НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Баймаҡ интернат-мәктәбенә мәҙхиә
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:29


Мин 1982 – 1989 йылдарҙа Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем алдым. Ул ваҡытта хәҙерге көндәге әкиәт һарайҙары кеүек мәктәптәр һәр ауылда юҡ ине әле. Урал аръяғы райондары балаларын туплаған мәктәптә бер ғаилә булып, дуҫ һәм татыу йәшәнек. Балаһы менән оҙаҡ күрешмәү һағышын татып булһа ла, беҙҙе интернатҡа уҡырға ебәргән ата-әсәйемә оло рәхмәтлемен. Шулай уҡ, үҙем уҡыған осорҙа интернатта эшләгән һәр кем – уҡытыусы-тәрбиәсеме, йыйыштырыусымы – оло хөрмәткә лайыҡ тип иҫәпләйем. Хәҙерге көндә яҡшы эшләп, балалар үҫтереп, матур йәшәйем икән, мине тормошҡа әҙерләүҙә ата-әсәйем менән берлектә һеҙҙең дә көсөгөҙ түгелгән. Һеҙҙең һәм интернатым алдында баш эйәм....

Рәхмәт һиңә, уҡытыусы!
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:28


Рәхмәт һиңә, уҡытыусы!
...Был донъяға һәр кем үҙ урыны, үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Кемдер – кешеләрҙең тәнен, бәғзеләр йәнен дауалай. Берәүҙәр тыумыштан уҡ сауҙагәр була, икенселәргә иһә Аллаһы Тәғәлә күңел тулы моң биргән. Шулай ҙа донъяла иң изге, бар профессияларҙың да башында торған бер һөнәр бар – Уҡытыусы. Сөнки, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, ниндәй генә вазифа биләһәк тә, тәү сиратта был яҡты донъяға тыуыуыбыҙ менән ата-әсәйебеҙгә рәхмәтле булһаҡ, икенсе рәхмәтебеҙҙе хәреф таныр­ға, оло тормош юлына сығыуыбыҙға күп көс һалған, аҡ менән ҡараны айырырға, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ваҡлыҡтарынан өҫтөн булырға өйрәткән уҡытыусыбыҙға юлларға тейешбеҙҙер....

Үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:26


Күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһының мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Сарала төбәктең мәғариф системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, уны камиллаштырыу юлдары билдәләнде.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Р. Дәүләтов асып, хәҙерге заман шарттарында мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Артабан мәғариф бүлеге начальнигы Р. Ваһапов тармаҡтың проблемалары һәм үҫеш мөмкинлектәренә туҡталды....

Балаларҙы матур мәктәптәр көтә
Новости / Мәғариф // 31-08-2010, 11:19


Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостанда яңы төҙөлгән һәм реконструкция үткәрелгән мәғариф объекттары сафҡа индерелә. Йола буйынса улар уҡытыусылар менән уҙған йыл эштәренә йомғаҡ яһалған һәм киләһенә пландар барланған август кәңәшмәләре сиктәрендә асыла. Бөгөн педсоветтар Бүздәк, Нуриман, Күгәрсен, Ғафури һәм башҡа райондарҙа үтә. Пленар ултырыш­тарҙа ҡатнашыуҙан тыш, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре яңы төҙөлөштәргә лә бара.
Мәҫәлән, Бүздәк ауылында бер юлы ике яңыртылған белем усағы – 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр ишектәрен аса. Ауыл халҡы әйтеүенсә, был учреждениеларға ысын мәғәнәһендә икенсе ғүмер бирелгән. Капиталь ремонттан тыш, төкәтмәләр төҙөлгән....

Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 17:11


Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы табиптарға ҡарап, күп ҡыҙҙар тап ошо һөнәрҙе һайларға ҡарар итәлер ҙә. Вәсилә Байбулатова ла бәләкәйҙән табиптарҙың эше­нә ҡыҙыға. Өфө районы Авдон ҡасабаһы мәктәбен бер генә «дүртле» менән тамамлаған ҡыҙҙың мөмкинлектәре күп була. Әммә ул уҡырға инеү өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлай. «Үҙем теләгән уҡыу йортона, үҙем һайлаған факультет­ҡа уҡырға инеүем менән бәхетлемен. Ни өсөн тап ошо уҡыу йортона туҡталдым? Беренсенән, бәләкәй балаларҙы яратам, икенсенән, кешеләргә изгелек эшләгем, файҙа килтергем килә, өсөнсөнән, педиатрия тап ҡыҙҙар һөнәре тип уйлайым. Хыялым тормошҡа ашты, ҡалғаны хәҙер үҙемдән тора»....

«Һорауҙарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ»
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 16:55


Мәғариф министрының блогында нимә хаҡында яҙалар?
«Һорауҙарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ»
Мәғарифҡа ҡағылышлы темалар халыҡта һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, төрлө фекерҙәр, һорау­ҙар тыуҙыра, бә­хәстәргә юл аса. Хәҙер иһә уҡыу-уҡытыуға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фе­кер алышыу өсөн тағы бер майҙан барлыҡҡа килде. Ул – мәғариф министрының интернеттағы блогы. Зиннәт Аллаяров үҙенең блогын 11 августа асҡайны. Шул ваҡыттан алып бында 200-ҙән ашыу комментарий индерелгән. Блогҡа инеүселәр төрлө йүнәлештәр буйынса үҙҙәренең фекерҙәрен белдерә, тәҡдимдәр индерә, республиканың белем биреү системаһын хуплай, тәнҡитләй. Бигерәк тә туған телдәрҙе уҡытыу, балалар баҡсаларында урындарҙың етмәүе, мәктәптәрҙе оптималләштереү, уҡыу планына ҡағылышлы һорауҙар ҙур урын алып тора. «Тиҙҙән мәктәпкә!» рубрикаһы аҫтында бирелгән һуңғы бер нисә комментарийға ғына күҙ һалайыҡ....

Һеҙ нисек студент булдығыҙ?
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 16:38


Йәйге каникулға студенттар ҡайтып киткәс бер аҙ бушап ҡалған ҡала урамдары август аҙағында йәнә йәштәр менән тула башланы. Былтырғы студенттарға әле генә был статусҡа эйә булған ҡыҙҙар һәм егеттәр өҫтәлде.
...

Студент тормошона аяҡ баҫҡанда
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 16:35


Студент тормошона аяҡ баҫҡанда
– Беҙ Илнур менән бер факультетта уҡыясаҡбыҙ. Ә университетта иһә биш клас­таш булабыҙ. Ләйсән биология факультетына уҡырға ингән, Рәйсә – иҡтисад факультетына.
– Ҡыҙыҡ, беҙ кемдәр менән бергә уҡырбыҙ икән? Ниндәй дәрестәр булыр?
Урамда бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ике ҡыҙ һөйләшә. Бер яҡтан, улар яңы белем усағында уҡыуҙар башланыуын ҡыҙыҡһынып көтһә, икенсе яҡтан, бөтә республикаға билдәле абруйлы уҡыу йортонда белем алыу бер аҙ ҡурҡыта ла....

Диплом алып ҡулдарға, сыҡтыҡ оҙон юлға
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 16:33


Диплом алып ҡулдарға,  сыҡтыҡ оҙон юлға
Был йәштәр өсөн шаулап-гөрләп торған студент көндәре артта ҡалды. Бөгөн улар – фән үрҙәрен яулаған дипломлы белгестәр. Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған Гөлнара Муллайәнова «Уңыш» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенә иҡтисадсы булып эшкә урынлашты. Ошо уҡ уҡыу йортон тамамлаған Алмас Мөхәмәҙиев Сәрмәсән ҡошсолоҡ фабрикаһында һайлаған һөнәре буйынса эш башланы....

Белем-шәхесте, ғилем илде күтәрә
Новости / Мәғариф // 28-08-2010, 16:31


Донъя нигеҙен кешелектең меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһе тотоп торған һымаҡ уҡ, уның яңырыуын, үҫеүен кешенең эҙләнеүҙәре һәм тирә-яҡ мөхитте танып белергә туҡтауһыҙ ынтылыуҙары тәьмин итәлер. Ҡайһы бер ҡәүемдәрҙең цивилизация юлынан алдараҡ барыуы, дәүләттәрҙең фәнни, иҡтисади, мәҙәни йәһәттән юғарыраҡ баҫҡыста тороуы, әлбиттә, объектив законлылыҡтар менән раҫлана. Кемдер ошо юлда арттараҡ ҡалған икән, бының да тарихи сәбәптәре бар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM