НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уҡытыусылар өҫтәмәгә иҫәп тота ала
Новости / Мәғариф // 11-12-2010, 14:01


Башҡортостан уҡытыу­сыларының эш хаҡы 2011 йылда 18 процентҡа артыуы ихтимал.
Был турала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Тол­качевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында республика мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йылда педагогтарҙың килеме бер ярым тапҡырға артһын өсөн 2012 һәм 2013 йылдарҙа ла эш хаҡын ошондай уҡ күләмдә арттырыу планлаштырылған....

Мәғариф министры алмашынды
Новости / Мәғариф // 11-12-2010, 13:54


2010 йылдың 8 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Зиннәт Аллаяров, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы министры вазифаһынан бушатылды.
Икенсе указ менән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтелде.
...

Еңеү сәме етерлек
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:33


Еңеү сәме етерлекИлебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «Туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе» үтте. Конкурста быйыл беренсе тапҡыр рус теле уҡытыусылары ла ҡатнашты. Ул киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыу­сыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының туған телен һаҡлау, төбәктәрҙең иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән мәртәбәле сарала Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән иң көслө һәм тәжрибәле 35 уҡытыусы көс һынашты. Матур йолаға әйләнгән педагогик конкурстарҙың быйыл айырыуса сәмле, йәнле үтеүе, унда бер нисә ир-аттың да ҡатнашыуы педагог һөнәренең баһаһы күтәрелеүе хаҡында һөйләй....

Ҡаҙағстан вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡ
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:29


Ҡаҙағстан  вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡҺуңғы ваҡытта, бигерәк тә СССР тарҡалғандан һуң, төрки республикалар менән бәйләнештәр өҙөлөп ҡала. Был проблеманы Рәсәй Мәғариф министрлығы ла аңлай һәм һуңғы ваҡыттарҙа төрки республикаларҙағы вуздарға, үҙ-ара килешеүҙәр төҙөп, бергә эш алып барырға тәҡдим итә. Ошо маҡсаттан сығып, быйыл сентябрҙә Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм ғалимы Астаналағы Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университетына барып ҡайта. Улар университеттың һәр факультетында булып, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша, Ҡаҙағстан студенттарына лекциялар уҡый....

“Аҡтамыр” милләт баҡсаһын йәшәртә
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:28


“Аҡтамыр”ҙың халҡыбыҙҙың милли рух баҡсаһында тамыр ебәреүенә 15 йыл ғына тулһа ла, ул милләтебеҙҙе тергеҙеү, һаҡлау юлына сығып, тарих өсөн бик аҙ ваҡыт арауығында боронғоларҙан-боронғо телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе яңы быуындар ҙа үҙләштерә алһын өсөн байтаҡ эш башҡарҙы. Тап шуның өсөн иң тәүҙә“Аҡтамыр”ҙы ойоштороп, үҙҙәре эргәһендә халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған әүҙем йәмәғәтселәрҙе туплап, Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә милли мәғариф усаҡтарын – башҡорт балалар баҡсаларын, мәктәптәрен асыуҙы юллап, юл ярып барыусы инсандарыбыҙ – Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужинды һәм Иҙел Миһран улы Агишевты хөрмәтләп иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
...

Милли мәғариф мәсьәләләренә бармаҡ аша ҡарарға ярамай
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:27


«Аҡтамыр» үҙәге бик кәрәкле һәм мөһим эш башҡара, милли мәктәпте тергеҙеү программаһын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индерә. Балаларҙы үҙ туған телендә уҡытыу, тәрбиәләү эшен алып барыусы белем биреү ойошмаларын булдырмай тороп, бер халыҡтың да киләсәген күҙ алдына килтереп булмай.
Һуңғы йылдарҙа иғтибарҙы айырыуса ныҡ йәлеп итеүсе күренештәрҙең береһе – башҡорт рухының үҫеү һәм нығыныуы, Башҡортостан халыҡтарының йәшәү сифатының яҡшырыуы. Беҙҙең төбәк Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында үҙенең күп милләтлелеге менән уникаль һанала. Унда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй.
Башҡорттарҙың милли-мәҙәни үҫеше перспективаһында халыҡ мәғарифы системаһының алға китеше, физик һәм рухи һаулығы республиканың экологик хәле, халыҡ мәҙәниәтенең һәм тарихының яңы быуын тәрбиәләүҙәге роле иң төп урындар­ҙа тора....

Милли мәктәп моделе тураһында уйланыуҙар
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:26


Милли мәктәп... Ул ниндәй булырға тейеш? Милли мәғариф концепцияһы Мәғариф министрлығы тарафынан төҙөлөп, белем биреү учреждениеларына тәҡдим ителһә лә, милли мәктәп моделе тураһында аныҡ ҡына күрһәтмәләр юҡ.
...

«Урал батыр» эпосы бөтә донъя рухи мираҫ шедевры статусына эйә
Новости / Мәғариф // 4-12-2010, 13:15


«Урал батыр» эпосы бөтә донъя рухи мираҫ шедевры статусына эйәХалҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы – һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөләре бар. Шулар араһында үҙенең борон­ғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса «Урал батыр» эпосы айырым урын биләй. Унда – халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр... Эпостың күп кенә образдары һәм мотивтары бөтә донъя фольклоры образдары һәм мотивтары менән ауаздаш. «Урал батыр» эпосына 4000 йыл булһа, уны күсереп яҙып алыуға ғына ла быйыл 100 йыл тула. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә БР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты ойоштороуында «Урал батыр» һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 300-ҙән ашыу ғалим ҡатнашты. Пленар өлөштә һәм секция ултырыштарында барлығы 150-нән ашыу доклад тыңланды. Унда «Урал батыр» эпосына һәр яҡлап күҙәтеү яһалды, уны киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү, төрлө телдәргә тәржемә итеү, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәр барланды, шулай уҡ этнолингвистика һәм этнолингвофольклористиканың көнүҙәк мәсьәләләре лә тикшерелде....

«... Тик балама баҡса юҡ»
Новости / Мәғариф // 4-12-2010, 13:09


Һуңғы ваҡытта балалар баҡсаһы проблемаларына дәүләттең йөҙ бороуы һөйөндөрә. Баш ҡалала 1 октябрҙән йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаһы булған (баҡсаға йөрөмәгән осраҡта) аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләргә пособие түләү индерелеүе – быға асыҡ миҫал. Әле өс мең һум күләмендәге ярҙам дүрт йөҙҙән ашыу ғаиләгә күрһәтелә лә инде. Яңы йылдан һуң әлеге ярҙамды ике меңдән ашыу ғаилә ала башлаясаҡ. Пособиелар, башлыса, ғаилә балалар баҡсаларын ойоштороуға йүнәлтелә. Ҡағиҙә булараҡ, бындай ғаилә баҡсаларын үҙҙәренең балалары булған кешеләр ойоштора ала. Мәғлүмәт өсөн шуны ла еткерәйек, бөгөн Өфөлә өс тиҫтәгә яҡын ошондай төркөмдә 85 бала тәрбиәләнә. Барлыҡ район һәм ҡалаларҙа балалар баҡсаһына 50 меңдән ашыу ғаилә сиратта тора. Баш ҡалала путевка көтөүселәр – 17 мең. Ә балалар баҡсаларына йөрөгән балаларҙың дөйөм һаны – 165 мең. Проблеманы хәл итеү ниәтендә 2011 йылда республика бюджетынан 2,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ә инде алдағы өс йылда Башҡортостанда балалар баҡсалары төҙөлөшө өсөн 9 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Был сиратта тороусыларҙың һанын 30 – 35 меңгә кәметәсәк, тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә балалар баҡсалары мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә саҡырҙы. Дәүләт башлығы килтергән һандар буйынса, тотош илдә 1,684 миллион бала баҡсаға сиратта тора икән. Ошо дәлилдәрҙән сығып, гәзит уҡыусыларға «Балалар баҡсаһын нисек итеп күрергә теләр инегеҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
...

Уға барыһы ла иртә килде
Новости / Мәғариф // 30-11-2010, 12:20


Уға барыһы ла иртә килдеЙәшлек йылдары, башты текә тотоп, ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап тын алырға, үткән юлыңа ҡайырылып күҙ һалырға сула тапмаған саҡ бит инде. Мәктәптең беренсе синыфына барып, тәүге таяҡтарҙы һыҙа, артабан хәрефтәрҙе яҙа башлағаны бирле үҙеңә әлегәсә таныш булмаған мөхиткә килеп инәһең. Ошо мөхит, оло донъя рәүешен ала барып, һине үҙ эсенә тарта, мауыҡтыра, бар булмышыңды солғап ала. Артабан ниндәй юлдар үтһәң дә, яҙмыштың ҡайһы ярҙарына барып һуғылһаң да, мәктәп, мөғәллимдәрең, һабаҡташтарың хәтереңдә шул йылдарҙағыса йәш, әле йәшәй генә башлаған кешеләр булып һаҡланып ҡала. Әлбиттә, ғүмерҙең һәр көнө һәм һәр минуты иңдәребеҙҙәге йөктө ауырайта барған һымаҡ. Яҙ еткән һайын сусаҡ түбәләрендәге ҡар иреп төшкән кеүек, баштарыбыҙҙағы аҡтыҡҡы сал сәстәр ҙә осоп юғала, әммә беҙ уныһын да күрмәмеш-һиҙмәмешкә һалышабыҙ. Йәшлегебеҙҙе уҙғармаҫҡа, юғалтмаҫҡа тырышыуыбыҙ, күрәһең, шулдыр. Хәйер, ғүмерҙең ҡәҙере ҡартайғас ҡына беленеүе лә мәғлүм....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM