НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Имтихандар тамам, һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡмы?
Новости / Мәғариф // 25-06-2011, 17:22


Имтихандар тамам,  һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡмы?Ниһайәт, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандары тамамланды. Имтиханды тапшыра алырмынмы-юҡмы, нисә генә балл алырмын икән, тип ҡурҡыуҙар ҙа артта ҡалды. Хәҙер инде юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү имтихандарына һөҙөмтәләрҙе генә тапшырырға ҡалды.
Әйткәндәй, быйылғы һөҙөмтәләр нисек һуң? Башҡортостанда барлығы 27448 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашты. Улар рус теле һәм математиканан, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған фәндәрҙән БДИ тапшырҙы. БР Мәғариф министрлығының берҙәм дәүләт имтиханы һәм белем сифатын билдәләү бүлеге етәксеһе Зәки Дамир улы Мырҙағәлин әйтеүенсә, һөҙөмтәләр былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ, ниндәй генә фән буйынса ҡарағанда ла уртаса балл 2 – 3 балға юғары. Шул уҡ ваҡытта 100 балл йыйыусы уҡыусылар һаны кәмегән....

Йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрәһегеҙ?
Новости / Мәғариф // 18-06-2011, 16:28


Йәйге ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрәһегеҙ?Беҙ барыбыҙ ҙа йәйҙе генә көтөп йәшәйбеҙ кеүек. Уны нисек итеп үткәрергә, ҡайҙа ял итергә алдан уҡ пландар ҡорабыҙ. Йәй миҙгеле ҡыҫҡа, тиҙ генә үтә лә китә, шунлыҡтан уны нисек тә матур итеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрге килә. Йәйге ялын кем ҡайҙа, нисек үткәрә, тигән һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Илнур ЮЛАМАНОВ, пародист, йырсы: Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә барырға йыйынабыҙ. Ике йыл рәттән, диңгеҙ буйында ял иткәйнем, бик тә оҡшаны. Ундағы тәбиғәт, һауа, диңгеҙ барлыҡ мәшәҡәттәрҙе онотоп, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге бирә. Планлаштырылған эштәребеҙ ҙә бар, йәй бит – туйҙар мәле, тормош иптәшем Альбина менән туйҙар ойошторабыҙ, юбилейҙар ҙа үткәрәбеҙ, мөрәжәғәт итеүселәр күп. Бынан тыш, «Минута славы» тапшырыуына әҙерләнәм. Интернетҡа ҡуйған «Дворник-пародист» видеоролигы менән кастинг үттем, көҙгөһөн съемка башланасаҡ....

Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДе
Новости / Мәғариф // 18-06-2011, 11:09


Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДеБыйыл беренсе тап­ҡыр ойошто­рол­ған республика «Орбита» полиолимпиадаһы Республика башҡорт ли­цей интернатында 5-се, 6-сы синыф уҡыусыларын йыйҙы. Башҡортостан­дың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән 1151 уҡыусы ма­те­матика, логика, баш­ҡорт, рус һәм инглиз теле, тәбиғәт фәндәре буйынса үҙ-ара көс һынашты.
Олимпиада тест рәүешендә ойошторолғайны. Ул ижади ҡарашлы, талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау, фәнни һәм тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡ­һыныуҙарын арттырыу, республика конкурсына төрлө район уҡыусыларын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Олимпиада тәүге тапҡыр ғына уҙғарылһа ла, бик күп уҡыусыны йыйҙы. Унда 5-се синыфтар араһынан – 490, 6-сы синыфтарҙан 661 уҡыусы ҡатнашты....

Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡ
Новости / Мәғариф // 14-06-2011, 13:16


Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡУҡыусыларҙың көтөп алған иң оҙон каникулы ла килеп етте. Һәр кем уны ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында алдан уҡ план ҡороп бөткән. Кемдәрҙер ауылда олатай-өләсәһе янында ял итергә йыйынһа, икенселәр атай-әсәйҙәре менән диңгеҙгә барырға ниәтләй, шулай ҙа күптәр ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тиҫтерҙәре менән бергә ял итеүҙе хуп күрә. Ысынлап та, бында үҙеңә бик күп дуҫтар ҙа табырға була, өҫтәүенә, вожатыйҙар ойошторған төрлө күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр күңелдә мәңге онотолмаҫ сағыу хәтирәләр ҡалдыра. Быйыл республикабыҙҙа балалар өсөн ниндәй лагерҙар эшләйәсәк, уларға ҡайҙан путевка алырға мөмкин, тигән һорауҙар менән БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы ҒИЛМИТДИНОВАҒА мөрәжәғәт иттек....

Уңыш йылмаямы һиңә?
Новости / Мәғариф // 14-06-2011, 12:50


Уңыш йылмаямы һиңә?Башҡортостанда рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 27448 кеше тапшырғайны. Минималь сикте (быйыл 36 балдан алып 100 балға тиклем ине) мәктәпте тамамлаусыларҙың 2,4 проценты –660 кеше үтә алмаған. Былтыр 973 уҡыу­сы ошо фәндән имтиханды бирә алмағайны. Республикала тик бер генә уҡыусы 100 балл йыйған. Математиканы уңышлы тапшырып, рус теленән аҙ балл йыйған уҡыусылар имтиханды 18 июндә ҡабаттан тапшыра ала.
Математика буйынса имтихан һөҙөмтәләре был аҙнала билдәле буласаҡ. Рус теле буйынса БДИ-ла ҡуйылған балдар менән килешмәүселәргә бөгөн һәм иртәгә аппеляцияға ғариза яҙырға мөмкин....

Сессия, стипендия, йоҡоһоҙ төндәр...
Новости / Мәғариф // 7-06-2011, 12:27


Юғары уҡыу йорттарында йәйге сессия башланды. Студенттарға иркенләп йөрөү бөттө, хәҙер баш баҫып имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Һәр кемдең имтиханды яҡшы билдәләргә тапшырғыһы килә. Бигерәк тә стипендия тип тырыша улар. Ни тиһәң дә, әҙме-күпме аҡса бит, ашар­ға етмәһә лә, ҡапҡылауға ярап ҡала. Бер заман чиновниктар, стипендияны бөтөрөп, студенттарҙы эшләтергә кәрәк, тип тә шау-шыу ҡуптарып алғайны. Аптыра­ған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәре шулдыр инде. Стипендияны бөтөрөү түгел, ә күтәреү тураһында һүҙ алып барһалар, бер хәл. Былай ҙа бик әҙ бит инде ул, меҫкен студенттарҙы инде шуныһынан да мәхрүм итмәһәләр. 80-се йылдар­ҙа вуз студентының стипендияһы 40 һум була торғайны, ә уртаса эш хаҡы – 100 – 120 һум тирәһе. Ә хәҙер стипендия 1200 һум, уртаса эш хаҡы 12000 – 15000 һум....

Уҡыу түләүле булмаясаҡ
Новости / Мәғариф // 7-06-2011, 10:08


Юғары уҡыу йорттары яртылаш түләүле белем биреүгә күсеп бөттө, тиҙҙән мәктәптәр­ҙә лә уҡыу түләүле булыр инде – күптәр шулайыраҡ фекер йөрөтә. Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышында ла иң үҙәк мәсьәләләрҙең береһе булараҡ тап ошо һорау күтәрелде.
– Беҙ мотлаҡ бушлай белем биреүҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, ул беҙҙең Конституцияның төп положениеларының береһе, – тип белдер­ҙе РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының съезында сығыш яһап. Уның әйтеүенсә, дәүләт белем биреү процесын тулыһынса финанслаясаҡ һәм мәктәптәрҙе тәьмин итеү, төҙөкләндереү, уҡытыусыларға эш хаҡы түләү, йыһаздар, ҡорамалдар һатып алыуҙы ла индереү һәм үҫтереү бурысын да тулыһынса үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Дәүләт стандарттары сиктәрендә рус теле, әҙәбиәт, сит телдәр, математика, физика, география, химия, тарих, биология, физкультура һәм башҡа бөтә төп белем биреү программаһы бюджет иҫәбенә уҡыты­лыр­ға тейеш....

Беҙ еңергә килдек!
Новости / Мәғариф // 7-06-2011, 09:28


Беҙ еңергә килдек!Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаны­быҙҙың данын төрлө өлкәләрҙә Рәсәй, донъя кимәлендә күтәреп сыҡҡан, таныт­ҡан күренештәр байтаҡ. Быйыл май айында ошондай ҡыуаныслы хәл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла булды. Вуздың башҡорт филологияһы факультеты командаһы Бөтә Рәсәй төрки телдәр һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаһында икенсе урынды яуланы.
Был йүнәлештәге олимпиада Алтай Республикаһының баш ҡалаһында, Таулы Алтай дәүләт университеты базаһында бишенсе тапҡыр үткәрелә. Фәнни бәйгегә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән төрки телле студенттар йыйыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: үткән йылдарҙа БДУ-ның Сибай институты командаһы ла уңышлы сығыш яһап, тәүге урындарҙы яулаған. Шуға ла Башҡортостандан килгән студенттар хаҡында барыһы ла хәбәрҙар....

«Өмөттәрҙе аҡларбыҙ»
Новости / Мәғариф // 28-05-2011, 11:59


Һуңғы йылдарҙа, шөкөр, илебеҙҙә белем алыуға иғтибар ҙур, йәштәр генә түгел, ололар араһында ла уҡырға ынтылыусылар күбәйгәндән-күбәйә. Уҡыу йорттары етерлек, теләгең һәм тырышлығың булһын – үҙең һайлаған һөнәргә эйә булыу өсөн бөтә шарттар бар. Бәғзе сығарылыш уҡыусыларының Рәсәй юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе, шунда белем алыуы һоҡландыра....

Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерһегеҙме?
Новости / Мәғариф // 28-05-2011, 11:42


27 майҙа сығарылыш синыф уҡыу­сылары информатика, информацион-коммуникатив технологиялар, биология һәм рус әҙәбиәтенән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. 30 майҙа иһә уларҙың барыһы ла рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Шулай итеп, мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн хәл иткес һынауҙар башланды. Уҡыусылар үҙҙәрен нисек тоя, имтиханға әҙерме? Ошо һорау менән бер нисәүһенә мөрәжәғәт иттек....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM