НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тырышлыҡ аша килгән уңыш
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:40


Тырышлыҡ аша килгән уңышМиңлегөл Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының органик химия кафедраһы уҡытыу­сыһы. Тырыш, ҡуйған маҡсатына табан ҡыйыу атлаусы йәштәребеҙҙең береһе ул. Ата-әсәһе – Миңзәлә һәм Мөхәмәтдин Исхаҡовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә матур тәрбиә ала....

Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:39


Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе“Ваҡыт – ул аҡса, шуға күрә ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, ә алға, ҙур ҡаҙаныштарға табан барырға кәрәк”, – ти Әхәт Камалов
Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы... Халыҡ йыры "Азамат"та шундай һүҙҙәр бар. Хәрби хеҙмәт, эш эҙләү һәм башҡа юлдар менән яҙмыш беҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй. Иглин районы егете Әхәт Камалов һөнәр алыу маҡсатында күрше республикаға юлланған. Әлегә ул Ҡазан университеттарының береһендә белем ала....

Гимназияның нигеҙ таштары
Новости / Мәғариф // 21-05-2013, 12:44


Гимназияның нигеҙ таштарыОло быуын уҡытыусыларынан күп нәмәгә өйрәнеп ҡалдыҡ
Был мәҡәләмдә коллегаларым – быйыл хаҡлы ялға китеүсе Асия Лотфуллина, Хөмәйрә Дәүләтшина, Нәсимә Хәмзина, Гөлнур Аҡбулатова, Мәфрүзә Мөхәмәтдинова һәм Рәмзә Ильясова тураһында бер кәлимә әйтергә теләйем. Улар барыһы ла коллективтың нигеҙ ташын тәшкил итеүсе, гимназия асылған көндән хеҙмәт иткән тырыш, эшһөйәр, тәрән хөрмәт ҡаҙанған оло быуын уҡытыусылары....

Педагогтар династияһы
Новости / Мәғариф // 17-05-2013, 12:16


Педагогтар династияһыӨфөләге һоро төҫкә (күпселек йорттар шулай) өйрәнгәс, Яңауыл ҡала­һына килеп инеү менән күҙҙәр асылып, күңел күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Донъяның бындай мөғжизәле урындары ла бар икән, тип һоҡланып ҡуйҙым. Йәшел, һары, зәңгәр, ҡыҙыл төҫлө бейек-бейек йорттарға ҡарап, күҙҙәр ял итеп ҡалғандай булды. Яңауыл ҡалаһы ай үҫәһен көн үҫә, күрәһең. Урамдағы кешеләрҙең йөҙҙәренең нуры ла ҡаланы балҡыта төҫлө....

Уҡыусыларҙы имтихан менән ҡурҡытырға түгел, ә аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк
Новости / Мәғариф // 30-04-2013, 12:11


БР Хөкүмәтендә Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса имтиханға әҙерлек мәсьәләһенә арналған ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, район мәғариф бүлектәре на­чальниктары ҡатнашты.
Һуңғы осроҙа берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороуҙа етешһеҙлектәр күҙәтелә. Мәҫәлән, былтыр райондарҙа БДИ буйынса юғары балл алған уҡыусылар һуңынан вузда уҡығанда үҙҙәренең баһаһын аҡламаған. Шулай уҡ контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа ҡуйыу осраҡтары асыҡланған. Һөҙөмтәлә 15 кеше аттестат ала алманы. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндән һуң БДИ һөҙөмтәһен интернетҡа ҡуйған абитуриент шулай уҡ студент булыу бәхетенән мәхрүм ҡалды. Сығарылыш синыф уҡыусыларының дөйөм иҫәбенең 0,97 проценты иһә БДИ-ны тапшыра алмаған....

«Диплом эше һатыла. ҠИММӘт түгел»
Новости / Мәғариф // 26-04-2013, 12:25


«Диплом эше һатыла. ҠИММӘт түгел»Бер көн урамда ҡулыма реклама листовкаһы тоттороп киттеләр. Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, әлбиттә. Хәҙер ни, ҡала урамдарында аҙым һайын, бигерәк тә үҙәктә промоутерҙар, юлбаҫарҙар шикелле, юлды быуа. Ғәҙәттә, үҫмерҙәр, студенттар листовкаһын ҡулға көсләп тотторғас ҡына, артҡа сигенеп, һиңә юл бирә. Ә ҡулға алыуын-алғас, үҙең дә һиҙмәҫтән, күҙ йүгертеп сығаһың. Был юлы ҡағыҙ киҫәгендә әҙер реферат, диплом һәм курс эштәрен тәҡдим итәләр булып сыҡты. Ҡағыҙҙы ташлар өсөн сүп һауытын эҙләп, тирә-йүнгә күҙ йүгертеүем бушҡа ғына – һуңғы йылдарҙа баш ҡалала сүп һауыттары һәм эскәмйәләр менән дефицит шул. Ҡыҫҡаһы, листовка кеҫәмдә ҡалды. Ял көндәрендә, ҡыҙыҡ күреп, унда күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратырға булдым....

Йыл әйләнәһенә – «Йәйләү»ҙә
Новости / Мәғариф // 23-04-2013, 11:56


«Салют» шифаханаһында һәләтле балалар өсөн ял итеү үҙәге асылды
БР Мәғариф министрлығы тарафынан 15 йылдан ашыу ойошторолоп килгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса йәйге лагерь бала­лар­ҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Балалар унда отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп, һәр ырыу­ҙың оранын, йырын өйрәнде. Лагерҙа аралашыу тик туған телдә генә барҙы. Был лагерь республикабыҙҙың Ға­фури, Стәрлебаш, Ейәнсура райондарында ойошторолдо. Уны уҡыусылар шул тиклем оҡшатты, хатта икенсе, өсөнсө тапҡырға ла бик теләп барҙы. Хәҙер иһә уҡыусыларға йәйгеһен генә түгел, «Салют» балалар шифаханаһы нигеҙендә уларға йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бында яңыраҡ «Йәйләү» балалар ял итереү, һауыҡтырыу һәм үҫтереү үҙәге эшләй башланы....

Мәғариф күгенең яҡты йондоҙо
Новости / Мәғариф // 16-04-2013, 11:07


Мәғариф күгенең яҡты йондоҙоЗөһрә Сәләхова – эҙләнеүсән уҡытыусы ла, ғалимә лә, өлгөлө ҡатын да, һөйөклө әсә лә
Тормошта төрлө кешеләр була. Ҡайһылары, донъя тултырып «мин» тип һөрән һалһа ла, әллә ни эш ҡыйрата алмай, ә бәғзеләр тыйнаҡ ҡына, артыҡ күҙгә күренеп барырға ла тырышмай, ләкин алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә, туҡтауһыҙ ижади эҙләнә, тауҙай эштәр башҡара.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты деканы, Башҡортостан Республи­каһының мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре докторы доцент Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова Стәрлетамаҡта ғына түгел, республикала ла билдәле кеше....

Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәп формаһында
Новости / Мәғариф // 9-04-2013, 12:31


Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыу-тәрбиә эшен ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Төрлө матур саралар, асыҡ дәрестәр ҙә уларһыҙ үтмәй. − Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ балаһының ғына түгел, дөйөм мәктәптең, башҡа уҡыусыларҙың да уҡыуы, йәшәйеше, проблемалары менән даими рәүештә ҡыҙыҡһынып, яҡындан ярҙам итеүсе, уларҙың яҡшы эштәре, уңыш-ҡаҙаныштарын уртаҡлашыусы ата-әсәләр ҙә бихисап, − тип һөйләй директор­ҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ғәзимә Ғәлиулла ҡыҙы Байназарова....

Ҡайҙа уҡырға барырға?
Новости / Мәғариф // 22-03-2013, 11:52


Был һорауға яуап итеп баш ҡалала уҡыған яҡташтарыбыҙ Азамат Лоҡманов менән Илмир Әһлиуллин: «Әлбиттә, Мәскәүгә!» – ти
...Таныш ҡатын менән Өфөнән ҡайтып барабыҙ. Ул әсәһенең һүҙен иҫләп көлдө:
− Күршебеҙҙең ҡыҙҙары, йәй еткәс, ғаиләләре менән машиналарға тейәлеп, Се­берҙән ҡайтып төштө. Әсәйем беҙгә, автобуста ҡайтҡан балаларына, ҡарап уфтанды: «Әллә нимәгә шул духтырға, уҡытыу­сыға уҡынығыҙ, ана, күршенең ҡыҙҙары һөнәрселек училищеһын тамамланы ла рәхәтләнеп бай йәшәй....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM