НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй
Новости / Спорт // 27-11-2017, 08:00


Олимпия чемпионы Ҡабыҡҡыуышта йәшәй
йәки Яҡташыбыҙҙың бөйөк ҡаҙаныштары Гиннесс рекордтар китабына индерелгән

Ысын мәғәнәһендә ул үҙенең шаҡтай дәрт-дарманы һәм яңы ҡаҙаныштарға ынтылышы менән барыһын да ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Уҙған йылда күптәр Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан данлыҡлы гер күтәреүсе, күп тапҡыр донъя чемпионы һәм башҡа юғары титулдарға эйә булған 69 йәшлек Мансур Сөйәрғолов ҙур спорттан китер тип уйлағандыр, бәлки. Сөнки уның еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Былтыр ул Сочиҙа үткән Евразия һәм бер үк ваҡытта Союз дәүләте (Рәсәй – Беларусь) гер спорты буйынса чемпионатта ҡатнашып, еңеү яуланы!...

Каштандан нисек дарыу әҙерләргә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-11-2017, 08:00


Каштандан нисек дарыу әҙерләргә?Үләндәрҙе бик яратам, йыш ҡулланыр­ға тырышам. Гәзит-журналдарҙан, интернеттан төрлө рецепт йыйып барам.
Минең бер һорауым бар ине: өй шарттарында нисек итеп каштанды ҡулланып, төнәтмә һәм май әҙерләргә икән? Белеүемсә, ул варикоздан ныҡ ярҙам итә.
Гөлзәминә.
Бишбүләк районы.

Каштандың биологик әүҙем матдәләре ҡандың ойошоусанлығын кәметә һәм тромбтар барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай. Шунлыҡтан уның сәскәһен һәм емештәрен ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен, тромбофлебитты, атеросклерозды, вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһын дауалағанда киң ҡулланалар.
Төнәтмә шулай әҙерләнә: 50 г каштан сәскәһенә йәки 10 өлгөргән емешенә 0,5 л араҡы ҡойоп, быяла һауытта йылы ҡараңғы урынға ҡуйыр­ға һәм ике-өс аҙна төнәтергә. Төнәтмәне сәскәһенән әҙерләгәндә ике аҙна төнәтеү ҙә етә. Һуңынан төнәтмәне һалҡын урында һаҡларға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда 30 тамсы эсергә. Шулай уҡ көнөнә бер нисә тапҡыр аяҡтағы тамырҙар ҡалҡҡан урынға һөртөргә мөмкин. Дауаланыу курсы – өс ай....

Мүк еләгенән йөрәккә дарыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-11-2017, 10:00


Мүк еләгенән йөрәккә дарыу
Йөрәк үҙенә күрә беҙҙең организмдың “мотор”ы булып тора. Бурысыбыҙ – уны һәр саҡ нығытып һәм көйләп тороу. Тәҡдим ителгән рецепт йөрәк мускулын нығытып, уның эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итер.
Бер стакан мүк еләген йыуып киптерергә һәм ағас ҡалаҡ менән иҙергә. Килеп сыҡҡан массаға бер ҡалаҡ бал, ваҡланған әстерхан сәтләүеге һәм 0,5 кг йөҙөм өҫтәргә. Барыһын бергә бутап, ике аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйырға. Әҙер булғас, көн дә ас ҡарынға берәр ҡалаҡ ашарға....

Кисталарҙы нисек дауаларға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 24-11-2017, 10:00


Кисталарҙы нисек дауаларға?
Бөйөр поликистозын нисек дауаларға? Операция яһатмай ғына кисталарҙың үҫеүен туҡтатып буламы?
Әлфиә.
Мәсетле районы.

Бөйөр поликистозы күп осраҡта тыумыштан була һәм, ғәҙәттә, бер үк ғаилә ағзаларында күҙәтелә. Уны УЗИ йәиһә компьютер томографияһы үтеп кенә асыҡлап була. Ауырыу йыш ҡына үҙен һиҙҙермәй. Кисталарҙың үҫешен туҡтатып булмай, әммә өҙлөгөүҙән һаҡланырға мөмкин. Һалҡын тейеүҙән, ауыр күтәреүҙән, ауыр эштән һаҡланығыҙ. Организмда инфекция сығанағы барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймағыҙ. Бүленеп сыҡҡан бәүелдең күләменә һәм сифатына иғтибар итегеҙ. Теләгегеҙ булмаһа ла, көнөнә кәмендә биш тапҡыр кесе ярау итергә тырышығыҙ. Әгәр ҙә бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килеп, тән температураһы күтәрелә икән, уролог күҙәтеүе аҫтында ялҡынһыныуға ҡаршы дауалау терапияһы башларға кәңәш ителә. Бәүелдә ҡан таптары күренгәндә ятып ҡына торорға кәрәк. Ҡан баҫымын күҙәтеп тороғоҙ. Анализдар күрһәтеүенсә, бөйөр аҡһымды эшкәртә алмаһа, диета тоторға, йәғни ит, балыҡ, эремсек ашауҙы сикләргә тура килер. Әммә туҡланыу калорияға һәм вита­миндар­ға бай булырға тейеш. Кисталар боҙола башлаған осраҡта ғына дауалауҙың оператив ысулына мөрәжәғәт итәләр....

“Башҡортостан”, “Байҡара”: улар – Баймаҡ таланттары!
Новости / Мәҙәниәт // 22-11-2017, 07:30


“Башҡортостан”, “Байҡара”:  улар – Баймаҡ таланттары! 1990 йылдар башында Баймаҡ районында эстрада тарихында тәрән эҙ ҡалдырған байтаҡ төркөм барлыҡҡа килә: “Темәс”, “Сая”, “Акцент”... Уларҙың һәр береһенең башланыу тарихы билдәле музыкант, кеше – легенда Айрат Вәлиуллинға барып тоташа. 1992 йылда уның идеяһы менән район мәҙәниәт йорто базаһында тағы ла бер йәш төркөм – “Башҡортостан”ға нигеҙ һалына.
...

Остеохондрозға ҡаршы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-11-2017, 11:00


Остеохондрозға ҡаршыОрганизмды йәшәртеүсе, яңыртыусы һәм тергеҙеүсе биш күнегеү тәҡдим итәбеҙ. Бы­уын­дарҙың һығылмалылығын тәьмин итеүсе күнегеүҙәр һәр ваҡытта ла беҙҙең организмдың ҡартайыу процесын көйләүсе иң уңышлы физик әүҙемлек һаналған. Остеохондроз булмаһын тиһәгеҙ, көн дә шуларҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ....

Фикус – шифалы гөл
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-11-2017, 12:00


Фикус – шифалы гөл
Фикус – тылсымлы дауалау үҙенсәлегенә эйә үҫемлектәр­ҙең береһе. Уның һуты һәм япрағынан әҙерләнгән төнәтмәләр менән бик күп ауырыуҙы дауалайҙар.

- Билдәле булыуынса, бронхиттан ябай кәбеҫтә япрағы ярҙам итә. Уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға тығып алалар ҙа йүкә балы һөртөп, күкрәк тәңгәленә һалалар һәм өҫтөнә йылы шәл ябып ҡуялар. Кәбеҫтә урынына фикус япрағын да шулай уҡ ҡулланырға мөмкин. Ул хатта кәбеҫтәнән дә файҙалыраҡ.
- Был үҫемлек яман шешкә ҡаршы көскә лә эйә. Коста-Рикала, мәҫәлән, мастопатияны дауалай­ҙар. Бының өсөн япрағынан әҙерләнгән ҡатнашманы күкрәккә ябалар һәм һутын эсәләр....

Пародонтоздан
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-11-2017, 08:00


Пародонтоздан
Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн ябай ғына бер рецепт тәҡдим итмәксемен. Бер үк күләмдә ваҡ тоҙ менән бал алыр­ға һәм бергә ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы теш ҡаҙнаһына һеңдергәнсе ыуырға. Ҡанһырауы бөткәнсе көн һайын һөртөргә мөмкин, һуңынан аҙнаһына бер тапҡыр ҙа ярай. Тәүге көндәрҙә бигүк оҡшап та етмәҫ, әммә һуңынан тиҙ үк өйрәнеп китәһең.

Зилә.
Мишкә районы....

КХЛ тәнәфескә туҡтаны
Новости / Спорт // 15-11-2017, 06:30


КХЛ тәнәфескә туҡтаны«Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы дүрт осрашыуҙа, дәғүәсе ҡапҡаһына бары биш гол индереп, бер генә еңеү яулай.
Магнитогорскиҙың «Металлург»ын һанамағанда, улар хатта «Адмирал», «Амур» һәм дә Ҡытай клубының һағын үтә алмай, дүрт кенә тапҡыр уңышҡа ирешә ала. Һөжүм дә, һаҡ та юҡ тип әйтерлек....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM