НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?
Новости / Мәғариф // 7-03-2014, 04:52


Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?Әле ун-егерме йыл элек кенә Өфөлә юғары белем алыу мәртәбәле эш һаналһа, хәҙер урта мәктәпте тамамлаусы егет-ҡыҙҙар, баш ҡалабыҙ менән генә хушһынмай, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек мәркәздәрҙе лә яуларға тырыша. Тыуған яҡтан ситтә уҡыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Плюстарын ҡарап үткәндә, тыуған оянан алыҫҡараҡ осоп ҡанат нығытыу үҙаллылыҡҡа өйрәтеүен, оло үҙәктәр ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыуын атарға мөмкин. Үҙебеҙҙең вуздарҙы ни тиклем маҡтаһаҡ та, белем биреү сифаты буйынса Мәскәү, Питерҙағы уҡыу йорттарына етә алмаясаҡтарын беләбеҙ. Яҡшы кадрҙарҙы юғалтыу хәүефе бар, әлбиттә. Әммә, уйлап ҡараһаң, был шул тиклем ҡурҡыныс күренешме икән? Амбициялы, егәрле, башлы егеттәр һәм ҡыҙҙар ни өсөн республикаға ҡайтып, ике тингә тир түгергә тейеш әле? Мәскәүҙе ситтән килгән ҡара халыҡтар яулағансы, үҙебеҙҙең милләт вәкилдәре баҫып алһын....

Тел һағында – телһөйәрҙәр
Новости / Мәғариф // 28-02-2014, 13:31


Тел һағында – телһөйәрҙәрБөрйән районының мәғариф бүлеге Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр» тип аталған бәйге ойошторҙо
– Дәрт һалдылар күңелгә! Ышаныс бирҙеләр беҙгә! Башҡорт рухы бар балалар күңелендә! – тип һоҡланыуын йә­шермәне Бөрйән районының мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған сара барышында. – Рәхмәт һеҙгә, балалар!...

«Маҡсатыбыҙ – көслө кадрҙар әҙерләү»
Новости / Мәғариф // 28-02-2014, 13:29


Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция хеҙмәткәрҙәре! Мәктәпте тамамлағас, журналист һөнәрен үҙләштерергә теләйем. Уҡыу йортон һайларға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
Ләйсән ҒАЙСИНА.
Мәләүез ҡалаһы.
Ләйсәндең үтенесе буйынса Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, профессор, доцент, фән докторы Риф Әхмәҙиевҡа мөрәжәғәт иттек.
«Маҡсатыбыҙ – көслө кадрҙар әҙерләү»
– Факультет тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
...

Мәғариф яңылыҡтары
Новости / Мәғариф // 28-02-2014, 13:28


Яҡшы уҡыйһыңмы? Миҙал ал!

Башҡортостанда уҡыу алдынғылары өсөн махсус миҙалдар булдырыласаҡ. Президент Рөстәм Хәмитов 26 февралдә үткән хөкүмәт ултырышында республикабыҙҙың Мәғариф министрлығына ошо уҡыу йылы аҙағына тиклем кәрәкле документтарҙы һәм миҙалдарҙы әҙерләргә ҡушты.
– Уҡыу алдынғыларын алтын һәм көмөш миҙалдар менән бүләкләү федераль кимәлдә туҡтатылғайны. Беҙҙең республикала йыл һайын 2,5 меңдән ашыу уҡыусы миҙал ала торғайны. Минеңсә, был матур йоланы дауам итергә кәрәк. Яҡшы уҡығандарҙы дәртләндерә белергә тейешбеҙ. Уҡыу йылы аҙағына тиклем өс ай ҡалды, шуға ҡарамаҫтан, был мәсьәләне хәл итербеҙ, тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында....

Хәлең нисек, уҡыусы?
Новости / Мәғариф // 7-02-2014, 11:22


Ошо көндәрҙә Мәскәү янындағы мәктәптәр­ҙең береһендә булып үткән ҡот осҡос фажиғә барыһын да тетрәндерҙе. Атаһының мылтығынан география уҡытыусыһын һәм полицейскийҙы атып үлтергән уҡыусы хаҡында бәхәстәр ҡыҙғандан-ҡыҙа. Балаларыбыҙға ни етмәй һуң, көндән-көн ҡайҙан ундай ҡанһыҙлыҡҡа өйрәнәләр һәм баш китерлек эштәр ҡылалар, агрессорҙарға әйләнәләр?...

“Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”
Новости / Мәғариф // 28-01-2014, 06:35


“Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”Береһенән-береһе аҡыллы, уңған, һәләтле ҡыҙҙар уҡый икән Башҡорт дәүләт медицина университетында. Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаттары Алина Заманова, Зөһрә Камалетдинова, Йәмилә Ғәбитова менән танышҡас, шундай фекергә килдем. Алина менән Зөһрә – 6-сы курс студенттары, ә Йәмилә уларҙан бер курсҡа түбәнерәк уҡый. Ҡыҙҙарҙың табип һөнәрен һайлауында ғаилә тәрбиәһенең, ата-әсәләренең йоғонтоһо ҙур булған. Улар барыһы ла табиптар ғаиләһендә тыуып, был һөнәр менән бәләкәйҙән танышып, ошо хаҡта китаптар уҡып үҫкән....

Йәмен, тәмен татып ҡалығыҙ!
Новости / Мәғариф // 28-01-2014, 06:17


йәки Ниңә Денис дәрестә йоҡлаған?
Ошо аҙнала кемдәрҙеңдер һағынып көткән, ә ҡайһы берҙәрҙең башҡа көндәрҙән әллә ни айырылмаған өп-өр яңы йылда студент байрамын ҡаршылаясаҡбыҙ. Ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән был байрам? 17 ноябрҙә – Халыҡ-ара, ә 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары көнө тип билдәләнә. Бөгөн күптәребеҙ студенттар көнө тип 25 ғинуарҙы ғына һанай. Ә нилектән тарихта 17 ноябрҙе нәҡ Халыҡ-ара студенттар көнө тип яҙып ҡалдырҙылар икән?...

Бар яҡлап та килгән ҡыҙ
Новости / Мәғариф // 28-01-2014, 06:13


Бар яҡлап та килгән ҡыҙСтудент йылдары – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 5-се курс студенты Зөһрә Сафина ана шундай­ҙарҙан....

Класс етәксеһе булған өсөн түләү һаҡлана
Новости / Мәғариф // 17-01-2014, 11:28


Ошо көндәрҙә класс етәксеһе булған уҡытыусылар, өҫтәмә түләү туҡтатылырмы икән ни, тип хафаға ҡалғайны. Сөнки хәҙер федераль бюджеттан был түләүҙәр ҡаралмай. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусыларға борсолорға урын юҡ.
Класс етәксеһе булған өсөн түләү элекке кимәлдә ҡала, йәғни ул балалар һанына ҡарап түләнә. Әгәр класта 25 бала булһа, уҡытыусы 1,5 мең һум аҡса ала. Элеккенән бер генә айырма – 2014 йылдың 1 ғинуарынан түләү республика ҡаҙнаһынан тәьмин ителә, ә федераль бюджеттан түгел....

БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ
Новости / Мәғариф // 17-01-2014, 11:25


БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ
“Теле барҙың – иле бар,
Иле барҙың – көнө бар,
Көнө барҙың – ҡәҙере бар!” –
тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM