НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Беренсе тапҡыр – беренсе синыфҡа!
Новости / Мәғариф // 24-08-2010, 11:43


26 августа Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге «Беренсе тапҡыр – беренсе синыфҡа!» тигән темаға «ҡыҙыу линия» үткәрә.
Уҡытыусы-психологтар балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, балалар баҡсаһынан мәктәпкә күскән осорҙағы проблемалар, баланы яңы режимға өйрәтеү мәсьәләләре буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем 8 (347) 273-09-00 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ. Шылтыратыу бушлай. Шулай уҡ һорауҙарҙы planeta-7ya@rambler.ru. адресы буйынса электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин.
С. НИЯЗОВА.
...

Зөлфирәнең ныҡлы өс тағаны
Новости / Мәғариф // 24-08-2010, 10:49


Зөлфирәнең ныҡлы өс тағаны
Баймаҡ районының урман төпкөлөндә урынлашҡан Бөрйәнйылға ауылында донъяға килгән Зөлфирә, ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый.
Аң-белем багажы һәлмәгәйгән, ҡәләме үткерләнә төшкән ҡыҙ, мәктәп менән хушлашмайынса, икенсе ҡиәфәттә уға яңынан әйләнеп ҡайтыу өсөн тура БДУ-ға юллана. Филология факультетында уҡығанда күп әҙипте оло юлға сығарған «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, шиғыр, хикәйәләре республика матбуғатында баҫыла....

Ауылға йәш кадрҙар ҡайта
Новости / Мәғариф // 21-08-2010, 16:18


Ауылға йәш кадрҙар ҡайта
Баҡалы районы хакимиәтендә Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусыларға дипломдар тапшырылды.
Осрашыуҙы асып, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары А. Латипов районда ауыл хужалығы буйынса белгестәр талап ителеүен билдәләне. Быйыл аграр университетты Баҡалы районынан 27 егет һәм ҡыҙ тамамлаған. Шул иҫәптән 24-е – бюджет нигеҙендә, 13-ө юллама буйынса белем алған....

Уҡытыусы ниндәй власҡа эйә?
Новости / Мәғариф // 14-08-2010, 15:15


Уҡытыусы ниндәй власҡа эйә?
Бер нисә генә көн үтер ҙә, әле сабыйлыҡтан сығырға ла өлгөрмәгән балаларыбыҙ, үҙҙәрен инде өлкәнгә һанаған үҫмерҙәр, осрашҡанда ҡанат ҡағышҡан ҡоштарҙай ҡыуанышып, синыф бүлмәләренә, вуз аудиторияларына йыйылыр. Һәр йыл һайын ҡабатлана торған күренеш булһа ла, тиҫтерҙәрҙең осрашыуы – байрам, ғүмер юлында бер баҫҡыс. Улар, тормош тигән хәтәр сәфәрҙең алдында ғына торған балалар, үҙҙәрен ни ҡәҙәре лә ҡаты һынау көтөүе тураһында әлегә уйланмай. Йөрәкте алдан өҙгөләй башлауҙан да ҡояш байышы яғынан ҡалҡмаҫ, һыуҙар отороға аҡмаҫ. Донъя, йәшәү, бала тип, беҙ, өлкәндәр, янғас та әлегә етеп торор....

Киләсәк быуынды хәстәрләп
Новости / Мәғариф // 14-08-2010, 15:10


Киләсәк быуынды хәстәрләп
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең мәғариф системаһында ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Был йәһәттән Саҡмағош районында ла байтаҡ эштәр эшләнде. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты районда мәғарифты үҫтереүгә яҡшы этәргес булды. Инновацион программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған өсөн өс мәктәп 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. 21 мәктәп интернет селтәрендәге белем биреү алымдарын ҡуллана. Райондың 10 мәктәбенә яңы автобус алынған.
Белем биреү технологияларының үҫешендә мәғариф учреждениеларының заманса уҡытыу йыһаздары менән тәьмин ителеше төп урынды алып тора. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә район мәктәптәренә алты миллион һумдан артыҡ аҡсаға уҡыу, уҡытыу-күргәҙмә йыһаздары ҡайтарылды.
...

Форумға ныҡлы әҙерлек менән
Новости / Мәғариф // 14-08-2010, 15:09


Бөгөн Саҡмағош һәм Бүздәк райондарында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
Уҡытыусыларҙың Республика август кәңәшмәһе быйыл 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйылғы форум «Заман мәктәбе үҫешенең инновацион юлы булараҡ «Беҙҙең яңы мәктәп» милли-мәғариф инициативаһы» девизы аҫтында үтә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM