу дауам итә....

Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 17:11


Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы табиптарға ҡарап, күп ҡыҙҙар тап ошо һөнәрҙе һайларға ҡарар итәлер ҙә. Вәсилә Байбулатова ла бәләкәйҙән табиптарҙың эше­нә ҡыҙыға. Өфө районы Авдон ҡасабаһы мәктәбен бер генә «дүртле» менән тамамлаған ҡыҙҙың мөмкинлектәре күп була. Әммә ул уҡырға инеү өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлай. «Үҙем теләгән уҡыу йортона, үҙем һайлаған факультет­ҡа уҡырға инеүем менән бәхетлемен. Ни өсөн тап ошо уҡыу йортона туҡталдым? Беренсенән, бәләкәй балаларҙы яратам, икенсенән, кешеләргә изгелек эшләгем, файҙа килтергем килә, өсөнсөнән, педиатрия тап ҡыҙҙар һөнәре тип уйлайым. Хыялым тормошҡа ашты, ҡалғаны хәҙер үҙемдән тора»....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 28-08-2010, 17:08


...уйландырҙы
20 августа «Восточная» электр станцияһындағы авария арҡаһында Петербургтың бер нисә районы һәм Ленинград өлкәһе электр энергияһыҙ ҡала. Ҡала метроһында электричкалар, трамвай менән троллейбустар туҡталып, магазиндарҙың ишектәре асылмай ҙа, ябылмай ҙа, лифттар туҡтай...
Энергетиктар эште бер сәғәт эсендә юлға һала.
Ысынлап та, утһыҙ ҡалыуыңды күҙ алдына килтереү генә лә күңелдә әллә ниндәй уйҙар уята....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM