НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Заман талабы ине»
Новости / Мәғариф // 15-05-2015, 12:19


 «Заман талабы ине»Абруйлы вузда тәүгеләрҙән булып асылған үҙаллы башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты мәктәптәр һәм гәзит-журнал, радио-телевидение өсөн күп белгес әҙерләне. Уны тамамлаусылар бөгөн – исемдәре билдәле шәхестәр, абруйлы уҡытыусылар, танылған журналистар. Факультетты ойоштороу башланғысында тороусылар юбилей уңайынан үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты....

Уңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙа
Новости / Мәғариф // 10-04-2015, 10:39


Уңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙаУңыш сере – яҡшы мөхит булдырыуҙаКеше тормошон мәктәпһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бала нәҡ ошонда ғилем донъяһына юл ала, холоҡ-фиғеле формалаша, үҙен шәхес булараҡ үҫтерә. Уның артабанғы үҫешендә, йәғни ысын кеше булып китеүендә бындағы белем һәм тәрбиә нигеҙенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбе лә бай рухлы, физик яҡтан сәләмәт, ижади фекерләүсе, төплө белемле, тәртипле уҡыусыларҙы берләштерә. Райондағы алдынғы белем усағының уңыш серен асыу ниәтендә мәктәп тормошо менән яҡындан таныштыҡ....

“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә дәрт бирә”
Новости / Мәғариф // 10-04-2015, 09:41


“Эшемдең һөҙөмтәһен күреү  күңелгә дәрт бирә”Иҫ белгәндән алып атай-әсәйемдең йырлауын, атайымдың гармунда уйнауын күңелемә һеңдереп үҫтем, – ти әңгәмәсем. – Ауылдағы мәктәптең етенсе класын тамамлағас, Өфөләге Ғәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында бер йыл уҡыр­ға тура килде. Унан инде уҡыуымды Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында дауам иттем. Йыр буйынса үҙемде нәҡ шул йылдарҙа күрһәтә башланым. Бер ваҡыт интернатта буш торған гитара менән синтезаторҙы һорап алдыҡ та, биш егет “Хыял” тигән төркөм төҙөп ебәрҙек.
Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып үҫкән егет урта белемгә эйә булғандан һуң ике йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайта. Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инеүе иһә осраҡлы килеп сыға, тип әйтергә мөмкин. Әрменән йөрөп ҡайтҡас, район гәзитендә яңы асыл­ған уҡыу йорто хаҡында белдереү күреп ҡала....

Электрон мәктәп нимәнән башлана?
Новости / Мәғариф // 14-03-2015, 10:45


БР Мәғарифты үҫтереү институтында үткән сарала ғалимдар, методистар, мәктәп һәм балалар баҡсалары педагогтары, IT өлкәһе менән ситтән тороп белем биреү технологиялары белгестәре – йәмғеһе 419 уҡытыусы ҡатнашты, улар иң алдынғы яңылыҡтар менән танышты.
Фестиваль педагогик, техник һәм идара итеү инновациялары йүнәлештәре студияларында барҙы. Унда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү өлкәһендәге иң һуңғы алымдар менән танышыу, һөнәри оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеге булды.
Техник инновациялар студияһын айырым билдәләге килә. Һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡытыусыһына эшендә компьютер проекторы кеүек ҡорамалдар ҙур ярҙамсы. Уларға компьютер, интернет, медиаплеер то­таштырып була....

Яратҡан һөнәр бәхет килтерә
Новости / Мәғариф // 6-03-2015, 11:13


Яратҡан һөнәр  бәхет килтерәТыуған ауылымда урта мәктәпте тамамлау менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия училищеһына юл тоттом. Үҙемдең теләгем булғанға түгел, ә әсәйемдең өгөтләүе буйынса. Бер туған апайым тап ошо ҡалала йәшәй ине, яныңда терәгең, яҡлаусың булыр, тине. Уҡыу башланды, әммә һиҙәм: күңелемә ятмай. Уҡыуҙың практик өлөшөн үтер өсөн мәктәпкә барып эшләй башлағайным, уҡытыусылыҡ минең һөнәрем түгел икәнен аңланым. Ә әсәйем уҡыуҙы ташлауыма ҡырҡа ҡаршы. Мин шул саҡта уҡ яҙмышымды яҙыр мөһим ҡарарҙарҙы тик үҙемә генә ҡабул итергә кәрәк икәнлеген аңланым һәм документтарымды Өфө китапхана техникумына алып барҙым....

ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!
Новости / Мәғариф // 30-01-2015, 05:05


ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!ҠОЯШ! ЭЙ ҺИН, БАЛАЛЫҠ ҠОЯШЫМ, ҒҮМЕР БУЙЫ ЯҠТЫРТ ЮЛЫМДЫ!“Подъе-е-ем!” тигән тауышҡа һәм ныҡ ҡына сыңлаған ҡыңғырауға таңғы сәғәт етелә һикереп тораһың да, күҙеңде асыр-асмаҫтан кейенә башлайһың. Ун минут та үтмәй, һин тышта башҡалар ыңғайына бөгөлөп-һығылып зарядка эшләргә тырышаһың, стадион буйлап йүгергеләп тә алаһың. Шунан тағы ла шәп-шәп кенә кире инеп, йоҡлаған урыныңды йыйыштыраһың. Карауаттың ситен ҡат-ҡат матурлай­һың, ул линейка менән тигеҙләнгән кеүек булырға тейеш. Йыуынаһың һәм ашханаға бутҡа ашарға елдерәһең. Һин һалдатмы? Юҡ, һин – гимназист. Был Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты балаларының ябай бер иртәһе…
Бөгөн 70 йыллыҡ ҙур юбилейын билдәләгән гимназия-интернаттың үткәне һәм бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һүҙ йөрөткәндә, шулай хәтирәләргә сумып китмәйенсә булмайҙыр. Баш­ҡорт ижади интеллигенцияһын, милли элитаһын тәрбиәләү үҙәге булараҡ, уҡыу йорто нисәмә мең кеше өсөн икенсе йорт, ныҡлы терәк, белем һәм тәрбиә донъяһы булды....

Уҡытыусылар, еңегеҙҙе һыҙғанығыҙ!
Новости / Мәғариф // 30-01-2015, 04:21


Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан 2015 йылда федераль бюджеттан 7 миллион һум субсидия аласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 28 ғинуарындағы Указы менән һәр береһенең күләме 200 мең һум тәшкил иткән 1000 аҡсалата бүләкләү булдырылған. Шуға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъект­тарына 2015 йылға 200 миллион һум аҡса бүлеп бирелә.
Аҡса Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс йомғаҡтары буйынса тапшырыласаҡ. Федерацияның һәр субъекты өсөн аҡсалата дәртләндереү күләме 2014 йылдың декабрендә раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы билдәләнә. Ауыл йәки ҡала ерендә урынлашҡан мәғариф учреждениеларында уҡыусылар һаны ла иҫәпкә алынасаҡ....

Бында роботтар “терелә”
Новости / Мәғариф // 22-01-2015, 20:00


Бында роботтар “терелә”Бында роботтар “терелә”16 – 19 ғинуарҙа Республика иҡтисад лицей-интернатында уҡыусыларҙың фи­зика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үткәрелде. Бер юлы “Altair” компьютер һәм робот техникаһы лабораторияһы эше лә күрһәтелде.
“Altair” компьютер һәм робототехника лабораторияһы күргәҙмәһе бик ҡыҙыҡлы ойошторолғайны. Бына һәнәкле тейәгес (вилочный погрузчик) моделе. Ул өҫтәлдә ятҡан ағас бурсаларға үҙ аллы килә, уларҙы эләктереп, тейешле бейеклеккә күтәреп һала.
Икенсе роботтың “күҙ”ҙәре – фотосен­сор­ҙары бар. Ул ҡағыҙға төшөрөлгән ҡара һыҙаттан ситкә тайпылмайынса хәрәкәт итә. Ә бына “КУКА” сәнәғәт манипуляторын уҡыу­сылар конкурста еңгән. “Аль­таир”сылар уны үҙгәрткән – веб-камера өлөштәрен ҡуйып, микроскоп яһаған. Уҡыу­сылар принтер моделен дә эшләгән. Ул ысын техниканың ниндәй өлөштәрҙән тороуын ап-асыҡ күрһәтә....

Егәрленең ҡулы етәү
Мәғариф / Махсус бит // 22-01-2015, 18:00


Егәрленең  ҡулы етәү25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнөнә ҡарата, ғәҙәттә, уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәгән йәштәрҙе һүрәтләргә тырышабыҙ. Быйыл да ошо матур традицияны дауам иттек. Әңгәмәсебеҙ үҙенең бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалыуы менән бәхетле.
Морат Ейәнсура районының Мөхәмәтйән ауылында тыуып үҫ­кән. Әле ул Өфө дәүләт авиация техник университетында авиация двигателдәрен проектлау факультетының икенсе курсында уҡый. Бер юлы ул был юғары уҡыу йортоноң Хәрби уҡыу үҙәгендә лә белем ала.
– Ғаиләлә дүрт бала үҫтек, бөтәһе лә егеттәр, – ти әңгәмәсебеҙ. – Ағайым, мин һәм ике ҡустым бар. Бәләкәйҙән үк хәрби булырға теләнем. Кадет корпусында уҡырға иҫәбем бар ине, тик атай-әсәйем ебәрмәне. 11-се класты тамамлағас, ҡайҙа барырға тип йөрөгәндә, апайым Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм уның Хәрби уҡыу үҙәге тураһында һөйләне. Бөтә һынауҙарҙы үтеп, документтарҙы өлгөрттөм....

Бар булмышы менән уҡытыусы
Новости / Мәғариф // 16-01-2015, 12:06


Бар булмышы менән уҡытыусыХәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ уҡытыусы һөнәре хаҡында хыяллана. Быға уның тәүге остазы Зәкәриә Сәфәрғәле улы Итбаев сәбәпсе. “Ул бөгөн дә минең өсөн юғары абруйлы кеше, – ти Фәниә Ғәниулла ҡыҙы. – Уҡытыусым бар яҡтан да камил. Мине, бәләкәй генә ҡыҙсыҡты, уның һәр һыҙат-ҡыланышы һоҡландыра ине. Зәкәриә Сәфәрғәле улы матур һөйләшә, дәресте бик ентекле аңлата, балаларҙан дөрөҫ һәм тулы яуап биреүҙе талап итә. Үҙе һәр саҡ бөхтә йөрөй. Әле лә күҙ алдымда: ул ҡап-ҡара костюм-салбар, ап-аҡ күлдәк кейгән, ә кеҫәһендә – дүрткә бөкләнгән ҡарҙай ҡулъяулыҡ”.
Быға тиклем Иҫәнгилде ауылынан берәү ҙә юғары белем алыуға ынтылмағанғамы, уҡыу­ҙы тамамлағас, Фәниә Ғәниулла ҡыҙы педагогия институтына барырға баҙнат итмәй. “Тоттом да медицина училищеһына уҡырға индем. Әммә был юл төптө минеке түгел ине. Ҡандан ҡурҡҡан кешенән ниндәй шәфҡәт туташы сыҡһын инде?!” – тип көлдө ул....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM