НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Республикала йәнә йәштәр тауышы яңғырай

Республикала йәнә йәштәр тауышы яңғырай


Йәштәр көнө алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡор­тос­тан «Китап» нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһы донъя күрҙе. Быйыл исемлеккә ижад өлкәһендә тәүге ышаныслы аҙымдарын яһаған йәнә биш автор өҫтәлә. Бына уларҙың исемдәре: Зимфира Әбүшаһ­манова, Айгөл Айытҡолова, Гөлнур Ҡыуатова, Оксана Кузьмина, Альбина Хәлиуллина. Әйткәндәй, үҙҙәре менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Республикала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайРеспубликала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайРеспубликала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайРеспубликала йәнә  йәштәр тауышы яңғырайГөлнур Ҡыуатова Ейәнсура райо­нының Юлдаш ауылында тыуған. Тамырҙары менән Ырымбур өлкәһе башҡорто. Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем алғас, хеҙмәт юлын тыуған ауылы китапханаһында башлай. Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының китапханаһында баш белгес булып эшләй.

«Тик һөйөүҙән тора йөрәгем» йыйынтығы авторҙың тәүге китабы. Ижадының төп темаһы – мөхәббәт. Был йыйынтығында йәш шағирә һөйөү хистәрен төрлө яҡтан сағылдыра. Шиғырҙарында ихлас, эскер­һеҙ бала тауышы ла, үҙәккә үтер яуапһыҙ мөхәббәт һағышы ла ишетелә.

Булмаған туй

Туй сәскәһе шиңде һине көтөп,
Уҡылмаған никах үкһетте.
Һуңғы мәлдә киттек ике яҡҡа,
Яң(ы)лышыуҙар өтә йөрәкте.
Һиңә тигән балдаҡ һаман ята,
Минең йәрем һаман һин кеүек.
Ситтәр менән үтте беҙҙең
туйҙар,
Ошо үкендерә иң элек.
Туйҙар уҙҙы, йәшәр кәрәк тә бит,
Тик йөрәгем һаман һағына.
Был тормошта осраштырыр
мәлдәр
Булыр микән беҙгә тағы ла?

Татар телендә ижад иткән йәш шағирә Альбина Хәлиуллина Благовар районының Таҡсура ауылында донъяға килгән. Первомай­ский урта мәктәбендә белем алғандан һуң ике йыл тыуған ауылында балалар уҡыта. Мәктәп йылдарында ижад һәм журналистикаға уянған ҡыҙыҡһыныу уны Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып килә. 2000 йылда вузды ҡыҙыл дипломға тамамлап, татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләй башлай. Студент йылдарында “Тамсылар” әҙәби-ижад түңәрәген етәкләй.

2005 йылда хәҙерге татар прозаһына арналған кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 2007 йылда “Заман һәм герой” исемле монографик хеҙмәтен баҫтырып сығара, 2013 йылда сыҡҡан “Туған як әдипләре” китабының авторҙашы ул. Һуңғы йылдарҙа тәржемә менән дә шөғөлләнә, ижтимағи эштәрҙә лә актив ҡатнаша.
Альбина Хәлиуллинаның шиғыр­ҙары матбуғатта күренеп килә. Баҡыла сыҡҡан “Төрки сүзе” йыйынтығында бер шәлкем шиғыры донъя күрә. Ҡайһы бер шиғыр­ҙары рус теленә тәржемә ителеп, “Бельские просторы” журналында ла баҫылып сыға. Ижадына фәлсәфилек, хис һәм аҡыл хас.
Быйыл нәшриәттә Альбинаның татар телендә «Синсез…” исемле йыйынтығы баҫылып сыҡты. Автор үҙенең уҡыусыларына лирик шиғыр­ҙарын тәҡдим итә. Тормош мәғәнәһе тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар, мөхәббәт утында яныу, табыш-юғалтыу, һөйөнөс-көйөнөс хистәре сағылдырыла уның әҫәрҙәрендә. Бер нисә шиғырына туҡталып китәйек.

Алыш.
Фани донъя –
Бары ярыш.
Кемгә лә ул
Тамам алыш!
Яңғыҙ мөхәббәт

Һин башҡаны өҫтөн күрҙең,
Күңелемде һалып уттарға.
Мөхәббәтем үкһеп ята
Ҡалдырғанға һине яттарға.

Ниндәй генә сәбәп табайым
Һинең менән бергә атларға.
Тартып ҡына алып булмай:
Йән һөйгәнем бөгөн яттарҙа…

Айгөл Айытҡолова Йылайыр райо­нының Юлдыбай ауылы ҡыҙы. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Күгәрсен районы “Хеҙмәткә дан” гәзитендә хаттар бүлеге хәбәрсеһе булып башлай, аҙаҡ Мораҡтағы район телевидениеһына хәбәрсе булып күсә һәм 2008 йылдан “Күгәрсен” телевидениеһы етәксеһе вазифаһын атҡара. Бөгөн "Мораҙым" район гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
Йәш шағирә быйыл "Ҡымыҙ еҫе" китабын ҡулына алды. “Шиғыр­ҙарым элегерәк ғашиҡлыҡ йәки башҡа хис-тойғолар йоғонтоһонда тыуһа, бөгөн яҙғандарым күберәк тормош, кешелек, йәшәйеш хаҡында уйланыуҙарым һөҙөмтәһе”, – ти автор.

Үлем бөгөн ят ҡунаҡмы икән,
Кеше менән йәнәш атлаған?
Һин тыуғас та, һуҙмай оҙон-оҙаҡ
Иңбашыңа килеп атлана.
Йәшәү-үлем. Кеше ғүмерҙәре
Ошо ике үлсәм араһы.
Арҡаларҙа ят ҡунаҡты йөкмәп
Кем беләлер күпме бараһы …

Оксана Кузьмина рус телендә ижад иткән автор. Ошо көндәрҙә уның “Жители проталин” исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа хикәйәләре һәм нәҫерҙәре ингән. Геройҙары – беҙҙең арала йәшәгән ябай кешеләр. Һәр ҡайһыһы донъяға үҙ ҡарашы, маҡсаттары булған шәхестәр. Был образдар иһә тормошта бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булырға этәрә, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп ебәрә.
Әбйәлил районы ҡыҙы Зимфира Әсмән ҡыҙы Әбүшаһманованың “Гәүһәр ташым” йыйынтығы донъя күрҙе. Тәүге шиғырҙары, мәҡәләләре 8-се синыфтан республика матбуғат биттәрендә донъя күрә башлай. Иң тәүге ижади уңышы – “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булыуы. БДУ-ның журналистика бүлеген тамамлай. 2009 йылда "Йәшлек" гәзите үткәргән Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр бәйгеһендә лауреат була. “Үҙ һөнәрем буйынса эшләмәһәм дә, ижадтан ситкә тайпылғаным юҡ, илһам тулҡындарында тирбәлгән минуттарҙа ижад емештәремдең республика матбуғатында донъя күреүе минең өсөн үҙе ҙур мәртәбә”, – ти йәш шағирә.

Зимфира Әбүшаһманова шиғриәте тын ғына һағышы, тәрән хистәре, тапҡыр һүҙҙәре, үҙенә генә хас сағыштырыуҙары менән арбай. Ябай ғына кисерештәрҙе шиғри һүҙ менән уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ итеп күңелгә һала. Мәҫәлән, “Иләү” шиғыры:

Иләүҙәргә таяҡ тыҡҡандар бар,
Вайран итеп мыжғыу тәртибен.
Туҙҙырғандар белмәй
нигеҙ хаҡын,
Төҙөгәндәр белә тир түгеп.
Аяҡ аҫтындағы кескәй иләү
Меңәрләгән йәндәш һыйҙырған.
Шул өйкөмдән ситкә
һибелмәгән,
Иләүҙәге халыҡ бер туған.
Иләү нигеҙенең берҙәмлеге
Өлгө булһа әҙәм затына,
Тыҡҡан таяҡтарҙы йолҡоп ташлар
Ғәйрәт килер ине халҡыма.

Әйтергә кәрәк, йәш ижадсылар­ҙың күңел йылыһы һалып әҙерләгән ижад емештәре 1000 дана тираж менән баҫылған. Уларҙы беҙ ихлас ҡотлайбыҙ, әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын табыр, тигән ышаныстабыҙ. Йәш авторҙарҙың китаптары нәшриәттең фирма магазиндарына һатыуға сығарылған.

Нәркәс КҮРПӘСЕВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 27-06-2014, 17:48 | Ҡаранылар: 948
|
  • “Йәштәр тауышы” яңы исемдәр аса
  • Тик һөйөүҙән тора йөрәге
  • Ижад донъяһына сәйәхәт– ижади осрашыу
  • Бәхил бул, йырсы шағир!
  • «Йәштәр тауышы» серияһы һатыуҙа бар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM