RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аныҡ маҡсаттар менән – киләсәккә

11.04.2014 Аныҡ маҡсаттар менән – киләсәккә

Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы төбәк өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләй
Ниндәй генә уҡыу йортон ҡа­раһаҡ та, иңенә белем биреү һәм йәмғиәтебеҙгә көслө белгестәр әҙерләү бурысы һалын­ған. Бөгөн был маҡсатҡа ирешеү еңелдән түгел. Сөнки үҙгәрештәр заманында йәшәүебеҙ ал­дыбыҙға бихисап һорау ҡуя. Алдан күҙаллай белгәндәр йә­иһә тыуған ергә һөйөү уята алғандар ғына уңышҡа өлгәшә, тип әйтергә мөмкин. Тыуған ергә һөйөү тигәндәй, Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы етәкселеге нәҡ ошо маҡсаттан сығып эш итә. Бөгөн бында белем алыусылар район-ҡала иҡтисадына, ауыл хужалығы тармағына тос өлөш индерә икән, тимәк, эшмәкәрлек яҡшы ҡуйылған. Биология фәндәре кандидаты, уҡыу йорто директоры Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин менән әңгәмәбеҙҙә өлгәшелгән үрҙәр, филиалдың киләсәге һәм ошо өлкәләге мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы.

– Фитрат Ғилметдин улы, филиал бынан туғыҙ йыл элек асылып, уңышлы ғына эшләп килә. Тәүге йылдар менән сағыштырғанда, уның матди-техник базаһы ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе, белем биреү сифатына ла етди иғтибар бирелә. Шулай ҙа һуңғы арала, Сибай ҡалаһына юғары уҡыу йорттары кәрәкме, тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала бит әле…
– Әлеге ваҡытта Көньяҡ Урал төбәге, ғөмүмән, республика иҡтисадын, йәшәйеш кимәлен үҫтереү хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ икән, әлбиттә, кәрәкле уҡыу йорто.
Беҙҙең филиал – бөгөн ныҡлы аяҡҡа баҫҡан уҡыу йорто. Ул заманса йыһазландырылған уҡыу корпусын, бар уңайлыҡтары булған 300 урынлыҡ ятаҡты, 100 урынлыҡ ашхана, уҡыу-спорт комплексын, ветеринария дарыуханаһын, автодром һәм уның биләмәһендәге йәшелсә баҡсаһын үҙ эсенә ала. Ҡалаға терәлеп ятҡан Күлтабан ауылында филиалдың 50 гектар ерҙе биләгән агробиостанцияһы бар. Умартасылыҡты үҫтереү маҡсатында агробиостанцияла умарталыҡ булдырылған. Тағы ла шуныһы: беҙҙә белем алыу­сылар үҙебеҙҙә ташлама менән водитель таныҡлығын һәм башҡа күп төрлө кәрәкле эшсе һөнәрен алыу мөмкинлегенә лә эйә.
– Өҫтәмә һөнәрҙәрҙе уҡытыуға килгәндә, һеҙҙең уҡыу йортонда фермерҙар ҙа белемен камиллаштыра икән, тип ишеткәйнек...
– Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта Көньяҡ Урал райондарында эшҡыуарлыҡты үҙ иткән, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын асып ебәргән замандаштарыбыҙ бихисап. Ниндәй генә йүнәлештәр юҡ: берәүҙәр йылҡысылыҡты, икенселәр умартасылыҡты тергеҙгән, ағас һәм таш эшкәртеү, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса уңышҡа өлгәшә башлағандар ҙа юҡ түгел. Шулай ҙа бөгөн йүнселдәргә еңелдән түгел. Беренсенән, документтар юллауға бәйле ауырлыҡтар килеп тыуһа, икенсенән, финанс-хоҡуҡ өлкәһендә белемдәренең етерлек булмауы эшмәкәрлектәрен уңышлы дауам итергә мөмкинлек бирмәй. Район хакимиәттәре башлыҡтары менән килешеү төҙөнөк тә, улар өсөн махсус уҡыу ойошторорға булдыҡ. Бының ыңғай яҡтары күп. Мәҫәлән, үҙ эшен асыусылар аяҡҡа баҫып киткән хәлдә, ул тыуған районы иҡтисадына, йәшәйеш кимәленә, өҫтәмә эш урындары булдырыуға ыңғай йоғонто яһар ине. Шулай уҡ эшселәрҙе уҡытыу ҙа иғтибар үҙәгенә алынған – бер нисә көн элек кенә тракторсылар белемдәрен камиллаштырып ҡайтты. Төбәктәге фермерҙарға белгестәребеҙ тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу буйынса әүҙем ярҙам итә. Элек­тромонтерҙар, малдарҙы яһалма ҡасырыу операторҙары, йәшелләндереүселәр, умартасылар әҙерләйбеҙ.

– Нисек кенә булмаһын, уҡыу йортоноң уңыштары нигеҙендә коллективтың тырышлығы ята. Белем биреүсе профессор-уҡытыу­сылар составы нисек тупланған?
– Ошо йылдар эсендә юғары квалификациялы һәм компетентлы состав йыйып алыуға өлгәштек. Филиалда социаль-гуманитар дисципланалар, иҡтисад һәм менеджмент, тәбиғи фәндәр, агротехнология йүнәлешендәге дүрт кафедра эшләп килә. Уларҙа биш фән докторы, 15 фән кандидаты, ете фән кандидатына дәғүә итеүсенең дә белем биреүе коллективтың кимәлен күрһәтә. Әлеге көндә алты кеше аспирантурала уҡыуын дауам итә.
Беҙҙә барлығы 700-ҙән ашыу студент белем ала. Шуларҙың яртыһы көндөҙгө бүлектә уҡыһа, ҡалғаны ситтән тороп белемен камиллаштыра. Студенттар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.

– Шарттар тигәндәй, уҡыу йортон һайлағанда, абитуриенттарҙың ата-әсәләре, ғәҙәттә, социаль ярҙам күрһәтелеүенә, дөйөм ятаҡтың хәл-торошон да күҙ уңында тотоусан...
– Эйе, бөгөн студентҡа белем биреү генә түгел, ә уны социаль йәһәттән тәьмин итеү ҙә иғтибарға алынырға тейеш. Көньяҡ Урал филиалында ошо юҫыҡта эш уңышлы ойошторолған. Даими бирелгән академик стипендиянан тыш, төрлө категориялағы юғары академик һәм социаль стипендиялар, матди ярҙам булдырылған. Түләүле бүлектә белем алыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Мәҫәлән, студент уҡыуына йылына алтмыш мең һум аҡса түләй икән, әүҙемлектәре менән айырылғандары йыл дауамында шуның яртыһынан күберәген үҙенә ҡайтара ала.
Дөйөм ятаҡ иһә республикала иң яҡшыларының береһе, тип әйтер инем. Һәр бүлмәлә уңайлы шарттар булдырылыуы быға асыҡ дәлил.
Хәҙерге заманда сифатлы белем биреү өсөн тейешле мөмкинлектәр булдырыу мөһим. Уҡыу йортондағы кабинет һәм лабораториялар заманса йыһазландырылған. Һуңғы йылдарҙа туғыҙ лабораторияға тағы ла электр техникаһы, гидравлика, тупраҡты өйрәнеү, умартасылыҡ, малсылыҡ, инженер графикаһы, аҙыҡ производствоһы һәм ботаника, ауыл хужалығы машиналары, “В” категориялы водителдәр әҙерләү кабинеты, яғыу­лыҡ аппаратураһын көйләү лабораторияһы өҫтәлде. Китапхана фондында 20 меңдән ашыу баҫма иҫәпләнә. Студент­тарға тырышып уҡырға ғына ҡала.
Уҡыуҙан буш ваҡытын студенттар төрлө үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә, спорт секцияларында уҙғара. Шул уҡ ваҡытта фәндә тәүге аҙымдарын яһаусы студенттарға даими ойошторолоп килгән семинарҙарҙа, төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиада-турнирҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

– Белем биреү бер эш булһа, уны практикала ҡулланыу икенсе эш булғанын беләбеҙ. Студенттарҙың практик белемен нығытыу ниндәй кимәлгә ҡуйылған?
– Производство практикаһы төп белемде нығытып ҡына ҡалмай, ә буласаҡ белгестәргә һөнәр нескәлектәренә төшөнөргә, эштә, хеҙмәт коллективында үҙеңде лайыҡлы тоторға өйрәтә.
Агрономия, механизация бүлектәрендә белем алыусылар яҙғы баҫыу эштәре ҡыҙған мәлдә райондар хужалыҡтары баҫыуҙарына йәлеп ителә, буласаҡ зоотехниктар һәм ветеринарҙар “Шүлгәнташ” һәм Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында, “Баймаҡ” ғилми-тәжрибә берекмәһендә, ҡала ветеринария станцияһында, “Күлтабан” уҡыу-тәжрибә үҙәгендә белемен нығыта. Ауыл хужалығын электр­лаштырыу һәм автоматлаштырыу бүлеге студенттары тәүге хеҙмәт сынығыуын “Башэнерго” йәмғиәтенең Белорет электр селтәрҙәре, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы кеүек эре предприятиеларҙа ала. Иҡтисадсылар иһә “Башавтотранс”, “Газ-сервис”, “Башкирэнерго” йәмғиәттәрендә белемдәрен камиллаштыра. Фи­лиалыбыҙ һәм Рәсәй менеджмент һәм агробизнес инженер академияһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, ете йыл инде студенттар Германияла дүрт айлыҡ стажировка үтә. Сит илгә сығыусылар немец фермерҙары ғаиләләрендә йәшәп, малсылыҡ, үҫемлекселек, аграр туризм, ауыл йорто хужалығын алып барыу йүнәлештәрен етди өйрәнә.

– Сер түгел, әлегә беҙҙә ауыл хужалығы өлкәһе тулыһынса аяҡҡа баҫып, эшләп китә алмай. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа белгестәр әҙерләү йәһәтенән федераль һәм республика кимәлендәге программаларҙың барлыҡҡа килеүе күңелдә өмөт сатҡылары уята...
– Киләһе йылдарҙа элек-электән халыҡтың төп таянысы булған өлкәнең үҫешеп китәсәгенә өмөт ҙур. Ни өсөн тигәндә, был мәсьәлә иғтибар­ға алынды. Бигерәк тә заманыбыҙ талабына ярашлы белгестәр уҡытып сығарыуға етди иғтибар бирелә. Башҡортостан хөкүмәте ауылдарҙы күтәреү һәм уларға белгестәрҙе ҡайтарыу маҡсатында махсус программа ҡабул итте. Йәғни ауыл еренә эшкә ҡайтыусы сығарылыш студенттарына бер тапҡыр 150 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам бирелә, эш хаҡына ай һайын 7 мең һум өҫтәп түләнә. Һуңғы арала ғына Башҡортостанда “500 ферма”, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программалары, йәш фермерҙарға республика гранттары бүлеү уңышлы ғына тормошҡа ашырыла башланы. Был программалар ауыл хужалығы белгестәре мәнфәғәтенә лә йүнәлтелгән.
Ерҙе, ауылды яратҡан йәштәребеҙҙең күп булыуы һөйөндөрә. Улар араһында беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусыларҙың һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, коллектив һәм шәхси хужалыҡтарҙа үҙ урынын тапҡан йәки үҙ эшен асҡан йәш белгестәр күп кенә ауыл-ҡасабабыҙға йәм өҫтәй. Ауылдарыбыҙ йәшәһә, ил дә йәшәйәсәк. Шуны онотмаһаҡ ине.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фитрат Ғилметдин улы. Киләсәктә лә Көньяҡ Урал тырыш һәм илһөйәр йәштәрен йыйған уҡыу үҙәге гөрләп эшләһен, яңынан-яңы башлан­ғыстар менән янһын.

Әңгәмәне Данил ӘБДЕЛҒАЗИН ҡорҙо.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!