НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Башҡортостан йәш таланттарға бай
Новости / Мәғариф // 8-01-2011, 09:34


Республикабыҙҙың гимназия- интернаттарында Башҡортос­тан­дың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле балалар уҡый. Унда уларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен асыу һәм үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла. Тап ошолай яңы таланттар асыла ла инде....

Балаларға һәм үҙ фәненә һөйөү аша
Новости / Мәғариф // 28-12-2010, 09:42


Балаларға һәм үҙ фәненә һөйөү ашаБула шундай уҡытыусылар: уларҙың һәр дәресе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, һәр һүҙен уҡыусылары йотлоғоп тыңлай, уның дәресенә әҙерләнмәй килеү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы уҡыусыларының хәтерендә тап шулай булып һаҡланған. Ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшен билдәләгән уҡытыусы уҡыусылары араһында ҙур ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған. Әлбиттә, үҙенең көндәлек тырыш хеҙмәте, балаларҙы ысын күңелдән ярата белеүе арҡаһында шундай хөрмәткә лайыҡ ул....

Уҡытыусы булыуым менән бәхетлемен
Новости / Мәғариф // 28-12-2010, 09:33


Уҡытыусы булыуым менән бәхетлеменБыйылғы йыл – минең өсөн иң матур, иң иҫтәлекле йылдарҙың береһе. Беренсенән, уҡытыусы һөнәрен һайлап эшләй башлауыма 20 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә төрлө саҡтар булды, әммә бер ҡасан да был һөнәр­ҙе һайлауыма үкенмәнем. Балалар менән эшләүе еңел булмаһа ла, уның үҙ матурлығы һәм кинәнесе. Йә, тағы кем менән балалар ышаныс тулы эскерһеҙ ҡараштарын төбәп тиң күреп һөйләшә һәм эс-серҙәре менән бүлешә ала?! Ә бергәләп байрамдарға әҙерләнеү, төрлө кисәләр ойоштороу, сәйәхәттәргә йөрөү... Шуға ла уҡытыусы бер ҡасан да ҡартаймай, ул һәр саҡ йәш, һәр саҡ бала күңелле булып ҡала....

Баш ҡалала – тағы бер мәктәп
Новости / Мәғариф // 21-12-2010, 10:46


Баш ҡалала – тағы бер мәктәпӨфө ҡалаһында йылдан-йыл береһенән-береһе матурыраҡ, бере­һенән-береһе шәберәк яңы мәктәптәр файҙаланыуға тапшырыла. Быйыл ғына баш ҡалала биш белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелгән, дүртәүһе тулыһынса яңырыу кисергән. Уҙған аҙнала республика Президенты Рөстәм Хәмитов Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан 159-сы яңы мәктәп менән танышты.
...

Һәр 12 балаға бер компьютер буласаҡ
Новости / Мәғариф // 14-12-2010, 15:11


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, Башҡортостан мәктәптәрендә компьютерҙар иҫәбен арттырғас, 12 балаға бер техника берәмеге тура киләсәк, әлегә иһә республика мәктәптәрендә һәр компьютерға уртаса 18 кеше сиратта тора, тип хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, яңы компьютерҙар һатып алыуҙан тыш, Башҡортостанда дөйөм белем биреү өлкәһенә башҡа заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем индереү ҙә күҙаллана. Улар иҫәбендә яңы электрон белем биреү ресурстарын файҙаланыу һәм алдынғы мәғлүмәт технологияларын үҙләштергән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү ҙә бар....

Уҡытыусылар өҫтәмәгә иҫәп тота ала
Новости / Мәғариф // 11-12-2010, 14:01


Башҡортостан уҡытыу­сыларының эш хаҡы 2011 йылда 18 процентҡа артыуы ихтимал.
Был турала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Тол­качевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында республика мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йылда педагогтарҙың килеме бер ярым тапҡырға артһын өсөн 2012 һәм 2013 йылдарҙа ла эш хаҡын ошондай уҡ күләмдә арттырыу планлаштырылған....

Мәғариф министры алмашынды
Новости / Мәғариф // 11-12-2010, 13:54


2010 йылдың 8 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Зиннәт Аллаяров, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы министры вазифаһынан бушатылды.
Икенсе указ менән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтелде.
...

Еңеү сәме етерлек
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:33


Еңеү сәме етерлекИлебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «Туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе» үтте. Конкурста быйыл беренсе тапҡыр рус теле уҡытыусылары ла ҡатнашты. Ул киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыу­сыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының туған телен һаҡлау, төбәктәрҙең иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән мәртәбәле сарала Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән иң көслө һәм тәжрибәле 35 уҡытыусы көс һынашты. Матур йолаға әйләнгән педагогик конкурстарҙың быйыл айырыуса сәмле, йәнле үтеүе, унда бер нисә ир-аттың да ҡатнашыуы педагог һөнәренең баһаһы күтәрелеүе хаҡында һөйләй....

Ҡаҙағстан вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡ
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:29


Ҡаҙағстан  вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡҺуңғы ваҡытта, бигерәк тә СССР тарҡалғандан һуң, төрки республикалар менән бәйләнештәр өҙөлөп ҡала. Был проблеманы Рәсәй Мәғариф министрлығы ла аңлай һәм һуңғы ваҡыттарҙа төрки республикаларҙағы вуздарға, үҙ-ара килешеүҙәр төҙөп, бергә эш алып барырға тәҡдим итә. Ошо маҡсаттан сығып, быйыл сентябрҙә Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм ғалимы Астаналағы Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университетына барып ҡайта. Улар университеттың һәр факультетында булып, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша, Ҡаҙағстан студенттарына лекциялар уҡый....

“Аҡтамыр” милләт баҡсаһын йәшәртә
Новости / Мәғариф // 7-12-2010, 12:28


“Аҡтамыр”ҙың халҡыбыҙҙың милли рух баҡсаһында тамыр ебәреүенә 15 йыл ғына тулһа ла, ул милләтебеҙҙе тергеҙеү, һаҡлау юлына сығып, тарих өсөн бик аҙ ваҡыт арауығында боронғоларҙан-боронғо телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе яңы быуындар ҙа үҙләштерә алһын өсөн байтаҡ эш башҡарҙы. Тап шуның өсөн иң тәүҙә“Аҡтамыр”ҙы ойоштороп, үҙҙәре эргәһендә халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған әүҙем йәмәғәтселәрҙе туплап, Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә милли мәғариф усаҡтарын – башҡорт балалар баҡсаларын, мәктәптәрен асыуҙы юллап, юл ярып барыусы инсандарыбыҙ – Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужинды һәм Иҙел Миһран улы Агишевты хөрмәтләп иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM