НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Илдәр гиҙеп, оло бәхет кисерәм”

“Илдәр гиҙеп, оло бәхет кисерәм”


Альбина Хәкимова бер көн эсендә тормошон үҙгәртә – таныш ҡыҙҙан күреп, сит илгә сығып китә һәм шунда тороп ҡала.

“Илдәр гиҙеп,  оло бәхет кисерәм”Башҡорт: Альбина Хәкимова, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
Йәшәгән урыны: Баваро ҡалаһы, Доминикан Республикаһы.
Йәше: 27.
Белеме: Санкт-Петербург дәүләт тау университетының иҡтисад факультеты.
Девизы: «Нимәне яратаһың – шуны эшлә, оҡшамай икән – икеләнмәйенсә баш тарт! Ҡыуаныс килтермәгән шөғөлдәргә ҡыҫҡа тормошоғоҙҙо сарыф итмәгеҙ!»
Яратҡан шөғөлө: йога.

Альбина Хәкимова – ғәжәп ҡыйыу ҡыҙ. Санкт-Петербургта, Төркиәлә, Таиландтың Пхукет утрауында йәшәгәндән һуң, әлеге ваҡытта Доминикан Республикаһында гид булып эшләй. Бәләкәй саҡта үҙенең ҡайҙалыр бик алыҫта йәшәүен күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡыҙҙың сит илгә сығып китеүенең төп сәбәбе – башҡа яҡтағы тормошто, мәҙәниәтте яҡындан күреү һәм танышыу. Туризм өлкәһенә барыр алдынан, Альбина өс йыл ярым банк хеҙмәткәре булып эшләй.

– Альбина, ниндәй телдәрҙе беләһең?
– Башҡорт һәм рус теленән башҡа, инглиз, төрөк телен яҡшы беләм, әлеге ва­ҡытта испан телен өйрәнәм, сөнки До­миниканда испан теле дәүләт теле булып һанала. Таиландта ике йыл тирәһе йәшәгәнгә күрә әҙерәк тай телен беләм, хатта был телдә Бангкок ҡалаһының тулы исемен дә әйтә алам. Сөнки Бангкок ҡалаһының тайса әйтелеше донъялағы иң оҙон баш ҡала исеме булараҡ Гиннесс рекордтар китабына индерелгән.
Сит илдә туған тел һағындыра, ярай әле интернет ярҙамында теләгән ваҡытта яҡындарыңа шылтыратып, скайп аша башҡортса рәхәтләнеп һөйләшеп алыу мөмкинлеге бар.

– Әлеге һөнәреңдә ниндәй ауырлыҡтар бар?
– Туризм өлкәһендә төрлө клиенттар менән эшләргә тура килгәнлектән, һәр кемгә айырым мөнәсәбәт табыуы еңел түгел. Эшемде үлеп яратам һәм, кешеләр менән эшләү иң ҡыҙыҡ өлкәләрҙең береһелер ул, тип уйлайым.

– Һинең биографияң үҙенсәлекле: тик офиста ултырған банк хеҙмәткәренән гид булып киткәнһең. Ә нисек итеп тормошто ҡапыл үҙгәртергә була?
– Мин бер ҡыҙ менән танышҡайным. Ул бер көн эсендә үҙенең тормошон үҙгәрткән: Новоси­бирск – Пхукет йүнәлешенә бер яҡҡа ғына билет алған, килеп төшкәс, дуҫтары һәм таныштары юҡлығына ҡарамаҫтан, йәшәргә урын таба. Бер-ике аҙна ял итеп алғандан һуң эшкә лә урынлаша. Шулай итеп, ул үҙенең яңы, яҡты тормошон башлай, маҡсатын ҡыйыу тормошҡа ашыра. Мин дә унан өлгө алдым, берҙән-бер көндө ныҡлы ҡарарға килеп, сыҡтым да киттем. Һәр эштә, иң мөһиме, теләк булһын! Һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә кәрәк!

– Доминикандағы тормош һине нимәһе менән йәлеп итә?
– Бындағы халыҡ, рәсәйҙәрҙән айырмалы рәүештә, бер көн менән йәшәй. Артыҡ ҡаңғырмайҙар, ҡабаланмайҙар, һәр көнгә ҡыуанып, ләззәтләнеп ғүмер итәләр. Сит илдә минең дә тормошом, уй-кисерештәрем үҙгәрҙе. Тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡараш менән бағам, күңелемдә – тыныслыҡ һәм тулы гармония.
Рәсәйҙе, туғандарымды һәм яҡындарымды ғына түгел, Төркиә һәм Таиландты ла һағынам. Был илдәрҙә лә күңелемде йылыт­ҡан ҡәҙерле хәтирәләрҙең бер өлөшө ҡалды. Һәр бер илдә үҙенсәлекле тәжрибә тупланым. Туризм өлкәһендә эшләгәнгә күрә киләсәктә ҡайҙа буласағымды әйтеүе ауыр. Сөнки минең бөгөн – бында, ә иртәгә икенсе илдә йөрөүем, аҡса эшләүем мөмкин.

– Бөгөнгө тормошоңдан ҡәнәғәтһеңме?
– Һәр кем үҙенең бәхетен үҙе эҙләй, үҙе таба. Берәүҙәр өсөн бәхет – яратҡан эше, ғаиләһе, икенселәргә – ауылда мал-тыуар аҫрап йәшәп, ялан-урмандарға сығып рәхәтләнеп ял итеү, өсөнсөләргә – алтынға күмелеп, ҡиммәтле машинала елдереү. Ә мин илдәр гиҙеп, оло бәхет кисерәм. Шәп тиҙлектә барған заманыбыҙҙа алдынғы ҡарашлы, ҡулын ҡаушырып ултырмай, үҙ бәхетен эҙләүсе йәштәребеҙ булһын. Быға ҡыйыулыҡ һәм тырышлыҡ ярҙам итер.

Эльвира МОТАЛОВА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 16-05-2014, 04:13 | Ҡаранылар: 833
|
  • "Хыялдарың артынан ҡалма!"
  • Әлиә Әхмәҙиева: «Әгәр ҙә хыялланаһың икән, тимәк, хыялыңды ысынбарлыҡ итә алаһың!»
  • Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
  • «ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»
  • "Маҡсатым – көн һайын үҫеү"
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM