НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Башланды!
Новости / Мәғариф // 28-05-2013, 12:27


Кисә сығарылыш синыф уҡыу­сылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл уҡыусылар иң беренсе булып рус теленән БДИ тапшыр­ҙы.
Имтихан 3 сәғәт 30 минут дауам итте. Һынауҙы үтеү өсөн уҡыусыларға был фәндән иң әҙе 36 балл йыйырға кәрәк. Һөҙөмтәләр яҡынса бер аҙнанан әҙер буласаҡ.
Уҡыусылар мотлаҡ БДИ тапшырырға тейешле икенсе фән – математика. Уның буйынса имтихан 3 июндә буласаҡ. Уҡыусылар­ға аттестат алыу өсөн был ике фәндән дә тейешле балды йы­йыр­ға кәрәк буласаҡ....

Аҡмулла “шәкерттәре”нә сит илдәрҙә уҡыу бәхете йылмая
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 12:33


М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының университеттар селтәре составына индерелгән. Был төркөмгә ШХО (ШОС) ағзалары булған илдәр­ҙән, шулай уҡ күҙәтеүсе дәүләттәрҙән барлығы 50-нән ашыу юғары уҡыу йорто инә....

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа байрам
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:48


Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа байрамИртәгә бөтә ил буйынса Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Быйыл республикабыҙҙа 25270 уҡыусы − 11-се синыфты, 42043 уҡыусы 9-сы синыфты тамамлай.
– Һәйбәт булғаныбыҙ өсөн беҙҙе барыһы ла ярата, сығып китһәк, уҡытыу­сылар һағынып илар инде, – тип һағыш ҡатыш шаяртты Әбйәлил районының Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге Яңы Балапан мәктәбенең ун беренсе синыф уҡыусылары. Ысынлап, аҙаҡ һағынып иларлыҡ синыф белем усағынан сығып китә быйыл....

Балаңды мәктәпкә автобус менән оҙаттыңмы?
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:44


Балаңды мәктәпкә автобус менән оҙаттыңмы?Машина, автобус һәм башҡа юл транспорты көндән-көн күбәйә. Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәтендә хәүеф тә арта. Һуңғы бер-ике йылда ауыл мәктәптәре ябылыу йә уларҙың статусы үҙгәртелеү арҡаһында уҡыусы балаларҙы күпләп автобустар менән йөрөтөп уҡытыу барыһына ла мәғлүм. Пассажир автобустарына, ә бигерәк тә уҡыусыларҙы йөрөткәндәренә юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте тикшереүселәр (йәғни ЮХХДИ) тарафынан техник талаптар булдырылған....

Берҙәм форма кәрәкме?
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:43


Мәктәп йылдары һәр кемдең хәтерендә төрлөсә ҡала. Шул иҫәптән нисек кейенеп йөрөгән дә онотолмай. Кемдәлер ҡыҙыл галстук тағып йөрөгәне ҡәҙерле осор булып һаҡлана, берәүҙәр сығарылыш кисәһен һағынып иҫләй, ҡатын-ҡыҙ күберәк аҡ таҫмалы, аҡ алъяпҡыслы көндәрен хәтерләй. Хатта ҡайһыларындалыр алъяпҡыстары һаман һаҡлана. Бөгөн дә мәктәп формаһы тураһында һүҙ йыш ҡуҙғатыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе лә ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирә. Яҡын арала РФ Дәүләт Думаһына берҙәм форма индереү тураһында закон проекты өсөн тәҡдимдәр ебәрелергә тейеш. Иҫәпләүҙәренсә, берҙәм форма балалар араһындағы социаль тигеҙһеҙлекте бөтөрәсәк һәм уларҙы тәртипкә лә өйрәтәсәк....

Тырышлыҡ аша килгән уңыш
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:40


Тырышлыҡ аша килгән уңышМиңлегөл Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының органик химия кафедраһы уҡытыу­сыһы. Тырыш, ҡуйған маҡсатына табан ҡыйыу атлаусы йәштәребеҙҙең береһе ул. Ата-әсәһе – Миңзәлә һәм Мөхәмәтдин Исхаҡовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә матур тәрбиә ала....

Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе
Новости / Мәғариф // 24-05-2013, 11:39


Буласаҡ химия сәнәғәте белгесе“Ваҡыт – ул аҡса, шуға күрә ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, ә алға, ҙур ҡаҙаныштарға табан барырға кәрәк”, – ти Әхәт Камалов
Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы... Халыҡ йыры "Азамат"та шундай һүҙҙәр бар. Хәрби хеҙмәт, эш эҙләү һәм башҡа юлдар менән яҙмыш беҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй. Иглин районы егете Әхәт Камалов һөнәр алыу маҡсатында күрше республикаға юлланған. Әлегә ул Ҡазан университеттарының береһендә белем ала....

Гимназияның нигеҙ таштары
Новости / Мәғариф // 21-05-2013, 12:44


Гимназияның нигеҙ таштарыОло быуын уҡытыусыларынан күп нәмәгә өйрәнеп ҡалдыҡ
Был мәҡәләмдә коллегаларым – быйыл хаҡлы ялға китеүсе Асия Лотфуллина, Хөмәйрә Дәүләтшина, Нәсимә Хәмзина, Гөлнур Аҡбулатова, Мәфрүзә Мөхәмәтдинова һәм Рәмзә Ильясова тураһында бер кәлимә әйтергә теләйем. Улар барыһы ла коллективтың нигеҙ ташын тәшкил итеүсе, гимназия асылған көндән хеҙмәт иткән тырыш, эшһөйәр, тәрән хөрмәт ҡаҙанған оло быуын уҡытыусылары....

Педагогтар династияһы
Новости / Мәғариф // 17-05-2013, 12:16


Педагогтар династияһыӨфөләге һоро төҫкә (күпселек йорттар шулай) өйрәнгәс, Яңауыл ҡала­һына килеп инеү менән күҙҙәр асылып, күңел күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Донъяның бындай мөғжизәле урындары ла бар икән, тип һоҡланып ҡуйҙым. Йәшел, һары, зәңгәр, ҡыҙыл төҫлө бейек-бейек йорттарға ҡарап, күҙҙәр ял итеп ҡалғандай булды. Яңауыл ҡалаһы ай үҫәһен көн үҫә, күрәһең. Урамдағы кешеләрҙең йөҙҙәренең нуры ла ҡаланы балҡыта төҫлө....

Уҡыусыларҙы имтихан менән ҡурҡытырға түгел, ә аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк
Новости / Мәғариф // 30-04-2013, 12:11


БР Хөкүмәтендә Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса имтиханға әҙерлек мәсьәләһенә арналған ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, район мәғариф бүлектәре на­чальниктары ҡатнашты.
Һуңғы осроҙа берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороуҙа етешһеҙлектәр күҙәтелә. Мәҫәлән, былтыр райондарҙа БДИ буйынса юғары балл алған уҡыусылар һуңынан вузда уҡығанда үҙҙәренең баһаһын аҡламаған. Шулай уҡ контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа ҡуйыу осраҡтары асыҡланған. Һөҙөмтәлә 15 кеше аттестат ала алманы. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндән һуң БДИ һөҙөмтәһен интернетҡа ҡуйған абитуриент шулай уҡ студент булыу бәхетенән мәхрүм ҡалды. Сығарылыш синыф уҡыусыларының дөйөм иҫәбенең 0,97 проценты иһә БДИ-ны тапшыра алмаған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM