НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күперҙәр тағы нығынһын
Новости / Мәғариф // 12-03-2013, 11:59


Силәбе өлкәһенең бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштырып ҡайтты Был һөйөнөслө, бигерәк тә күрше өлкәлә телебеҙҙе ҡурсалаусы белгестәр өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки Өфөлә үткән курстарға күптән инде килеп ҡайтҡандары юҡ ине.
...

Йөрәктән йөрәккә юлдар һала уҡытыусы
Новости / Мәғариф // 8-03-2013, 13:47


Йөрәктән йөрәккә юлдар һала уҡытыусы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, талантлы башҡарыусы Альбина Шәмсетдинованың дәрестәре ҡалып буйынса үтмәй
Учалы районы Туңғатар ауылында тыуып үҫкән Альбина Шәмсетдинованың тормошта ла, фәндә лә, сәйәсәттә лә хәл-ваҡиға­лар­ға ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Тура һүҙле, ялғанды, ике йөҙлөлөктө яратмаған ҡыҙға йыр-моңға, рухҡа, телгә ҡарата һөйөү Туңғатар мәктәбендә һалынған....

Рәсәй мәғарифы… көләмәстәр тыуҙыра?!
Новости / Мәғариф // 22-02-2013, 14:31


Рәсәй мәғарифы… көләмәстәр тыуҙыра?!
Шундай бер көләмәс барлыҡҡа килгән. Имеш тә, “Иң аҡыллы” телеуйынында булған хәл.
Алып барыусы:
– Һаумыһығыҙ, бөгөнгө тапшырыуҙа беҙ иң аҡыллы уҡытыусыны билдәләйәсәкбеҙ. Танышайыҡ.
– Мин – Ғәли Вәлиевич, физика уҡытыу­сыһы.
– Иван Иванович, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам....

Бөтә яҡтан үҫешкән граждан тәрбиәләү – заман талабы
Новости / Мәғариф // 20-02-2013, 14:14


Бөтә яҡтан үҫешкән граждан тәрбиәләү – заман талабы
йәки Мәктәптә балаларҙың тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәнеүе яҡшыраҡ түгелме?
Билдәле булыуынса, дөйөм белем биреү мәктәптәренең төп бурысы – тыуған илен һөйгән, милли ғорурлыҡҡа эйә булған, психик һәм физик яҡтан һау, тыуған ил алдында үҙенең конституцион бурысын яҡшы аңлаған, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға әҙер булған гармониялы үҫешкән, белемле шәхес тәрбиәләү....

«Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел!» –
Новости / Мәғариф // 8-02-2013, 14:19


«Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел!» –
ти йәш ғалим, уҡытыусы һәм алып барыусы Зөлфәт Ишбаев
Зөлфәт Ишбаев күптәрегеҙгә “Артылыш”, “Тай-тулаҡ”, “Ғәләмәт донъя” телетапшырыуҙары аша та­ныштыр. Ихлас һәм алсаҡ егет һәр телевизор ҡараусының йөрәгенә юл таба белә. Зөлфәт фәнде лә үҙ иткән икән. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле, әҙәбиәте һәм инглиз теле бүлеген тамамлағас, аспирантураға уҡырға ингән. Бөгөн ул “Урал батыр” эпосын рус-инглиз телдәренә тәржемә итеүҙә лексика-семантика үҙенсәлектәре” темаһына диссертация өҫтөндә эшләй....

Салауат рухын йөрөтә
Новости / Мәғариф // 8-02-2013, 14:06


Салауат рухын йөрөтә
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Таһирйән Ғәниев дүрт балаһын да милли ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса тәрбиәләгән
Хужаның ниндәй булыуы ҡойманан уҡ билдәле икәнлеген беләбеҙ – Таһирйән Мөхәммәт улы Ғәниевты шәхсән күрер алдынан коллегалары менән һөйләшкәндә үк шуны аңланыҡ ‒– Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын үҙ эшенең баһаһын белгән ҡаты ҡуллы, әммә аб­руйлы, аҡыллы фекерҙәре ме­нән хөрмәт ҡаҙанған директор етәкләй! Һәр ерҙә тәртип, хеҙмәткәрҙәр һәм етәксе араһында – үҙенсәлекле йылылыҡ һәм хөрмәт менән һуғарылған мөнәсәбәт, колледж студенттары араһында – теләктәшлек, тырышлыҡ. Шуға ла ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләүсе Таһирйән Мөхәммәт улы менән аралашып ултырыуҙың ғына ла үҙе бер тормош мәктәбе икәнлеген алдан уҡ тойомлағайным инде....

Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Новости / Мәғариф // 5-02-2013, 12:29


Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Йәш ғалимә Эльмира Иҫәнғолова, ҡалала эш башлаусы йәш белгестәргә ярҙам итергә кәрәк, тип иҫәпләй
Ҡар-һыуыҡты иретерҙәй итеп йылмайған һылыу­ҡай − Эльмира Иҫәнғолова. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас ябайлыҡ һәм мәртәбәлек, саялыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сифаттарына эйә ҡыҙ Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫкән. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһын тамамлағас, баш ҡалаға юл тота....

Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Новости / Мәғариф // 5-02-2013, 12:23


Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Күк шыршылар, алма баҡсаһы менән уратып алынған был күркәм йорт баш ҡалаға йәм биреп тора. Яҡында ғына шаян тейендәр, йырсы ҡоштары моң түккән ҡуйы урман. Унда килеп инеү менән үҙенә тартып торған тылсымлы музыка донъяһына сумаһың. Был серле моң батшалығы − Ғәзиз Әлмөхәмә­тов исемендәге республика гимназияһы.
...

Мәсьәләләрҙе хәл итеү асҡысы – мәғарифта
Новости / Мәғариф // 1-02-2013, 12:42


Мәсьәләләрҙе хәл итеү асҡысы – мәғарифта
«... Экологик уңайһыҙлыҡ, фәҡирлек, даими эш урынының, тотороҡлоҡтоң, цивилизацияның булмауы мосолмандарҙы, атап әйткәндә, ғәрәп халҡын Европала яҡшыраҡ тормош эҙләүгә этәрә. Статис­тикаға күҙ һалғанда, 1990 йылдан Европала халыҡ һанының артыуы 90 процентҡа мосолман эмиграцияһы иҫәбенә өлгәшелә... Үҙҙәренең йолаларына, традицияларына бәйле, мосолмандарҙа тыуым Европа халҡына ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Мәҫәлән, Францияла христиан ғаиләләрендә тыуым − 1,8, шул уҡ ваҡытта мосолман ғаиләләрендә 8,1-гә тиң. Мосолман­дарҙың һаны бик тиҙ арта. Хатта хрис­тиан­дар күпләп йәшәгән Францияның көньяғында сиркәүҙәр һаны мәсеттәр һанына ҡарағанда әҙерәк. Ябай ғына иҫәпләүҙәр ҙә 2027 йылға һәр бишенсе француз мосолман буласаҡ тигән фекергә килтерә»....

Яңы закон ниндәй үҙгәрештәр тәҡдим итә?
Новости / Мәғариф // 25-01-2013, 12:30


Яңы закон ниндәй үҙгәрештәр тәҡдим итә?
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ күптән түгел ҡабул ителгән «Мәғариф тураһында»ғы закон хаҡында барҙы.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, яңы закон – ул заман талабы....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM