НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!
Новости / Спорт // 27-02-2018, 09:22


Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!
Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындарының шайбалы хоккей буйынса финалы үтте.
Бындай сара төбәктә ун алтынсы тапҡыр ойошторола. Еңеүсе титулына Әбйәлил, Әлшәй, Балтас, Ды­уан, Ҡариҙел, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Өфө һәм Саҡмағош райондарынан һигеҙ команда көс һынашты.
Бәйге бик ҡыҙыу барҙы, был тәбиғи – һәр кем еңеүсе булырға теләй. Тәүҙә, йәрәбә буйынса ике төркөмгә бүленеп, егеттәр сәкәндәрен сәкәләштерҙе. Мәрәйҙәр һанына ҡарап командалар финалға сыҡты. Шулай итеп, Әлшәй егеттәре – беренсе, әбйәлилдәр – икенсе, саҡмағоштар өсөнсө урын алды. Еңеүсе – «Дим» командаһы Сочи ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ярыштарына юлланасаҡ.
Командалар үҙҙәренә ярҙам күрһәткән район хакимиәттәренә, уларҙың спорт комитеттарына, ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға оло рәхмәтен еткерә.

Л. ҺИҘИӘТОВА....

Ауырлыҡ йәки ҡайғы килһә...
Новости / Иман // 23-02-2018, 07:00


Ауырлыҡ йәки ҡайғы килһә...
Бәлә-ҡаза килгән саҡта, « һаҡланмағанлыҡтан» тип көйөнөү – хаталаныу ғына. Изгелек тә, насарлыҡ та – Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире. Бәндәгә ҡайғы килһә, тәне зарарланһа йә сирләһә: «Берәй гонаһым сәбәпле, Алла биргән тәҡдир!» – тип ҡабул итеү зарур. Шуны аңлағас, тәүбә итергә кәрәк. Тәүбә иткән кеше ошо һүҙҙәрҙе йыш ҡабатларға тейеш: «Иннә лил – тәһи үә иннә иләйһи ражиғүн». Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: «Беҙ – Алла бәндәһе. Һис шикһеҙ, Алла хозурына әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Аллаһы Тәғәләнең хөкөмөнә ризабыҙ».
Берәй ҡайғыға, уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡан кеше ошо доғаны даими ҡабатлаһа, доғаһы ихлас күңелдән булһа, ул кеше Алланың рәхмәтенә өлгәшәсәк, сабыр итеүселәр иҫәбенән булыр. Ҡайғыларға, бәлә-ҡазаға сабыр итеү, зарланмау – бәйғәмбәрҙәргә хас сифат.
Ниндәй ҙә булһа ҡайғы-хәсрәткә тарыған кешене яҡындары, таныштары сабыр итергә, сабырлыҡ күрһәтергә өгөтләһен.
...

Һуғандың ярҙамы тейҙе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-02-2018, 07:00


Һуғандың  ярҙамы тейҙе
Йөрәк ауырыуынан аяҡтарым ныҡ итеп шешенеп, һары һыу йыйылды. Уларға ҡарауы ҡурҡыныс ине. Шул ваҡыт күптәнге танышым бер рецепт биргәйне, ярҙамы тейҙе. Бының өсөн ике һуғанды таҙартып, ит үткәргестән үткәрергә һәм өҫтөнә бер аҙ шәкәр һибеп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән­сәк һутын һөҙөп алып, көнөнә ике-өс тапҡыр ашар ал­дынан берәр ҡалаҡ эсергә. Аяҡтың шешеүе бөткәнгә тиклем шул дарыуҙы эсергә кәрәк. Әлбиттә, һөҙөмтә тиҙ генә лә булмауы мөмкин, әммә әҙ-әҙләп кенә булһа ла шешеүе ҡайта.
Вилә.
Шаран районы.
...

Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-02-2018, 07:00


Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Ирем менән айырылышҡанбыҙ, тик һаман да үҙен яратам. Ул – беренсе мөхәббәтем, биш йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешкәйнек. Яҡшы ғына йәшәп китһәк тә, бер йылдан ғаиләбеҙ тарҡалды. Йыл ярымдан һуң йәнә бергә йәшәй башланыҡ. Тик өс айҙан арабыҙ боҙолдо һәм айырылыштыҡ. Хәҙер инде яңылышҡанымды аңланым. Юҡ-барға ғауға ҡуптарып йөрөгәнбеҙ икән. Бер-беребеҙҙән нимәлер талап итеп, янъял сығарыуҙар хәҙер миңә сүп һымаҡ ҡына тойола. Бәлки, аҡыл шулай һуңлап киләлер...
Әлеге мәлдә тик уның менән бергә булыр­ға теләүемде яҡшы аңланым. Ул да мине ярата, бергә йәшәргә теләй, тик элекке хәл тағы ҡабатланыр, тип ҡурҡа. Хистәрҙе һынар өсөн дүрт ай осрашайыҡ та, унан ҡарарбыҙ, тигән шарт ҡуя. Ә миңә дүрт ай бик оҙаҡ һымаҡ тойола, әгәр кире ҡайтмай ҡуйһа? Нисек уның ышанысын яуларға?
Розалия, 27 йәш.
...

Керән тамырының файҙаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-02-2018, 08:00


Керән тамырының файҙаһыҺалҡын тейеүҙән яҡшы һыналған дарыу тәҡдим итмәксемен. Тик уны ауырыу­ҙың тәүге билдәләре күренә башлағас та эсергә кәрәк.
Керән тамырын ҡырғыс аша үткәреп, шул уҡ күләмдә шәкәр өҫтәп, 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға һәм һөҙөп алырға. Был дарыуҙы һәр сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә. Ауырыу тиҙ арала үтеп тә китер.
Алһыу.
Дыуан районы....

Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!
Новости / Мәҙәниәт // 18-02-2018, 09:00


Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!
Саҡмағоштоң талантлы ҡыҙы яҡташтарына ҙур теләк менән башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә

Һәр ауылдың үҙ артистары була. Өфө артистарына “зәңгәр экран” аша ғына ҡарап һоҡланған ауыл халҡы өсөн барыбер үҙҙәренең араһында йәшәгән, тормошон, көнкүрешен белгән, көн һайын аралашып, хәл белешеп йөрөгән үҙ таланттары яҡын була. Шуғалыр ҙа бөтә төбәктә лә мәҙәниәт йортонда үткән байрам концерттары, кисәләр, ҡуйылған спектаклдәр тулы зал менән үтә. Был йәһәттән уларға хатта дәүләт театрҙары, филармониялары көнләшә....

Киҙеүгә ҡаршы лимон майы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-02-2018, 07:30


Киҙеүгә ҡаршы лимон майы
Ҡыш етһә, киҙеү йонсота. Йыл һайын ауырымай ҡал­май торғайным, һуңғы йылдарҙа бик яҡшы дарыу табып алдым. Шуны ҡуллана башлағандан бирле сир­ҙе еңелерәк үткәрәм. Уны әҙер­­ләү өсөн бер лимон, 100 г май һәм бер ҡалаҡ бал кәрәк. Лимонды бер минут­ҡа эҫе һыуға һалып алғандан һуң, ҡабығы ме­нән бер­гә ит үткәргес аша үткәреп, май һәм бал ҡу­шып бутарға. Ошо ли­мон­лы дарыуҙы көнөнә бер-ике тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға.
Лүзә Н.
Ҡалтасы районы....

Әнисә апайҙы Германияға ла саҡыралар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-02-2018, 08:00


Әнисә апайҙы Германияға ла саҡыраларӘбйәлил ҡыҙы ата-бабаларынан күскән һәләте, ҡул көсө менән кешеләргә ярҙам итә

Кешене эшенә ҡарап баһалайҙар, хөрмәтләйҙәр. Әнисә Рәйес ҡыҙы Намаҙбаева ла ҡул көсө, тәбиғәттән, ата-бабаларынан күскән һәләте менән кешеләрҙе дауалап, танылды. Хәҙер уның тураһында йыш яҙалар, республика телевидениеһы аша ла күрһәттеләр. “Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары” тигән китапта ла Әнисә Рәйес ҡыҙы лайыҡлы урын алған. Әммә ул, эшенең төп баһаһы – халыҡ рәхмәте, тип иҫәпләй. Әбйәлил ҡыҙы ата-бабаларынан күскән һәләте, ҡул көсө менән кешеләргә ярҙам итә...

“Йәйғор” балҡышы – театрҙа
Новости / Мәҙәниәт // 17-02-2018, 07:00


“Йәйғор” балҡышы – театрҙа
йәки Әбйәлилдәр бар яҡтан да талантлы
Бала саҡта кем генә артист булырға хыялланмай икән?! Сәхнәлә йырлаған йырсыны үҙҙәре тип хис иткән, йә булмаһа, бейеүсене күҙәткәндә һикереп төшөп бергә бейерҙәй булып ултырған кешеләр һәр ерҙә осрай. Ә сәхнәлә барған спектаклдә геройҙар менән бергә илап, көлөп, күңеленән генә үҙҙәренсә яуап биреп, театр донъяһында йәшәүселәр ҙә таныштыр, моғайын. Шуғалыр ҙа мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, төрлө уҡыу йортонда ижади түңәрәктәр уңышлы эшләй. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына һәр йыл һайын конкурс ҙур була. Тик һирәктәргә генә профессиональ сәхнәгә сығыу бәхете эләгә. Ә имтихандарҙы бирә алмағандар, шулай уҡ сәхнәгә ғашиҡ булып та, имтихандарға барырға батырсылыҡ итмәгәндәр ғүмере буйы күңелендә шул һөйөүҙе һаҡлай, күңелендә быҫҡып ҡына янған өмөттө йөрөтә. Башҡа һөнәрҙә үҙен таба, ғаилә ҡора, тормошо ла матур бара, әммә сәхнәгә сығып уйнау теләге һүрелмәй....

Ни өсөн сусҡа ите ашарға ярамай
Новости / Иман // 16-02-2018, 07:00


Ни өсөн  сусҡа ите  ашарға ярамай
Ни өсөн сусҡа итен ашарға ярамауҙың үҙем белгән-ишеткән сәбәптәрен еткергем килә. Сөнки үҙен мосолман тип йөрөгән, инде аҡыл инерлек йәштәге ҡайһы бер кешеләрҙең баҙарҙа сусҡа ите эҙләп, һайлап, һатыу­лашып алғанын күҙәткәнем бар. Колбаса хаҡында әйтеп тораһы ла түгел – ниндәй иттән яһалғанын ҡарап та тормайҙар. Ярай, элек аҙыҡ-түлек һайлап алырлыҡ күп түгел ине, беҙ үҙебеҙ ҙә күп нәмәне белмәнек. Сөнки мәғлүмәт булманы, атай-әсәйҙәрҙең иҫкәрмәләренә ҡолаҡ та һалманыҡ. Беҙгә уларҙың әйткәндәрен “үткәндәр ҡалдығы” тип өйрәттеләр. Әсәйемдең: “Һеҙ магазин ите ашап ҡына ауырыйһығыҙ”, – тигәненә көлөп кенә ҡарай инем. Сусҡа ите йомшаҡ була, тип, билмәнгә лә ҡушып ебәреү, магазиндан әҙер билмәнде, колбасаны сиратта тороп алыуҙар булды.

...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM