НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәр
Новости / Мәғариф // 1-02-2011, 10:44


Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәрХеҙмәт юлымдың бер өлөшөн балалар менән эшләүгә бағышлаған­ғамы, берәй ҡалаға йәки районға командировкаға сыҡһам, шундағы мәктәпкә һуғылмай китмәйем. Әле лә шулай, Күмертауға барғанымда, ҡаланың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбенә юлландым. Тәүге тапҡыр был уҡыу йортонда “Йәшлек”тең бер төркөм журналисы, Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары ме­нән берлектә, 1997 йылда булғайныҡ. Урындағы башҡорт милли хәрәкәте ағзаларының, алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр­ҙең ғәҙел талабына ҡаршы тора алмай, ҡала хакимиәте етәкселәре асырға мәжбүр булғайны уны. Милли мәғарифты үҫтереүгә, республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр асыуға тос өлөш индергән Мөхәммәт ағай Исҡужиндың ярҙамы ҙур булғайны был белем усағын ойошторғанда ла....

Һәләтһеҙ бала булмай...
Новости / Мәғариф // 29-01-2011, 11:57


Һәләтһеҙ бала булмай...Баш ҡалабыҙ Өфөлә Волга буйы федераль округы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара итеүсе башҡарма власть органдары етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. Унда Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко, БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Школьник, Баш федераль инспектор Петр Капишников, шулай уҡ Волга буйы федераль округы субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
«Беҙҙең яңы мәктәп» милли белем биреү инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле балаларға булышлыҡ итеү төбәк системаһын үҫтереү» темаһына арналған кәңәшмәнең Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел. Беҙҙең республикала һәләтле балалар менән эшләүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә....

Милли-төбәк компонентын яҡлау – йәмәғәтселектең бурысы
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 10:10


Рәсәй Федерацияһының бынан өс йыл элек ҡабул ителгән «Дәүләт белем биреү стандарты төшөнсәһен һәм структураһын үҙгәртеү өлөшөндә Рәсәй Федерация­һының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 309-сы законы Башҡортостанда милли мәғарифтың үҫешен кәртәләне....

Проекты ил парламентарийҙарын да ҡыҙыҡһындырған
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 09:48


Проекты ил парламентарийҙарын да  ҡыҙыҡһындырғанЭльмира Ғарипова – Мәскәү дәүләт һыу академияһының Өфө филиалына ҡараған училищеның өсөнсө курс студенты. Был ҡыҙ гәзиткә яҙырлыҡ нимә ҡырған икән, тиерһегеҙ. Ул – Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан уҙғарылған «Моя законотворческая инициатива» конкурсының еңеүсеһе....

Тырыш йәштәр – ил таянысы
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 09:46


Тырыш йәштәр – ил таянысыҺеҙ һүрәттә күргән егет – Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты студенты Айҙар Миңләхмәтов.
Сығышы менән Дүртөйлө районы егете. Дүртөйлө ҡалаһының 2-се гимназияһында уҡыған сағында уҡ ике тапҡыр район хакимиәте башлығы стипендиаты булған, Мәскәү ҡалаһына Президент шыршыһына барған. Бөгөн БДУ-ла тырышып белем ала, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Шуға ла уҙған һәм быйылғы уҡыу йылында ла Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булған....

Ура! Сессия тамам!
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 09:34


Ура! Сессия тамам!Сессия! Ошо бер генә һүҙ студенттарҙың ҡотон осороп, сәстәрен үрә торғоҙа. Уны нисек һәйбәт тапшырырға һәм шул уҡ ваҡытта нервыларҙы ҡаҡшатмаҫҡа? Нисек 60 – 100 һорауға яуаптарҙы ятларға, йәки булмаған белемең менән уҡытыусыны төп башына ултыртырға? Икеһе лә ҙур оҫталыҡ талап итә. Ҡыйы-ы-ын! Әммә ҡотолғоһоҙ! Сессияны үткәреп ебәреү өсөн күпме физик һәм мораль көс талап ителеүен студенттар үҙҙәре генә белә. Тик, нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, сессия артынан сессия үтә, ә студент бер курстан икенсеһенә күсә тора....

ЯҠТЫЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ, ИЗГЕЛЕК ӨЛӘШЕҮСЕ
Новости / Мәғариф // 22-01-2011, 16:43


Ауыл урамы буйлап талғын ғына мөләйем ҡатын атлай. Уның ғүмер юлы ла ошо юл кеүек һыҙылып барҙы, шунда үтте. Ана бит, күҙ күреме аралығында уның сая йәшлеге үткән Ҡыҙҙар тауы, шатлығын да, ҡайғыһын да үҙендә сер итеп һаҡлаған Керәүле йылғаһы, бөтә ғүмере үткән мәктәбенән шау-гөр килеп уҡыусылары, хеҙмәттәштәре урам­ға ағыла, ана, борсолоу-һағыштарын да уртаҡлашып йәшәүсе ут күршеләре йорт араһында йүгерешә, ана, ошо ауылға килен булып төшкәндән алып йәшәгән өйөнөң тәҙрә яңағына таянып, йылмайып, уның ғүмерлек таянысы – тормош иптәше көтөп тора... Күңеленән генә тормош хәтирәләрен барлай-барлай барған ҡатын аҙымын тиҙләтте: ашығырға кәрәк, бына-бына әсәләрен юбилейы менән ҡотларға уның ғәзиздәре – балалары йыйыласаҡ......

Студентҡа стипендия кәрәкме?
Новости / Мәғариф // 22-01-2011, 16:31


Мәғариф өлкәһендәге реформаларҙан һуң Рәсәй властары юғары уҡыу йорттары системаһына ла үҙгәреш индермәксе. Улар бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыу маҡсатында студенттар­ға, аспиранттарға стипендия түләүҙе бөтөрөү тураһындағы фекер менән сығыш яһаған. РФ Президенты кәңәшсеһе Аркадий Дворкович Халыҡ-ара университет студенттары менән осрашыуҙа, йәштәргә дәүләттән аҡса алып ятҡансы үҙҙәренә эшләргә кәрәк, тип белдергән. Уның фекеренсә, уҡыу өсөн компенсация алыу дөрөҫ түгел. «Уҡыуҙан һуң кафедрала, китапханала эшләргә мөмкин. Әгәр һин буласаҡ менеджер икәнһең, көнөнә 2 – 3 сәғәт берәй компанияла эшләргә була. Процесс ике яҡлы, һәр вуз студенттары өсөн шарттар булдырыр­ға тейеш. Был – хәл ителә торған проблема. Әгәр ҙә ваҡытыңды дөрөҫ бүлһәң, айына 5 мең һум аҡсаны һәр ваҡыт эшләп була», – тигән ул.
Дворковичтың белдереүенән һуң Рәсәйҙең студенттар союзы 26 ғинуарҙа студенттарҙы яҡлап пикетҡа сығырға йыйына. Стипендияһыҙ уҡыуға ҡарата фекерҙәрен белеү маҡсаты менән беҙ бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек....

Эшкә бирә бөтә күңелен
Новости / Мәғариф // 18-01-2011, 09:47


Эшкә бирә бөтә күңеленУҡытыусы – ҙур тормошҡа дөрөҫ юл күрһәтеүсе изге йән. Дәүләт, халыҡ уларға йәш быуынды, йәғни үҙенең өмөтөн һәм киләсәген үҫтереү, формалаштырыу бурысын йөкмәткән. Был – ғәйәт ҙур ышаныс, ул педагогтарға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Илеш районы Иҫке Күктау урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Гөлнәзирә Әхмәтсолтан ҡыҙы Ғилемханова ла бына 27 йыл инде көн һайын мәктәп һуҡмағынан атлап, был ышанысты аҡларға тырыша....

Мәғариф яңылыҡтары
Новости / Мәғариф // 18-01-2011, 09:46


Уҡыусыларҙың олимпиадаһы башланды

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы башланды. Уларҙа республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларының 9 – 11-се си­ныф уҡыусыларынан 2800 уҡыу­сының ҡатнашыуы көтөлә. 2010 йылда иһә олимпиадала 2328 уҡыу­сы ҡатнашҡан. Олимпиа­да 21 фән буйынса үткәрелә. Тәүге һынауҙар 13 ғинуарҙа физика, технология һәм немец теле буйынса үтте....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM