НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Владимир Путин: «Сегодняшнее Послание носит особый, рубежный характер»
Новости / Рәсәй // 1-03-2018, 15:23


Владимир Путин: «Сегодняшнее Послание носит особый, рубежный характер»Президент России Владимир Путин отметил важность сегодняшнего Послания. Глава государства обращается к Федеральному Собранию в большом Манеже.

«Сегодняшнее Послание носит особый, рубежный характер, как и то время, в которое мы живём, когда значимость нашего выбора, значимость каждого шага, поступка исключительно высоки, потому что они определяют судьбу нашей страны на десятилетия вперёд», — сказал Владимир Путин....

"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы
Новости / Мәҙәниәт // 1-03-2018, 13:58


 "Ҡурай даны" республика телевизион премияһы
«Ҡурай-ТВ» - башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ традицияларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара....

Ҡышҡы еләктәр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 1-03-2018, 08:30


Ҡышҡы еләктәр
Балан
Балан үҙенең дауалау үҙенсәлектәре буйынса еләктәр араһында беренсе урындарҙың береһен биләй. Емешендә шәкәр, С, Р, К витаминдары, каротин, пектиндар, органик кислоталар күп....

Йәшлек дәрте – улар күңелендә
Новости / Мәҙәниәт // 28-02-2018, 07:00


Йәшлек дәрте – улар күңелендә
Өфө авиация техникумы студенттары Салауат Хәбибуллин менән Таһир Айытбаев уҡыуҙа ла һынатмай, башҡорт эстрадаһына ла юл яра

Йәшлек мәле ғүмерҙең иң күңелле, дәртле һәм һөҙөмтәле йылдары ул. Тап шул йылдарҙа алған белем, тәжрибә, аҡыл киләсәк тормоштоң нигеҙен билдәләй. Ә студент кеше өсөн йәшлек икеләтә матур. Өфө авиация техникумының 4-се курс студенттары Салауат ХӘБИБУЛЛИН менән Таһир АЙЫТБАЕВ шуны аңлап, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй, техникумдың төрлө сараһында ла ҡатнашып өлгөрә. Был ике егет йырсы булараҡ та башҡорт эстрадаһын яулай башланы.
Таһир Бөрйән районында уҡытыусы ғаиләһендә тыу­ған, бала сағы Учалы райо­нының Ураҙ ауылында үткән. Мәктәп йылдарында шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан, тәүге ижад емештәре балалар йыйынтығында ла, ваҡытлы матбуғатта ла донъя күргән. Тағы ла баскетбол уйнарға ярата. Тәүҙә йыр менән ҡыҙыҡһыныуын етди ҡабул итмәгән. Ауылға эшкә ҡайт­ҡан Илнур Ғәйфуллин (МС Инсан), Таһир менән аралаша башлағас, уға рэп стилендә эшләргә кәңәш биргән. Хәҙер егет был йүнәлештә ярайһы ғына билдәлелек яулаған да инде, күптән түгел хатта Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһау бәхете тейгән. Сабина Кучаева, Артур Солтанов менән бергә йырҙар яҙҙырып, бергәләп сығыш яһай....

Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-02-2018, 14:00


Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ
Егетем һаман кейәүгә сығырға тәҡдим яһамай. Ә минең ғаилә ҡорғом, бала тапҡым килә. Уның менән был турала һөйләшеп ҡарағаным бар, тик риза түгел. “Барыһы ла нисек бар, шулай ҡала йәки онот мине”, – тигәйне ул миңә. Нимә эшләргә икән? Һеҙҙән кәңәш көтәм.
Азалия, 25 йәш....

Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!
Новости / Спорт // 27-02-2018, 09:22


Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!
Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындарының шайбалы хоккей буйынса финалы үтте.
Бындай сара төбәктә ун алтынсы тапҡыр ойошторола. Еңеүсе титулына Әбйәлил, Әлшәй, Балтас, Ды­уан, Ҡариҙел, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Өфө һәм Саҡмағош райондарынан һигеҙ команда көс һынашты.
Бәйге бик ҡыҙыу барҙы, был тәбиғи – һәр кем еңеүсе булырға теләй. Тәүҙә, йәрәбә буйынса ике төркөмгә бүленеп, егеттәр сәкәндәрен сәкәләштерҙе. Мәрәйҙәр һанына ҡарап командалар финалға сыҡты. Шулай итеп, Әлшәй егеттәре – беренсе, әбйәлилдәр – икенсе, саҡмағоштар өсөнсө урын алды. Еңеүсе – «Дим» командаһы Сочи ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ярыштарына юлланасаҡ.
Командалар үҙҙәренә ярҙам күрһәткән район хакимиәттәренә, уларҙың спорт комитеттарына, ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға оло рәхмәтен еткерә.

Л. ҺИҘИӘТОВА....

Ауырлыҡ йәки ҡайғы килһә...
Новости / Иман // 23-02-2018, 07:00


Ауырлыҡ йәки ҡайғы килһә...
Бәлә-ҡаза килгән саҡта, « һаҡланмағанлыҡтан» тип көйөнөү – хаталаныу ғына. Изгелек тә, насарлыҡ та – Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире. Бәндәгә ҡайғы килһә, тәне зарарланһа йә сирләһә: «Берәй гонаһым сәбәпле, Алла биргән тәҡдир!» – тип ҡабул итеү зарур. Шуны аңлағас, тәүбә итергә кәрәк. Тәүбә иткән кеше ошо һүҙҙәрҙе йыш ҡабатларға тейеш: «Иннә лил – тәһи үә иннә иләйһи ражиғүн». Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: «Беҙ – Алла бәндәһе. Һис шикһеҙ, Алла хозурына әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Аллаһы Тәғәләнең хөкөмөнә ризабыҙ».
Берәй ҡайғыға, уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡан кеше ошо доғаны даими ҡабатлаһа, доғаһы ихлас күңелдән булһа, ул кеше Алланың рәхмәтенә өлгәшәсәк, сабыр итеүселәр иҫәбенән булыр. Ҡайғыларға, бәлә-ҡазаға сабыр итеү, зарланмау – бәйғәмбәрҙәргә хас сифат.
Ниндәй ҙә булһа ҡайғы-хәсрәткә тарыған кешене яҡындары, таныштары сабыр итергә, сабырлыҡ күрһәтергә өгөтләһен.
...

Һуғандың ярҙамы тейҙе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-02-2018, 07:00


Һуғандың  ярҙамы тейҙе
Йөрәк ауырыуынан аяҡтарым ныҡ итеп шешенеп, һары һыу йыйылды. Уларға ҡарауы ҡурҡыныс ине. Шул ваҡыт күптәнге танышым бер рецепт биргәйне, ярҙамы тейҙе. Бының өсөн ике һуғанды таҙартып, ит үткәргестән үткәрергә һәм өҫтөнә бер аҙ шәкәр һибеп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән­сәк һутын һөҙөп алып, көнөнә ике-өс тапҡыр ашар ал­дынан берәр ҡалаҡ эсергә. Аяҡтың шешеүе бөткәнгә тиклем шул дарыуҙы эсергә кәрәк. Әлбиттә, һөҙөмтә тиҙ генә лә булмауы мөмкин, әммә әҙ-әҙләп кенә булһа ла шешеүе ҡайта.
Вилә.
Шаран районы.
...

Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-02-2018, 07:00


Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Ирем менән айырылышҡанбыҙ, тик һаман да үҙен яратам. Ул – беренсе мөхәббәтем, биш йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешкәйнек. Яҡшы ғына йәшәп китһәк тә, бер йылдан ғаиләбеҙ тарҡалды. Йыл ярымдан һуң йәнә бергә йәшәй башланыҡ. Тик өс айҙан арабыҙ боҙолдо һәм айырылыштыҡ. Хәҙер инде яңылышҡанымды аңланым. Юҡ-барға ғауға ҡуптарып йөрөгәнбеҙ икән. Бер-беребеҙҙән нимәлер талап итеп, янъял сығарыуҙар хәҙер миңә сүп һымаҡ ҡына тойола. Бәлки, аҡыл шулай һуңлап киләлер...
Әлеге мәлдә тик уның менән бергә булыр­ға теләүемде яҡшы аңланым. Ул да мине ярата, бергә йәшәргә теләй, тик элекке хәл тағы ҡабатланыр, тип ҡурҡа. Хистәрҙе һынар өсөн дүрт ай осрашайыҡ та, унан ҡарарбыҙ, тигән шарт ҡуя. Ә миңә дүрт ай бик оҙаҡ һымаҡ тойола, әгәр кире ҡайтмай ҡуйһа? Нисек уның ышанысын яуларға?
Розалия, 27 йәш.
...

Керән тамырының файҙаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-02-2018, 08:00


Керән тамырының файҙаһыҺалҡын тейеүҙән яҡшы һыналған дарыу тәҡдим итмәксемен. Тик уны ауырыу­ҙың тәүге билдәләре күренә башлағас та эсергә кәрәк.
Керән тамырын ҡырғыс аша үткәреп, шул уҡ күләмдә шәкәр өҫтәп, 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға һәм һөҙөп алырға. Был дарыуҙы һәр сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә. Ауырыу тиҙ арала үтеп тә китер.
Алһыу.
Дыуан районы....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM