НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Халыҡ медицинаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 20-08-2017, 14:38


Халыҡ медицинаһы
Иренгә “һыуыҡ” сыҡҡанда
1. Ауыртҡан урынға шыйыҡ валидол һөртөргә мөмкин.
2. Тәүге билдәләре күренә башлау менән шул урынды һыуытҡыстан алын­ған боҙ менән ыуырға.
3. Һарымһаҡты иҙгес менән иҙеп, ауыртҡан урынға ҡуйып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға.
...

Нилектән ауыҙ кибә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-08-2017, 14:00


Нилектән ауыҙ кибә?Миңә 40 йәш. Бер нисә йыл инде ауыҙым кибеп ыҙаланам. Айырыуса төндә ауыҙ ҡыуышлығы кибеүҙән телде ҡыбырлатып та булмай. Шәкәр ауырыуы менән сирләмәйем. Даими анализ биреп торам, ҡанымда шәкәр кимәле нормала. Нилектән шулай, аңламайым. Нисек унан ҡотолорға, бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ.
Мәликә.
Өфө ҡалаһы.

Ауыҙ ҡыуышлығы кибеүе төрлө дарыу­ҙар ҡулланыуҙан да булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ҡан баҫымын төшөрөүсе ҡайһы бер дарыуҙар быға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә даими рәүештә ниндәйҙер дарыу эсәһегеҙ икән, аннотацияһын уҡып ҡарағыҙ, бәлки, сәбәбе тап шундалыр. Бынан тыш, ауыҙ кибеүенең иң йыш күҙәтелгән сәбәбе – бауыр ауырыуы. Табипҡа күренеп, бауырығыҙҙы тикшертергә кәрәк.
...

Файҙаһын күрегеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-08-2017, 12:33


Файҙаһын күрегеҙДауаланыу маҡсатында үлгән бал ҡорттарынан төнәтмә эшләп эскәндәр бар. Ул дарыу ниндәй сирҙәргә килешә икән?
Әкрәм ВӘЛИТОВ.
Салауат районы.

Ҡышҡыһын умартаның төбөнә төшөп үлгән бал ҡорттарын әрәм итмәй, дарыу эшләһәң, бына тигән шифа. Бының өсөн сеймалды 45 – 50 градус йылылыҡтағы мейестә киптерергә һәм эре иләктән үткәрергә кәрәк.
Төнәтмә яһау тәртибе: 0,5 л һауыттағы ҡортто 1,5 литрлы шешәгә һалып, өҫтөнә араҡы ҡоялар. Ике аҙна төнәткәс, һөҙәләр һәм тигеҙ нисбәттә һыу ҡушалар. Бал ҡорттарынан эшләнгән төнәтмә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, цистит, пиелонефрит, аденома, гломерулонефрит, панкреатит, ашҡаҙан-эсәк тракты, диабет, катаракта, астма, полип, быуын сирҙәренән файҙалы. Имму­нитетты нығыта.
Үлгән бал ҡорттарын шул килеш тә файҙаланырға мөмкин. Мейес эсендә киптереп, ваҡлап, ашарға 30 – 40 минут ҡалғас, бер балғалаҡ ҡабул итәләр. Артынан һыу эсәләр.
Быуындар ауыртҡанда үҫемлек майына һалып яһалған “ҡорт майы” менән ыуыналар....

Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра
Новости / Мәғариф // 17-08-2017, 11:59


Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, туған телдәрҙе өйрәнеү һәр заманда ла иң көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе булып торған. Уға бәйле бәхәстәр тынғаны ла юҡ, шикелле. Бынан бер тиҫтә йыл тирәһе генә был йүнәлештә әүҙем эш алып барылып, республикабыҙҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһе арыу уҡ үҫеш алғайны. Әммә, әле килеп тағы ла шул мәсьәлә ҡалҡып сыға, кемдәрҙер башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы, кемдәрҙер аҫаба халыҡтың теле мотлаҡ уҡытылырға тейеш, тигән фекерҙә....

Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-08-2017, 09:00


Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
/Майһыҙландырылған эрем­­сек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарын киңәйтеүгә бу­лышлыҡ итә, кальций, магний һәм калийға бай. Көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.

/Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Гипер­тониктарға уны мөмкинлек булған һайын ашарға кәңәш ителә. Көнөнә ике ҡыҙыл борос ашау организмдың С витаминына мохтажлығын ҡаплай.
/ Лосось – омега сығанағы, ҡан баҫымын бик яҡшы төшөрә. Уны аҙнаһына өс тапҡыр 100 – 150-шәр грамм ашау файҙалы....

Филип Ларсен, защитник ХК «Салават Юлаев»: "Пытаюсь учить русский и башкирский языки"
Новости / Спорт // 16-08-2017, 15:16


Филип Ларсен, защитник ХК «Салават Юлаев»: - Это была очень хорошая игра, ощущения замечательные. Было пару моментов в начале матча, у нас много работы впереди, будем стараться.
- Для игры в овертайме в формате 3 на 3 Вам поможет опыт выступления в НХЛ?
- Играть 3 на 3 очень сложно, нужно быть сосредоточенным всегда и использовать все свои шансы. Мы будем думать.

- На Кубке Губернатора Нижегородской области Вы выступали в паре с Паниным, сейчас выходили с Арзамасцевым…
- Играть с ними обоими замечательно, они прекрасно отдают передачи. Играть с любым игроком нашей команды – одно удовольствие. Не думаю, что с кем-то мне было бы некомфортно.

- Вы учите русский и башкирский языки?
- Я пытаюсь, но слишком рано об этом говорить. Дайте мне пару месяцев, и мы вернёмся к этому вопросу.

- На предсезонке защитники «юлаевцев» забивают больше нападающих. В чём секрет?
- Я не знаю. Все играют лучше, когда они играют в команде. Возможно, дело в этом....

Үт ҡыуығын үләндәр менән дауалау
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-08-2017, 09:00


Үт ҡыуығын үләндәр менән дауалауХалыҡ медицинаһында үт ҡыуығын үлән менән дауалау буйынса бик күп рецепт табырға мөмкин. Әммә медиктар уларҙы бик һаҡ ҡулланырға кәрәклеге хаҡында киҫәтә. Иң яҡшыһы – табип күҙәтеүе аҫтында. Сөнки үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә үләндәр үт юлына таш тығылыуына булышлыҡ итеүе ихтимал.
Үт ҡыуығы менән проблема булғанда дарыу үләндәренең шифаһы ҙур. Улар үт бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, елһенеүҙе бөтөрә, тынысландыра, ашҡаҙан аҫты биҙе менән ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, организмдан төрлө токсин һәм үт таптарының сығыуын тиҙләтә....

Теш таҙартыу дәресе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-08-2017, 12:49


Теш таҙартыу дәресеИнде теш таҙартырға ғына өйрәтмәһәләр, тиер кемдер, мәҡәлә исемен күреп: “Беҙ быны бала саҡтан алып, көн дә өйрәтеүһеҙ ҙә эшләйбеҙ”. Ләкин Учалы ҡала поликлиникаһы стоматологы Наил Фәтҡуллин әйтеүенсә, күптәр тештәрен дөрөҫ таҙартмай, шул сәбәпле байтаҡ проблема тыуа: тештәрҙең һәм теш ҡаҙнаһының сирҙәре барлыҡҡа килә, ауыҙҙан һаҫыҡ еҫ сыға, теш эмале ҡарая. Шуға ла бөгөн Наил Рафаэль улы ошо юҫыҡта үҙ кәңәштәре менән бүлешә....

Наил һәм уның командаһы
Новости / Мәҙәниәт // 14-08-2017, 16:45


Наил һәм уның командаһыИнтернет селтәрендә “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары“ тип аталған ҡыҙыҡлы бер проект күҙгә салынып ҡалды. Идея авторы – Стәрлебаш районында тыуған уҙаман, фән кандидаты, ғүмере буйы үҙен белем алған һөнәренә бағышлаған нефть-химия тармағы белгесе Наил Мәхмүтов.
Документалистика уның өсөн мауығыу ғына булған, әммә тора-бара был өлкә лә уны үҙенә йәлеп итеп, ун бер йылда, “Яҡташтар“ проектына ярашлы, 13 китап сығарыуға өлгәшкән. Араларында йәшлек йылдарына, комсомол ойошмаларына, төҙөлөш отрядтарына, хатта Юрий Шевчукка арнал­ғаны ла бар. Ә нисек рәссамдар донъяһына ылығып киткән һуң Наил Мәхмүтов?...

Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйек
Новости / Иман // 14-08-2017, 15:55


Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйекБәлә-ҡаза кешегә һорап килмәй. Бер ниндәй хәүеф янамаған кеүек тойол­һа ла, уйламаған ерҙән бәндә һынау алдына баҫа. Тормоштоң төрлө аңлашылмаусанлығы арҡаһында ла ауыр хәлгә ҡалғандар була. Ундайҙар мохтаж кешеләр иҫәбенә инә. Ә мосолман өммәтенән булғандарға мохтажлыҡ кисергәнгә ярҙам итеү ҙур сауап һанала....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM