НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Психолог ярҙам итә
Новости / Мәғариф // 13-11-2017, 16:39


Психолог ярҙам итә
Улымды компьютерҙан айыра алмайым
Улыма 15 йәш. Ул күп ваҡытын компьютер алдында үткәрә башланы. Саф һауала йөрөмәй тиерлек, хәрәкәтле уйындар ҙа ҡыҙыҡтырмай. Өйгә эштәренә илке-һалҡы ҡарай. Уҡытыусылар зарлана, уҡыуҙағы өлгәше менән ҡәнәғәт түгелдәр. Улым шелтәләрҙе ишетергә теләмәй. Ошо хәлдән нисек сығырға, кәңәш бирегеҙсе, зинһар!
Зилә ВАҺАПОВА.
Көйөргәҙе районы....

"Хоккейҙан ләззәт алам", -
Новости / Спорт // 13-11-2017, 14:17


"Хоккейҙан ләззәт алам", -
ти Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Байрас Абдуллин

Ҡыш. Күҙ асҡыһыҙ буран. Иртәнге сәғәт алтылар тирәһендә ҡала уянып та өлгөрмәгән ял көндө бер ҡатын, ҙур сумка күтәреп, абына-йығыла балаһы менән ҡайҙалыр ашығып китеп бара. Урамда бер әҙәм дә юҡ. Минең, тыуған яҡтың хәлдәрен беләйем, тигән уй менән автобуста япа-яңғыҙ тимер юл вокзалына китеп барыуым. Эт тә сыҡмаҫ көндө былар нимә эшләп йөрөй икән, тигән уй менән автобус тәҙрәһенә төбәлеп ҡараһам, атаҡ, был бит беҙҙең Лариса, алты йәшлек улы менән хоккей секцияһына иртәнге күнекмәгә китеп бара....

Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-11-2017, 09:00


Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?Табиптар күп кенә ауырыуҙан бутҡа менән туҡланыуға күсергә кәңәш итә. Бутҡаларҙың да төрлөһө бар бит. Ҡайһыныһы файҙалыраҡ һуң? Әйҙәгеҙ, улар буйынса төҙөлгән рейтинг­ҡа күҙ һалайыҡ:
1-се урын – ҡарабойҙай бутҡаһы (иң витаминлы) – 100 грамда 120 ккал.
2-се урын – һоло бутҡаһы (иң аҡыллы бутҡа) – 100 грамда 160 ккал.
3-сө урын – арпа бутҡаһы (уны матурлыҡ бутҡаһы тиҙәр) – 100 грамда 88 ккал.
4-се урын – борсаҡ бутҡаһы (иң яҡшыһы) – 100 грамда 80 ккал.
5-се урын – кукуруз бутҡаһы – 100 грамда 86 ккал.
6-сы урын – дөгө бутҡаһы (организмды таҙарта) – 100 грамда 144 ккал.
7-се урын – тары бутҡаһы (йөрәк өсөн файҙалы) – 100 грамда 89 ккал.
8-се урын – манный бутҡаһы (иң зарарлыһы: крахмал менән елемсә күп) – 100 грамда 100 ккал....

Бер ғаиләлә – өс баянсы
Новости / Мәҙәниәт // 11-11-2017, 08:00


Бер ғаиләлә – өс баянсы
йәки Ынйы Вәдүтова ҡабат сәхнәгә сығырмы?

Һомғол буйлы, нескә билле, сибәр, нәзәкәтле генә ҡыҙ баланың сәхнәлә үҙе ауыр, үҙе ҙур баянды күтәреп уйнап торғанын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Әгәр ҡасандыр күргәнегеҙ булһа, тимәк, һеҙ Ынйы Вәдүтованың ижады менән яҡындан таныш. Уны атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле музыкант Рәжәп ағай ВӘДҮТОВ алты йәшенән үк музыка мәктәбенең баян класына уҡырға биргән....

Селектең дә дауаһы бар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 10-11-2017, 14:53


Селектең дә дауаһы бар
Бәләкәй саҡта бармаҡтың тырнаҡ тирәһенә нимәлер сыҡты. Әсәйем әллә “күпертке” тине ул, хәҙер иҫемдә ҡалмаған. Эй, үҙәккә үткәреп һыҙлай ине. Бөтмәй ҙә бөтмәй. Шуны әсәйем селек менән дауаланы. Яңы һындырылған селекте усаҡта ут өҫтөндә тотто ла, уның майы иреп аҡты, буғай. Шуны бер нисә тамсы һауытҡа йыйып алып, бармаҡҡа һөртөп, бәйләп тә ҡуйҙы. Белмәйем, бер-ике тапҡыр бәйләнекме икән, шунан бөттө.

Әминә.
Баймаҡ районы....

Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусы
Новости / Иман // 10-11-2017, 10:00


Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусыРаббыбыҙ – тәрбиәсе һәм уҡытыусы. Беҙ барыбыҙ ҙа – унан дәрес алыусылар. Хоҙай үҙенең хикмәте менән һәр көн ҡолдарына дәрес бирә. Беҙ, донъяға яратыл­ған бәндәләр, тормош һабаҡтарынан ниғмәт алып, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, саф-пак хәлдә ҡабат Алла хозурына ҡайтырға тейешбеҙ. Бер кем дә, баймы, ярлымы ул, йәнен үҙе теләгән тиклем тота алмай, ҡасандыр Аллаға ҡайтыр­ға тейеш. Шуға ла йәнебеҙҙе, күңелебеҙҙе паклар өсөн беҙгә ислам дине бирелде. Бөгөн дин тоторға, дини белем алырға мөмкинлектәр күп. Әммә беҙ гонаһ ҡылыуҙан һаман да туҡтамайбыҙ. Бәйғәмбәребеҙ: «Хәрәм юл менән ингән бер һум аҡсанан баш тартыу мең һум саҙаҡа биреүҙән хәйерлерәк», – тигән. Бөгөн күбебеҙ, ниндәй юл менән килеүен аңламайынса, мал йыйыу менән мәшғүл. Ә күп осраҡта байлыҡ һәм дәрәжә кешеләрҙең нәфсеһе аҙыуына сәбәпсе була. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Йәннәткә иң һуңынан байҙар инер», – тигән. Икенсе бер хәҙисендә: «Бер сәғәт ауырыу-сырхау­ға, бер аҙ мәшәҡәткә сабыр итеү бер йыл нәфел ғибәҙәтенән артыҡ», – тип белдергән....

Елкендерә лә, илата ла, уйлата ла уның тамашалары
Новости / Мәҙәниәт // 9-11-2017, 09:00


Елкендерә лә, илата ла,  уйлата ла уның тамашалары
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Әлмира Ҡыуатова уҡытыусыларынан да, уҡыусыларынан да уңған

Баш ҡалабыҙҙағы бер мәҙәни саранан сығып киләм. Йола буйынса, халыҡ, тамаша тамамланғас, ҡайтырға сыҡҡанда күргәнен баһалай башлай. Был юлы ла шулай.
– Һүҙ юҡ, һәләтле ул беҙҙең халыҡ.
– Барыбер бөгөн ниҙер етмәне, күңел талпынманы...
– Ә бына режиссеры Әлмира Ҡыуатова булһамы-ы!
– Эйе, ул, ана, сибайҙары менән ниндәй концерттар алып килә торғайны. Береһенән-береһе шәберәк!..
Әлмира Ҡыуатова ҡуйған концерт, байрам, тантаналы сараларҙың, ысынлап та, һәр береһе ҡабатланмаҫ. Әммә уларҙың барыһында ла рух, иман, берҙәмлек, туған телгә, халҡыбыҙға һөйөү, данлы тарихыбыҙ ярылып ята. Әллә ҡайҙан таныйһың тамаша “автор”ын....

Варикоздан файҙалы дарыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-11-2017, 14:51


Варикоздан файҙалы дарыу
200 мл зәйтүн майы, 100 г бал ҡорто балауыҙы, 100 г ылыҫлы ағас (ҡарағай, шыршы, кедр һ.б.) сайыры алырға. Сайыр ҡоро булһа, уны он хәленә килгәнсе онтар­ға. Барыһын бергә кәстрүлгә һалып, 10 минут бешерергә. Һуңынан ике ҡалаҡ бал өҫтәп, тағы 10 минут болғата-болғата бешерергә. Тағы 1 – 2 г прополис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға. Туҡтауһыҙ болғатып торорға онотмағыҙ.
Уттан алғас, һыуытырға һәм быяла банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Ошо май менән аяҡтың тамырҙары бүртеп торған урындарын яҡшы итеп ыуырға. Зәйтүн майы булмаһа, уны сусҡаның эс майы йәки яңы ғына бешелгән һәм тоҙланмаған һыйыр майы менән алмаштырырға мөмкин.
Рәмилә.
Ишембай районы....

Етен орлоғоноң шифаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-11-2017, 08:30


Етен орлоғоноң шифаһыБилдәле булыуынса, етен майы бик файҙалы. Алмаштырғыһыҙ ҡуйы майлы кислоталарға бай булыуы менән ул хатта балыҡ майын да уҙып китә. Бер-ике ҡалаҡ етен майы организмдың был кислоталарға бер тәүлеклек ихтыяжын ҡаплай. Бынан тыш, унда бик файҙалы лайла бар, ул ашҡаҙандың һәм эсәктәрҙең елһенгән урындарына үҙенсә һаҡлаусы япма булып тора. Әйткәндәй, етен майы урынына уның орлоғон да ҡулланырға мөмкин.
...

Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-11-2017, 13:11


Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалыҠабаҡтың шифалы үҙенсәлектәре күптән билдәле. Һиндостанда был йәшелсә менән туберкулезды дауалай­ҙар, ә япондар уны күп сирҙән файҙалана. Элек-электән беҙҙең ата-бабалар ҡабаҡты дарыу урынына ҡулланған. Унда эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Эс ҡатҡанда ҡабаҡ – иң яҡшы сара. Бынан тыш, ул үт ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләй, йыуан эсәктәге елһенеүҙе бөтөрә. Бөйөрөгөҙ ауыртһа, көн һайын ҡабаҡ һуты эсегеҙ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM