НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Белгес фекере
Новости / Мәғариф // 10-10-2014, 16:30


Белгес фекере– Ғәҙәттә, бындай енәйәттәр эскән атай­ҙар йәки үгәй атайҙар тарафынан ҡылына. Шулай уҡ үҙ-үҙҙәрен яҡлай алмаған кесе йәштәге инвалид балаларға тән йәрәхәттәре һалыу осраҡтары ла бар. Ҡул күтәреү баланы тәрбиәләү рәүеше була алмай, ул баланың психик үҫешенә кире йоғонто яһай. Ҡаты мөғәмәлә хөкөм һөргән ғаиләлә үҫеүсе балалар үҙ-үҙенә бикләнә, уларҙың үҫеш кимәле тотҡарлана, бәғзеләре хоҡуҡ боҙоу юлына баҫа. РФ Ғаилә кодексының 63-сө статьяһына ярашлы, ата-әсәләр үҙ балаларының сәләмәтлеге, физик, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше буйынса хәстәрлек күрергә бурыслы.
Минең практикала булған бер миҫал. Оҙаҡ йылдар бала таба алмаған ҡатын балалар йортонан ҡарауға малай ала....

ЗАМАНСА ҺӨНӘРҘӘРГӘ БЫНДА УҠЫТАЛАР
Новости / Мәғариф // 19-09-2014, 14:41


ЗАМАНСА ҺӨНӘРҘӘРГӘ БЫНДА УҠЫТАЛАР75 йылда колледждың көндөҙгө бүлеген 25 мең һәм ситтән тороп уҡыу бүлеген 12 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Колледждан сыҡ­ҡан белгестәр Башҡортос­танда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләй, араларында фән докторҙары, етәкселәр ҙә бар. Колледждың психология фәндәре докторы, Рәсәй Фән­­дәр академияһының Психо­ло­гия институты профессоры Е. Яковлева, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортос­тандың Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы мөдире, Халыҡ-ара пе­дагогик белем биреү фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Р. Га­санова, шул уҡ институттың до­центы, педагогия фәндәре кандидаты В. Яфаева, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар неврологияһы кафедраһын оҙаҡ йылдар етәкләгән профессор А. Мифтахова, педагогия фәндәре докторы, Шәреҡ иҡтисади-гуманитар университеты профессоры А. Әпсәләмова һәм башҡалар менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана....

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды
Новости / Мәғариф // 29-08-2014, 16:02


Рәми Ғарипов исемендәге республика  башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылдыҠанаттарың талмаһын, “Шоңҡар” - Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды.
Бер нисә көндән көмөш ҡыңғырау йәмле йәй айҙарының тамам икәнлеген иҫкәртеп, балаларҙы дәрестәргә саҡырыр. Өс ай буйы дуҫтарын, уҡытыусыларын, мәктәбен һағынған балалар тағы ла бергә йыйылып, фән тауына үрләр. Ремонт эштәре үткән, төҙөкләндерелгән биналар күптән инде сыр-сыу килгән балалар тауышын һағын­ғандыр.
Яңы уҡыу йылына Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын ҙур бүләк менән ҡаршы алды. Өр-яңы, заманса проектланған һәм йыһазландырылған “Шоңҡар” спорт-һауыҡтырыу комплексы үҙ ишектәрен асты. Ыҡсым ғына, интернат ҡаласығына йәм биреп ултырған бина төҙөлөшөнөң тамамланғанын уҡыусылар түҙемһеҙләнеп көттө....

Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ
Новости / Мәғариф // 4-07-2014, 11:32


Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Лариса Ғәбит ҡыҙы Маликова быйыл Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалында педагогик практика үтте. Ул киләсәктә филолог һөнәренә эйә буласаҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙем тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Уның дәрестән тыш үткәргән саралары, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы ла маҡтауға лайыҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемгә иғтибарлы, үҙ-үҙенә ҡарата талапсан, ныҡышмал һәм тырыш булыуы менән һоҡландырҙы. Сығарылыш практикаһын уңышлы үтте һәм мәктәп етәкселегенең Маҡтау ҡағыҙына, иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
Ларисаға киләсәктә һайлаған һөнәре буйынса юғары белем тураһында диплом алып, хыял иткәненсә уҡытыусы булып уңышлы эшләргә яҙһын....

“Ниһайәт, мин инженер!”
Новости / Мәғариф // 27-06-2014, 18:39


“Ниһайәт, мин инженер!”Июнь – имтихандар, сығарылыш балдары мәле, мәктәп, студент йылдары менән хушлашыу айы. Был мәлдә күңел моңһоулыҡ менән дә, шатлыҡ менән дә тула.
21 июндә Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетын тамамлаусыларға диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Һәр йыл һайын был минуттар студенттар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә берҙәй үк тулҡынландырғыс. Йола буйынса, сара университеттың байрамса биҙәлгән алтынсы корпусында уҙғарылды. Студенттарҙы ҡотларға уҡыу йортоноң белем биреү буйынса проректоры Р. Авзалов, аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты деканы Н. Ғөбәйҙуллин, кафедра мөдирҙәре, уҡытыусылар һәм университеттың башҡа хеҙмәт­кәр­ҙәре килгәйне. Факультет деканы үҙ ҡотлауында диплом алғас та, тамам­лау­сы­лар­ҙы вузда тағы ла күп тапҡыр күрергә теләүен белдерҙе, ҡыҙыл диплом алыусыларҙы БДАУ-ҙа фәнни эшмәкәрлектәрен дауам итергә саҡыр­ҙы....

Республикала йәнә йәштәр тауышы яңғырай
Мәғариф / Әҙәбиәт // 27-06-2014, 17:48


Республикала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайРеспубликала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайРеспубликала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайРеспубликала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайЙәштәр көнө алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡор­тос­тан «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһы донъя күрҙе. Быйыл исемлеккә ижад өлкәһендә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһаған йәнә биш автор өҫтәлә. Бына уларҙың исемдәре: Зимфира Әбүшаһ­манова, Айгөл Айытҡолова, Гөлнур Ҡыуатова, Оксана Кузьмина, Альбина Хәлиуллина. Әйткәндәй, үҙҙәре менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Гөлнур Ҡыуатова Ейәнсура райо­нының Юлдаш ауылында тыуған. Тамырҙары менән Ырымбур өлкәһе башҡорто. Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем алғас, хеҙмәт юлын тыуған ауылы китапханаһында башлай. Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының китапханаһында баш белгес булып эшләй.

«Тик һөйөүҙән тора йөрәгем» йыйынтығы авторҙың тәүге китабы. Ижадының төп темаһы – мөхәббәт. Был йыйынтығында йәш шағирә һөйөү хистәрен төрлө яҡтан сағылдыра. Шиғырҙарында ихлас, эскер­һеҙ бала тауышы ла, үҙәккә үтер яуапһыҙ мөхәббәт һағышы ла ишетелә....

Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты
Новости / Мәғариф // 30-05-2014, 05:02


Азалиә Солтанова РФ Президенты грантына лайыҡ булды
Күңеле лә, уй-хыялдары ла яҡты11-се класс уҡыусылары өсөн иң яуаплы мәл яҡынлашты. Уй-хыялдар­ҙы, изге ниәттәр­ҙе тормошҡа ашырыу өсөн берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырыу кәрәк.
– Хыялдарым күп минең. Иң беренсе сиратта, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тап­шырып, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Атай-әсәйем, туғандарым иҫән-һау булһын. Килә­сәктә тормошта үҙемдең урынымды, бәхетемде табыу, – ти Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 11-се синыф уҡыу­сыһы Аза­лиә Солтанова.
Биологиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға йы­йына ул. Мәк­тәптә уҡытыусыһы Люциә Фәизова менән шөғөлләнә, курс­тар­ға йөрөй, өйҙә үҙ аллы ла әҙерләнә....

Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә
Новости / Мәғариф // 17-05-2014, 13:42


Уңыш нигеҙе - берҙәмлектәМәктәп ойошмаһы төрлө саралар ойоштора, тулы тормош менән йәшәй. Улар 23 февралгә арнап ҙур сара үткәргән. Шуны ла әйтергә кәрәк: был уҡыу йортонда атайҙарға иғтибарҙы күберәк бүләләр. Сөнки атай тәрбиәһе алған бала тормошта үҙен көслөрәк тә, төплөрәк тә итеп тоя икәнен яҡшы аңлай уҡытыусылар. Шуға күрә лә мәктәптә ойошторолған дөйөм йыйылыштарға ла йыш ҡына атай­ҙарҙы саҡырырға тырышалар. Был һуңғы ваҡытта атайҙарҙың төшөп барған абруйҙарын нығытыуға бер аҙым....

Йәш экскурсоводтар мәктәптә тәрбиәләнә
Новости / Мәғариф // 17-05-2014, 12:06


Йәш экскурсоводтар мәктәптә тәрбиәләнәБай тарихлы, хозур тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәре менән бөтә республикаға данлыҡлы Салауат районына һәр ваҡыт ҡунаҡтар теләп килә. Салауат баҫҡан һуҡмаҡтарҙан йөрөп, милли геройыбыҙҙың музейын ҡарап, Рәми Ғарипов үҙ ҡулы менән яҙған шиғырҙарын уҡып, башҡа баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡылар менән танышып, улар батыр еренән бөтмәҫ тәьҫораттар алып ҡайта. Ҡунаҡтарҙың сәфәре ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле үтеүе күп осраҡта экскурсоводтан тора. Шуға ла районда уларҙы әҙерләүгә бик етди ҡарайҙар.
...

“Илдәр гиҙеп, оло бәхет кисерәм”
Новости / Мәғариф // 16-05-2014, 04:13


“Илдәр гиҙеп,  оло бәхет кисерәм”Альбина Хәкимова – ғәжәп ҡыйыу ҡыҙ. Санкт-Петербургта, Төркиәлә, Таиландтың Пхукет утрауында йәшәгәндән һуң, әлеге ваҡытта Доминикан Республикаһында гид булып эшләй. Бәләкәй саҡта үҙенең ҡайҙалыр бик алыҫта йәшәүен күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡыҙҙың сит илгә сығып китеүенең төп сәбәбе – башҡа яҡтағы тормошто, мәҙәниәтте яҡындан күреү һәм танышыу. Туризм өлкәһенә барыр алдынан, Альбина өс йыл ярым банк хеҙмәткәре булып эшләй....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM