НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
Новости / Мәғариф // 25-10-2013, 12:16


Милли кадрҙар әҙерләү үҙәгеМ. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына 20 йыл тулыуға арналған матур тантанаға республикабыҙҙың йөрәгендә туған телебеҙгә оло һөйөү йөрөткән билдәле шәхестәре, телсе ғалимдар, әҙәбиәтселәр, вуз уҡытыу­сылары, журналистар һәм студенттар саҡырылғайны. Шулай уҡ Төркиә, Ҡаҙағстан, Татарстан, Мордовия, Удмуртиянан һәм Хакас Республикаһынан ҡунаҡтар килде....

Яратҡан уҡытыусығыҙ кем?
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 15:54


Һәр беребеҙҙең күңелендә мәктәп йылдары, яратҡан уҡытыусылары хаҡында матур хәтирәләр һаҡлана. Ҡайһылыр уҡытыусы дәрестә теманы яҡшы итеп аңлата белеүе, икенсеһе кешелеклелеге, өсөнсөһө үҙ-үҙен тоошо менән хәтерҙә уйылып ҡала. Йылдар үткән һайын уҡытыусыларыбыҙҙың баһаһын нығыраҡ аңлай барабыҙ һәм, тормошта кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, йөрәктәребеҙҙә уларға ҡарата тәрән ихтирам, оло хөрмәт тойғоһо йөрөтәбеҙ. Бөгөн, Уҡытыусылар көнө уңайынан, гәзит уҡыу­сыларҙан яратҡан педагогтары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ....

Минең яратҡан уҡытыусым
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:57


Минең яратҡан уҡытыусымБеҙҙең Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалында һоҡланғыс уҡытыусылар бик күп.
Бөтәһе лә һәр уҡыусыға иғтибарлы, мөләйем һәм бик яҡшы уҡыта. Шуларҙың береһе – үҙемдең класс етәксем Гүзәл Хәләф ҡыҙы Сәғитова тураһында бәйән иткем килә. Беҙгә Гүзәл Хәләф ҡыҙы икенсе әсәйебеҙ кеүек. Ул киләсәктә беҙҙән һәйбәт кешеләр сыҡһын өсөн тырыша. Математика фәненән дә беҙгә төплө белем бирә. Һәр теманы яҡшы итеп аңлата. Һәр саҡ беҙҙе тормошта яңылышмаҫҡа өндәй, дөрөҫ йүнәлеш бирә. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙға арнап шиғыр ҙа сығарғайным:
Иң яратҡан уҡытыусым –...

Йәш педагогтарға кәңәштәр
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:50


Бына һин уҡыуыңды тамамлап, ҡулыңа диплом алдың. Ҡотлайым!
Мәктәптә эш тә булды. Эш башлар алдынан күп йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар­ҙың кә­ңәштәренә ҡолаҡ һал. Тәү сиратта директорҙың ҡатынына ярарға тырыш. Мәктәптә уңышлы эшләп китеүең тап унан тора. Сөнки күп эштәрҙе директор түгел, ә ҡатыны хәл итә. Уға ярау өсөн, күп нәмәне белһәң дә, белмәмеш булып, кәңәштәр һора....

Зиһенебеҙҙе байытыусы апай
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:49


Уҡытыусым Хәмиҙә Мәүлитҡолова тормошо менән һәммәбеҙгә өлгө
Уҡытыусы! Минең күңелемдә –
Сылтырап аҡҡан тау шишмәһе һин.
Сарсыл шишмәләй, һинең фәһемең
Һуғара кешеләр зиһенен.
Уҡытыусы! Берсә сағыштырам...

Ир-егеттәр мәктәбе
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:48


Ир-егеттәр мәктәбеСибайҙың Төйәләҫ ҡасабаһына ҡараған 11-се мәктәбендә эшләүсе Ислам Исрафил улы Исламбаев уҡыусыларҙы әрмегә лә, тормошҡа ла әҙерләй
Ҡайһы ғына мәктәпте алма, уҡытыусылар коллективындағы ир-атты бармаҡ менән генә һанап булалыр – шул хәтлем һирәгәйҙе хәҙер мәғариф өлкәһендә эшләүсе беҙҙең “брат”. Сәбәп­тәре бындай “дефицит”­тың күп: кемдер элегерәк мөғәллимлектән эш хаҡы әҙ тип һыуынһа, хәҙергеләренә дәрестәр етмәй. Эш хаҡына ризалар, тик эше юҡ хәҙер. Шуға ла бөгөн һаман эшенә тоғро ҡалған “динозавр”ҙарҙы “өф” итеп кенә йөрөтөргә кәрәк, юҡһа балаларыбыҙ итәккә тотоноп йөрөүҙән ары китмәҫ....

Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһы
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:47


Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһыНиндәй заманда ғына йәшәһәк тә бала бала булып ҡала. Шуҡтары, шаяндары, тиктормаҫтары, үтә иплеләре, аҡыллылары бар. Беҙҙең балаларҙың тәртибе, үҙ-үҙен тотошо насар тимәҫ инем. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эше, һәр аҙымдарының таныш кешеләрҙең күҙ алдында булыуы ла ҙур роль уйнай торғандыр. Ғөмүмән, хәҙерге балалар тәртип­һеҙ, насар, тигән һүҙҙәр менән килешмәйем. Эшемдә минең өсөн иң мөһиме – холоҡ-ҡылыҡтарына, милләтенә, социаль хәленә айырып ҡарамай, балаларҙы ысын күңелдән яратыу, һәр балаға шәхес итеп ҡарау. Уларҙа буласаҡ ата-әсәләрҙе, илдең, донъяның киләсәген күреү....

Ете мәктәп – алдынғылар исемлегендә
Новости / Мәғариф // 27-09-2013, 12:00


Башҡортостандың ете мәктәбе Рәсәйҙең иң алдынғы ауыл мәктәптәре исемлегенә ингән. Был хаҡта «Учительская газета»ла хәбәр ителә. Исемлеккә Рәсәйҙең 54 мәктәбе эләккән. Шулар иҫәбендә беҙҙең республиканан Ауырғазы районының Кәбәс, Миәкә районының Оло Кәркәле, Өфө районының Булгаков, Дыуан районының Вознесенка, Шаран районының Шаран ауылындағы 1-се һәм Мичуринск ауылындағы М. Фәрхетдинов исемендәге урта белем биреү мәктәптәре һәм Туймазы ҡалаһының Сера­фимовка ауылындағы 1-се урта белем биреү мәктәбе бар....

Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылды
Новости / Мәғариф // 27-09-2013, 11:59


Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылдыБыйылғы уҡыу йылын үҙ мәктәбендә ҡаршылау Мәләүез райо­нының Аптраҡ ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләр өсөн ҙур байрамға әүерелде. Ҡасандыр райондың иң ҙур мәктәптәренең береһе булған белем усағында 500-ҙән ашыу уҡыусы хатта ике сменала уҡырға мәжбүр була. Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар һаны бер ни тиклем кәмеһә лә, сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бында бөтөн мөмкинлектәр ҙә бул­дырыл­ған:...

Иң яҡшы 500-ҙә беҙҙеке – һигеҙ
Новости / Мәғариф // 20-09-2013, 14:29


Башҡортостандың һигеҙ уҡыу йорто «Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе» исемлегенә инде. Улар араһында Өфөнөң 3-сө, 39-сы, 93-сө гимназиялары, 153-сө, 83-сө лицейҙары, Стәрлетамаҡтың, Нефтекаманың, Салауат ҡалаһының 1-се гимназиялары бар.
Был мәктәптәр исемлеккә 2012 – 2013 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн индерелгән. Айырыуса БДИ буйынса күрһәткестәр, быйыл Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының һуңғы этабында еңеүселәр һәм призерҙар һаны иҫәпкә алынған....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM