НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йәш педагогтарға кәңәштәр
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:50


Бына һин уҡыуыңды тамамлап, ҡулыңа диплом алдың. Ҡотлайым!
Мәктәптә эш тә булды. Эш башлар алдынан күп йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар­ҙың кә­ңәштәренә ҡолаҡ һал. Тәү сиратта директорҙың ҡатынына ярарға тырыш. Мәктәптә уңышлы эшләп китеүең тап унан тора. Сөнки күп эштәрҙе директор түгел, ә ҡатыны хәл итә. Уға ярау өсөн, күп нәмәне белһәң дә, белмәмеш булып, кәңәштәр һора....

Зиһенебеҙҙе байытыусы апай
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:49


Уҡытыусым Хәмиҙә Мәүлитҡолова тормошо менән һәммәбеҙгә өлгө
Уҡытыусы! Минең күңелемдә –
Сылтырап аҡҡан тау шишмәһе һин.
Сарсыл шишмәләй, һинең фәһемең
Һуғара кешеләр зиһенен.
Уҡытыусы! Берсә сағыштырам...

Ир-егеттәр мәктәбе
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:48


Ир-егеттәр мәктәбеСибайҙың Төйәләҫ ҡасабаһына ҡараған 11-се мәктәбендә эшләүсе Ислам Исрафил улы Исламбаев уҡыусыларҙы әрмегә лә, тормошҡа ла әҙерләй
Ҡайһы ғына мәктәпте алма, уҡытыусылар коллективындағы ир-атты бармаҡ менән генә һанап булалыр – шул хәтлем һирәгәйҙе хәҙер мәғариф өлкәһендә эшләүсе беҙҙең “брат”. Сәбәп­тәре бындай “дефицит”­тың күп: кемдер элегерәк мөғәллимлектән эш хаҡы әҙ тип һыуынһа, хәҙергеләренә дәрестәр етмәй. Эш хаҡына ризалар, тик эше юҡ хәҙер. Шуға ла бөгөн һаман эшенә тоғро ҡалған “динозавр”ҙарҙы “өф” итеп кенә йөрөтөргә кәрәк, юҡһа балаларыбыҙ итәккә тотоноп йөрөүҙән ары китмәҫ....

Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһы
Новости / Мәғариф // 4-10-2013, 11:47


Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһыНиндәй заманда ғына йәшәһәк тә бала бала булып ҡала. Шуҡтары, шаяндары, тиктормаҫтары, үтә иплеләре, аҡыллылары бар. Беҙҙең балаларҙың тәртибе, үҙ-үҙен тотошо насар тимәҫ инем. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эше, һәр аҙымдарының таныш кешеләрҙең күҙ алдында булыуы ла ҙур роль уйнай торғандыр. Ғөмүмән, хәҙерге балалар тәртип­һеҙ, насар, тигән һүҙҙәр менән килешмәйем. Эшемдә минең өсөн иң мөһиме – холоҡ-ҡылыҡтарына, милләтенә, социаль хәленә айырып ҡарамай, балаларҙы ысын күңелдән яратыу, һәр балаға шәхес итеп ҡарау. Уларҙа буласаҡ ата-әсәләрҙе, илдең, донъяның киләсәген күреү....

Ете мәктәп – алдынғылар исемлегендә
Новости / Мәғариф // 27-09-2013, 12:00


Башҡортостандың ете мәктәбе Рәсәйҙең иң алдынғы ауыл мәктәптәре исемлегенә ингән. Был хаҡта «Учительская газета»ла хәбәр ителә. Исемлеккә Рәсәйҙең 54 мәктәбе эләккән. Шулар иҫәбендә беҙҙең республиканан Ауырғазы районының Кәбәс, Миәкә районының Оло Кәркәле, Өфө районының Булгаков, Дыуан районының Вознесенка, Шаран районының Шаран ауылындағы 1-се һәм Мичуринск ауылындағы М. Фәрхетдинов исемендәге урта белем биреү мәктәптәре һәм Туймазы ҡалаһының Сера­фимовка ауылындағы 1-се урта белем биреү мәктәбе бар....

Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылды
Новости / Мәғариф // 27-09-2013, 11:59


Аптраҡта ике йыл элек ябылған мәктәп яңынан асылдыБыйылғы уҡыу йылын үҙ мәктәбендә ҡаршылау Мәләүез райо­нының Аптраҡ ауылы уҡыусылары һәм ата-әсәләр өсөн ҙур байрамға әүерелде. Ҡасандыр райондың иң ҙур мәктәптәренең береһе булған белем усағында 500-ҙән ашыу уҡыусы хатта ике сменала уҡырға мәжбүр була. Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар һаны бер ни тиклем кәмеһә лә, сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бында бөтөн мөмкинлектәр ҙә бул­дырыл­ған:...

Иң яҡшы 500-ҙә беҙҙеке – һигеҙ
Новости / Мәғариф // 20-09-2013, 14:29


Башҡортостандың һигеҙ уҡыу йорто «Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе» исемлегенә инде. Улар араһында Өфөнөң 3-сө, 39-сы, 93-сө гимназиялары, 153-сө, 83-сө лицейҙары, Стәрлетамаҡтың, Нефтекаманың, Салауат ҡалаһының 1-се гимназиялары бар.
Был мәктәптәр исемлеккә 2012 – 2013 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн индерелгән. Айырыуса БДИ буйынса күрһәткестәр, быйыл Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының һуңғы этабында еңеүселәр һәм призерҙар һаны иҫәпкә алынған....

«Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»
Новости / Мәғариф // 23-08-2013, 12:43


«Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»ти, ситтә уҡыған һәм йәшәгән башҡорт йәштәренең мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Азат Хәлиуллин
2010 йылда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостан йәштәренә терәк һәм таяныс булған ойошма барлыҡҡа килә. Башҡортостан Респуб­ликаһының кадрҙар резервын үҫтереү маҡсатында, алдынғы ҡарашлы бер төркөм йәштәр ”БР Студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” йәмәғәт ойошмаһын төҙөй. Етәксеһе – Азат Баҙранов....

Тамбов уҡытыусыларына көнләшергә генә ҡала
Новости / Мәғариф // 16-08-2013, 14:57


Республикала мәғарифта ҡулайлаштырыу бара. Яңы ғына ҡулына педагог дипломын алған йәштәргә эш юҡ... Бик моңһоу күренеш. Ә бына Тамбов өлкәһендә хәл башҡасараҡ. Әгәр ҙә йәш педагог ауыл мәктәбенә эшкә килһә, уға 120 мең һум аҡса түләйҙәр, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итәләр.
Быйыл Тамбов өлкәһенең белем биреү учреждениеларына килгән 40 йәшкә тиклемге 160 уҡытыусы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе был ярҙамды аласаҡ. Килешеү буйынса, улар кәмендә өс йыл эшләргә тейеш....

Педагогтарға ла берҙәм форма кәрәкме?
Новости / Мәғариф // 16-08-2013, 14:49


1 сентябрҙә бик күп төбәктә берҙәм мәктәп формаһы тураһында закон үҙ көсөнә инә. Был төрлө бәхәстәр тыуҙырҙы – ә ниңә балалар ғына формала йөрөргә тейеш, ә уҡытыусылар? Педагогтарҙы ла бер стандарт менән кейендереүҙе хуплаусылар, һәр мәктәп үҙенең педагогтар формаһын булдырһын, тип бара. Тик уҡытыусыларға дресс-код булдырыу тураһында РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының тәҡдиме йәмғиәттә яҡлау тапманы....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM