НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәғариф министрлығында – яңы етәксе
Новости / Мәғариф // 12-03-2011, 11:22


БР Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Әлфис Ғаязовты Башҡортос­тан Республикаһының мәғариф министры итеп тәғәйенләне.
Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылда Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. 1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай, хеҙмәт юлын да шунда ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһында башлай. Артабан институттың кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән уҡытыусы, биология, педагогика һәм психология фәндәре факультеттары деканы булып эшләй.
Силәбе педагогия институтында аспирантура тамамлай. 1998 – 2000 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы мөдире, 2000 йылдан әлеге көнгә тиклем – Педагогика институты директоры....

Студенттар уҡыясаҡ!
Новости / Мәғариф // 8-03-2011, 09:21


Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында дүртенсе курста уҡыусы Флорид Багаев менән Илгиз Таҡаловтың университеттан ҡыуылыуы йәм­ғиәттә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек уятты. Был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һандарында мәғлүмәт биргәйнек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мө­рә­жәғәтендә студент егеттәр – Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловтың нигеҙһеҙ рәүештә уҡыуҙан ҡыуы­лына ризаһыҙлыҡ белдерелде....

Хәл итәһе мәсьәләләр күп
Новости / Мәғариф // 8-03-2011, 09:12


Үткән аҙнала БР Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда республика мәғариф системаһының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина республикала белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү шарттарын яҡшыртыу, һәләтле балалар­ҙы асыҡлау, белем биреү учреждениелары селтәрен ҡулайлаштырыу, уҡытыусыларҙың ижади һәм инновацион эшмәкәрлеген дәртләндереү буйынса күп эш башҡарылыуын билдәләне....

«Матлет» уҡыусыларҙы саҡыра
Новости / Мәғариф // 1-03-2011, 11:18


Республика башҡорт лицей-интернатында быйыл 12-се тапҡыр 6-сы синыф уҡыусылары өсөн математика буйынса берҙән-бер республика олимпиадаһы үткәрелә. «Матлет» тип атала ул, икенсе төрлө әйткәндә, «математик атлет». Олимпиада ике турҙа үтә. Беренсе турҙа республика мәктәптәренән теләге булған һәр уҡыусы ҡатнаша ала. Олимпиада һорау­ҙары гәзиттә баҫылып сыҡҡандан һуң уларҙы сисеү өсөн ике аҙна ваҡыт бирелә, һуңынан уҡыусылар яуаптарҙы лицейға ебәрергә тейеш. Кемдәрҙең эштәре юғары баһа ала, улар апрелдә олимпиаданың икенсе турына саҡырыла. Икенсе турҙа иң юғары балл йыйған биш уҡыусы һәм уларҙың уҡытыусылары аҡсалата премия менән бүләкләнә. Бынан тыш, икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса Республика башҡорт лицей-интернатына уҡырға инергә лә мөмкин, улар уҡырға инеү өсөн бонус балдары ла булып тора. Шул рәүешле «Матлет» бик күп уҡыусыға лицейҙа белем алыу мөмкинлеге бирҙе....

Мәғариф тураһындағы закон тирәләй
Новости / Мәғариф // 1-03-2011, 11:16


Өлкән класс уҡыусылары өсөн мәғариф стандарты проекты тирәләй бөгөн ығы-зығы һәм бәхәстәр бара. Яңы проекттың төп принцибы – 10 – 11-се класс уҡыусылары ҡайһы бер предметтарҙы минималь кимәлдә (интеграцияланған курста), ҡайһыларын төплө һәм етди (төп йәки профилле кимәлдә) уҡыясаҡ. Ниндәй кимәлде һайлау теге йәки был фәнде өйрәнеү өсөн бүленгән дәрестәр һанына бәйле буласаҡ....

Аңыңа кил, мөфтөй!
Новости / Мәғариф // 22-02-2011, 09:54


Беҙ тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар. «Йәшлек» гәзитендә «Рухиәткә һалым булырмы?» тигән мәҡәләне уҡығас, шаҡ ҡаттыҡ.
Шундай тәҡдимде индереү – үҙе үк мәрхәмәтһеҙлек....

Уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта: һөйөнөргәме, көйөнөргәме?
Новости / Мәғариф // 19-02-2011, 15:58


Мәктәптәрҙә ҡулайлаштырыу дауам итә. Күптән түгел Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы бөтөрөүҙе һәм оптималләштереүҙән алынған аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтеүҙе талап итте. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡулайлаштырыуҙан 5 млрд һум аҡса экономияларға була.
– Иң беренсе сиратта синыфтарҙа уҡыусылар иҫәбенә иғтибар итергә кәрәк. Синыфта икешәр, өсәр, дүртәр генә бала уҡыған мәктәптәр бар, ә республика буйынса барлығы 115 синыфта берәр генә уҡыусы иҫәпләнә, – тине ул.
Ҡулайлаштырыу тураһында бәхәстәр ҙә дауам итә. Берәүҙәр быны заман талабы, ә мәктәп заман менән бергә атларға тейеш, тип ҡараһа, икенселәр уның кире эҙемтәләрен генә күрә. Уҡытыусылар был хаҡта нимә уйлай һуң?...

Яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра
Новости / Мәғариф // 19-02-2011, 11:26


Яңы еңеүҙәргә ҡанатландыраӨфө ҡалаһының Конгресс-холында «Мәға­риф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Республикабыҙҙан 127 ҡыҙ һәм егет еңеүсе дипломына һәм 30-ар, 60-ар мең һумлыҡ гранттарға лайыҡ булды. Ә «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып республикабыҙҙың 600-ҙән ашыу йәш таланты был премияның лауреаты булған. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында юғары уңыштарға өлгәшеп, грантҡа лайыҡ булыусы йәштәрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы:...

Дәрестәрен көтөп алабыҙ
Новости / Мәғариф // 15-02-2011, 10:07


Дәрестәрен көтөп алабыҙРәсәйҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителгән 2010 йыл үтеп китте. Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, изге йөрәкле ярат­ҡан уҡытыусыларыбыҙға хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән бик әһәмиәтле йыл булды ул. Әммә уҡытыусыларға хөрмәт бының менән генә сикләнеп ҡалмай, һәр кемдең йөрәгендә уларға ҡарата оло ихтирам йәшәй. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының физика уҡытыусыһы, синыф етәксебеҙ Венера Булат ҡыҙы Кәримова бик күп гимназистарҙың яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыһы. Үҙ эшенә бөтә күңелен һалған уҡытыусының дәресенә уҡыусылар ҙа ҙур теләк менән йөрөй. Ул дәресте һәр балаға аңлайышлы итеп аңлата белә....

Ҡаш төҙәтәбеҙ тип, күҙ сығарабыҙ түгелме?
Новости / Мәғариф // 15-02-2011, 10:03


Тормош – тере организм. Ул барлыҡҡа килә, үҫә, үҙгәрә, камиллаша йәки, киреһенсә, тарҡала. Шуға күрә лә тормоштағы бер нәмәне лә даими һәм мәңгелек тип әйтеп булмай. Тормоштоң һәр өлкәһендә лә динамика йәки көрсөк барлыҡҡа килә. Әле бөтә донъяны иңләп алған финанс көрсөгө лә тәбиғи ҡануниәттең бер сағылышы. Шул иҫәптән мәғариф системаһындағы көрсөк тә. Ошо «упҡын»дан сығыу өсөн реформалар, йәғни үҙгәртеп ҡороуҙар фарыз. Шуға ла «бөйөк реформаторҙар» ҡыйыу рәүештә тәүҙә юғары белем системаһын үҙгәртергә тотондо. Һәм бына, ниһайәт, сират урта белем биреү системаһына килеп етте. 9 февралдә Дәүләт Думаһы ултырышында сығыш яһаған РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко был турала ап-асыҡ белдереү яһаны. Уның фекеренсә, совет мәктәбе иҫкерҙе һәм әлеге көндә мәғарифты нигеҙенән үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Нимә тәҡдим итә һуң реформатор? Һәм ниңә уның тәҡдимдәре депутаттар араһында бәхәстәр тыуҙырҙы?...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM