НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-04-2017, 16:31


Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!Уны ике-өс аҙна даими эсеү организмға әллә күпме файҙа килтерә

Халҡыбыҙ ҡайын һыуының бал тиклем үк татлы булмауына ишара итһә лә, был яҙғы һуттың файҙаһы ла, тәме лә тиңһеҙ. Бына тиҙҙән һәр кем был татлы эсемлекте тәмләп, шифаһын алып ҡалырға ашығасаҡ. Башҡортостанда уны апрель урталарында – май баштарында йыялар. Һут йыйыр өсөн ҡартыраҡ ағастарҙы файҙаланыу зарур. Ҡайҙа һәм ҡасан йыйырға өйрәнер алдынан был эсемлек тураһында һөйләшеп алайыҡ....

“Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге
Новости / Иман // 15-04-2017, 12:04


“Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәгеХәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, “Йәсин” сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй-һиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят бар. Хәҙрәти Әнәс: “Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһис-сәлләм әйтте: “Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөрьәндең йөрәге иһә – “Йәсин”, берәй әҙәм “Йәсин” сүрәһен уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан кеүек сауап яҙып ҡуясаҡ”. Был хәҙис-шәриф “Йәсин” сүрәһенең бөйөклөгөнә, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Берәй бәндә төндә “Йәсин” сүрәһен, Алланың ризалығына ирешәйем, тип уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешене шул төндә ғәфү итәлер”....

Ижадлы һөйөү
Новости / Мәҙәниәт // 13-04-2017, 13:31


Ижадлы һөйөү
йәки Рәхимовтар йылдар иҫәбен юғалтҡан
Һөйөү – ике йөрәктең күренмәҫ нурҙар менән бер-береһенә берегеүе ул. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан кешеләр шул нурҙар­ҙан хистәргә сума, уларҙа йәшәү мәғәнәһе арта, тормоштары тағы ла матурлана төшә. Ваҡыт был хистәр­ҙең ныҡлығын, ихласлығын төрлөсә һынай. Уларҙы үтә алмағандар айырылыу­ға дусар булһа, хистәрен һаҡлай алғандар иһә мәңгелеккә йәр булып ҡауыша. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар – тап шундай мәңгелеккә йәрәшкән матур парҙарҙың береһе.
...

Юлаевсылар фин белгесенә ышаныс белдерҙе
Новости / Спорт // 12-04-2017, 13:00


Юлаевсылар фин белгесенә  ышаныс белдерҙе
«Салауат Юлаев» командаһы үҙ тарихында тәүгә сит ил белгесенә мөрәжәғәт итеп, үҙенә баш тренер итеп Финляндия вәкиле Эркка Вестерлундты һайланы.
59 йәшлек белгес юлаевсылар менән ике йылға килешеү төҙөгән. Ул үҙенең тренерлыҡ карьераһын 1981 йылда башлай. Финляндияның төрлө клубын етәкләп, иленең үҫмер, йәштәр һәм төп команда баш тренеры вазифаһын да үтәй. Уның етәкселегендә Финляндия йыйылма командаһы Олимпия уйындарының көмөш, донъя беренселегенең көмөш һәм бронза миҙалы призеры була. Быға тиклем «Йокерит» хоккей клубында баш тренер булып эшләй. Уның ярҙамсыһы юлаевсыларҙың элекке һаҡсыһы, 41 йәшлек Николай Цулыгин буласаҡ. Быға тиклем ул «Толпар»ҙың баш тренеры ярҙамсыһы булып эшләй....

"Һөҙгөс алып һөҙгө килә"
Новости / Мәҙәниәт // 10-04-2017, 13:55


"Һөҙгөс алып һөҙгө килә"йәки Башҡорт эстрадаһы "атай" күҙлегенән

Хәтерләйем, 18 йыл элек Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ “Нефтяник” мәҙәниәт һарайында ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. 1200 урынлыҡ залда буш ултырғыстар ғына түгел, ә аяҡ баҫыр урын булманы. Һәр йырҙа дәррәү тороп бейегән тамашасыларға балкон һелкенгән кеүек тойола ине. Зал администраторҙарының: “Зинһар, “Тәпә”не йырламағыҙ, юғиһә балкон емерелеү ҡурҡынысы бар”, – тип йөрөүенә үҙем шаһит.

Сәғиҙулла 11 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “23 йыл сәхнәлә” тип аталған программаһын ҡуя. Ошо ваҡиға алдынан йырсы менән бөгөнгө эстрада һәм ижад хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
...

Фәһем алырлыҡ йәштәр бар
Новости / Спорт // 10-04-2017, 12:44


Фәһем алырлыҡ  йәштәр барСпортты үҙ иткән, сәләмәт тормош алып барған кешеләр һаны артҡандан-арта бара. Был бик ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Күптән түгел генә Әбйәлил районының Хәмит ауылында район волейбол ярышы уҙғарылды. Ул ябай ярыштан айырылып торҙо. Сөнки Хәмит командаһының алмаштыр­ғыһыҙ уйынсыһы, йәшләй генә фажиғәле рәүештә беҙҙең аранан китеп барған Сафуан Ниғмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналып өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.
...

Хажға барырға теләһәң…
Новости / Иман // 8-04-2017, 11:59


Хажға барырға теләһәң…Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында хаж бүлеге ойошторолдо. Мо­солмандар өсөн фарыз ғәмәлде үтәргә теләүселәр Сәғүд Ғәрәбстанына “Урал-сервис” фирмаһы аша бара ала. Улар ошоғаса хажға “Мөслим тур”, “Хадж фонд”, “ЦДУМ РТ хадж” фирмалары аша йөрөй ине. “Хаж” буйынса берҙәм операторҙы һайлау ойоштороу эштәрен еңеләйтә. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты хаж ҡылыусы менән уны ойоштороусы араһында гарант булып тора”, – ти хажға барыуҙы ойоштороусыларҙың береһе Илшат Хафизов. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тыуған иленә изге ғәмәлде үтәргә барыусыларға “эконом” һәм “стандарт” программалары тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһендә Өфөнән тура Дубайға осоу һәм ике көн автобуста барыу ҡарал­ған. Хаҡы – 105 мең һум. Икенсеһе – самолет менән тура осоу, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Хаҡы – 150 мең һум. Сәфәр ҡылыусыларҙы табип оҙатып йөрөй. “Урал-сервис” аша хаж ҡылырға теләүселәр урындағы имамдарға ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Быйыл хажға барыуға Рәсәйгә 20 мең мосолман­ға квота бүленгән. Алланың әмерен үтәүселәргә назаратта дәрестәр ҙә биреләсәк.
“Раббыбыҙ һәр мосолманға хәленән килгәнсә хаж ҡылыуҙы әмер иткән. Әҙәм балаһының ҡәлебе – хажда. Сәғүд Ғәрәбстанында саңлы, түҙеп торғоһоҙ эҫе. Ләкин барыбер кеше шунда ҡабат-ҡабат барырға атлығып тора. Хажы ҡабул булған кеше сабый балалай гонаһһыҙ ҡайта. Хажға күберәк ололар йөрөй. Хатта 90 йәшлек ҡарттар ҙа бар. Йәштәрҙе лә был ғәмәлде үтәргә саҡырам. Хажға ышаныслы ойошмалар аша барыр­ға кәрәк”, – ти Илшат хажи Хафизов....

Хәләл ризыҡ хаҡында
Новости / Иман // 6-04-2017, 11:56


Хәләл ризыҡ хаҡындаТыйылмаған йәиһә исламиәттә рөхсәт ителгән ризыҡтар хәләл һанала. Был йәһәттән бәйғәмбәребеҙ түбәндәгеләрҙе бойорҙо.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.
Бер кеше һис хәрәм ҡатнаштырмайынса ҡырҡ көн хәләл ризыҡ ашаһа, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен нур менән тултырыр. Йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, файҙалы ғилем ағыҙыр, күңеленә донъяға мөхәббәт килтерер.
Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү бер хазинаға оҡшар. Был хазинаның асҡысы – доға, асҡыстың тештәре иһә хәләл ризыҡтыр.
Һәр көн хәләл байлыҡ менән алыш-биреш итеү төндәрҙе – ғибәҙәт, көндәрҙе ураҙа менән үткәреүҙән хәйерлелер.
Хәләл булмаған ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү көсө лә булмаҫ, хәләл ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында тәкәбберлек хисе булмаҫ.
Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт итер. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.
Беҙҙең ғүмер юлыбыҙҙа ҡулдарыбыҙ хәләл эштә, күңелебеҙ иһә Аллаһы Тәғәләләлер....

Мәрхүмдәр доға өмөт итә
Новости / Иман // 5-04-2017, 11:54


Мәрхүмдәр доға өмөт итәКеше мәрхүм булғас, уның ситтә йәшәгән яҡындары ҡайта, әммә уларға мәйетле йортта күрешергә ярамай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

Төрлөһө төрлө яҡта йөрөгән туғандарҙың ҡайҙа күрешеүе мөһим түгел. Тимәк, уларҙың мәйетле йортта күрешеүендә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ.
Мәрхүмдең өсө менән етеһен бергә уҡытыу дөрөҫмө? Ҡырҡын уҡыталар, 51-се көнөн уҡытыу мотлаҡмы?
Мәрхүмдәрҙең өсө менән етеһен һәм башҡа көндәрен уҡытыу зарурлығы шунан тыуған: улар­ҙы оноторға ярамай, вафат булғандар доғаға мохтаж. Һәр ваҡыт рухтарына аяттар бағышлап, Ҡөрьән уҡытып торорға кәрәк. Уларҙы ҡасан уҡыһаң да ярай. Аятты аныҡ көндәрҙә генә уҡытыу мөһим түгел. Иң кәрәге – әруахтарҙы онотмау.
Мосолманды табутҡа һалып ерләү яраймы?
Мәрхүмде табутта ерләргә ярамай. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләй­һис-сәләмде тупраҡтан яралтҡан, уның балалары ла тупраҡҡа кире ҡайтырға тейеш. Ер – пак, шуға ла кешене, өс ҡат кәфенгә төрөп, ергә һалалар. Ә табут тупраҡ менән кеше араһында кәртә булып тора....

Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк
Новости / Мәҙәниәт // 1-04-2017, 14:01


Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк2012 йылдан алып үткәрелгән "Ҡош юлы" республика бард фестивале быйыл тәүгә икенсе урында - Әбйәлил районында ойоштороласаҡ.

Бығаса фестиваль Ейәнсурала, Таҙлар ауылы янында Һүрәм йылғаһы буйында үтә ине. Быйылғыһы 16-18 июндә уҙғарыласаҡ, тәғәйен урынын аҙаҡтан әйтербеҙ.

Әле сарала ҡатнашыусыларҙы һайлау иғлан ителде. Улар Экология һәм айырыуса һаҡланған биләмәләр йылына һәм шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт ижадына арнап сығыш яһаясаҡ. Ғаризалар ике йүнәлештә ҡабул ителә: авторҙар һәм башҡарыусылар, дуэт менән сығыш яһарға мөмкин. 16 йәштән һәм өлкәнерәктәр үҙ көстәрен һынай ала. Бардтар йырҙарын гитара йәки башҡа акустик инструменттар оҙатыуында башҡарырға тейеш....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM