НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!

Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!


Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк... “
(М. Аҡмулла).
“Йәшлек” гәзитенең мәхәрририәте, автор­ҙың фекере менән килешмәһә лә, мәҡәләләрҙе баҫа. Ҡайһы берҙә икеһе лә дөрөҫ һымаҡ тойолған, әммә ҡапма-ҡаршы фекерҙәр менән тап булаһың. 4-се һанда Рәис Ишмө­хәмәтовтың “Шаңдау” рубрикаһы аҫ­тында баҫылып сыҡҡан “Барыһын да инҡар итеү мөмкин түгел” исемле хатын уҡып сыҡтым. Унан алда 1-се һанда сыҡҡан Нәркәс Алсын­баеваның “Күрәҙәсегә барып гонаһ алмағыҙ...” тигән мәҡәләһен дә уҡығайным.
Рәис Ишмөхәмәтовтың шаңдауы ошолай башлана: “Нәркәс Алсынбаеваның мәҡәләһен уҡып, аптырап ҡалдым. Әллә мин бер нәмә лә аңламайым, әллә ул – автор нимәнелер бутай...” һәм артабан Рәис Нәркәсте ысын күңелдән тәнҡитләргә тотона.
«Рәис туғаным, әлбиттә, һин бер нәмә лә аңламайһың! Ә Нәркәс Алсынбаева бер нәмәһен дә бутамай!» тип әйтке килде шунда уҡ. Сөнки Рәистең бер ҡасан да дини китаптарҙы, Ҡөрьән, бәйғәмбәр хәҙистәрен асып ҡарамаған кеше икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Уның хаты фәҡәт үҙенең хис-тойғоларына һәм субъектив тойомлауҙарына таянып яҙылған. Йәки диндән бик күпкә алыҫ торған, хатта ислам дине менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмаған тиерлек наҙан кешеләрҙең уй-фекерен белдергән. Ә Нәркәстең дини яҡтан ифрат та белемле икәне, шаҡтай күп уҡығаны, дин ғилемен ныҡлы өйрәнгәне күренеп тора. Уның бер һүҙе лә ялған түгел. һәр бер һүҙе тик Ҡөрьән талаптарына һәм бәйғәмбәр хәҙистәренә, ислам дине ғалимдары фекеренә нигеҙләнеп яҙылған.
Күрәҙәсегә мөрәжәғәт итеүҙең оло гонаһ икәнен дә Нәркәс уйлап сығармаған. Ярҙам һорап, сихырсыға барыуҙы бәйғәмбәр ҡәтғи тыйған. Ә уның һәр һүҙе фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең бойороғона таянып әйтелгәнен, моғайын, инҡар итергә теләүселәр юҡтыр. Тағы ошондай хәҙис бар: "... кем дә кем тоғро юлдан барырға теләй, шуға Аллаһы Тәғәлә үҙе ярҙам итә (тоғро юлдан барырға), ә кем яңылыш юлдан китергә теләй, уға ла ярҙам итә (яңылыш китергә)...” Бәйғәм­бәрҙең һүҙҙәрен белмәй, йә белһә лә, тотмай, уға ышанмай, ниндәй­ҙер шайтан менән бәйләнешкә ингән күрәҙәсегә мөрәжәғәт итеүсе тап ана шул яңылыш юлдан китергә теләүсе була ла инде. Бындай кешегә, әлбиттә, күрәҙәсенең шайтан ярҙамында (шайтандар күктәге ҡайһы бер мәғлүмәтте тыңлап, тотоп алыуға һәләтле) киләсәген дөрөҫ итеп әйтеп тә биреүе мөмкин, тип әйтә Ислам дине ғалимдары. Әммә ниндәйҙер кимәлдә киләсәкте белеүҙә генә торһа икән эш... Ана шул күрәҙәсегә барған кеше ғәйәт оло гонаһҡа бата. Сөнки ул кеше, Алланың, бәйғәмбәрҙең бойороғон инҡар итеп, ислам динендә иң-иң тыйылған эш менән булыша – башҡа илаһҡа мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә Алла уны динебеҙҙән сығарып, уға “кафыр” мөһөрө баҫыуы мөмкин. Бындай кеше Ахирәттә мәңгегә йәһәннәм утында яныуға дусар була. Ә мосолмандар­ҙың иң ҡурҡҡаны – ана шул! Шул хәҡиҡәтте ошоғаса белмәй йөрөгән кешеләр, Аллаһы Тәғәлә алдында тәүбә ҡылып, бынан ары ошо оло гонаһлы юлға баҫмаһын, тигән иң изге ниәт менән яҙған мөслимә Нәркәс. Аллаһы Тәғәлә рәхмәте яуһын үҙенә.
Мәҫәлән, Нәркәс: “Сусҡа ите – харам”, – тип яҙҙы икән, ти. “Нишләп улай тип яҙған ул? Сусҡа итендә төрлө файҙалы аҡһым, витаминдар күп бит. Ул – файҙалы аҙыҡ...” – тип уға ҡаршы сыҡҡан һымаҡ була бит был. Әммә, хөрмәтле Рәис туғаным, күрәҙәсегә барыу гонаһы харам ашау гонаһына ҡарағанда ла һанһыҙ мәртәбәгә ҡатыраҡ һәм аяныслыраҡ!
Рәистең: “...Ул шайтанды кем күргәне бар икән?” – тигән һорауына яуап: шайтанды күреү һәләтенә бәйғәмбәребеҙ эйә булған! Аллаһы Тәғәлә уға шундай сифат биргән. Уны ла Нәркәс уйлап сығармаған. Китапта (әйткәндәй, бөтә мәсеттәр­ҙә лә, аяттар яҙылған брелоктарҙан тыш, дини китаптар, хәҙистәр ҙә һатыла) бәйғәмбәр күп кенә тапҡыр шайтанды күргәне, хатта уларға хаҡ динде өйрәткәне хаҡында хәҙистәр бар. Нәркәс һәм башҡа бар мосолмандар ошо хаҡта китаптар аша белә.
Бәйғәмбәр “Әл-Бәҡара”, “Әл-Фатиха”, “Әл-Фәләҡ”, “Ән-Нәс” сүрәләре һәм күп кенә доға менән дауалау ысулдарын да өйрәткән. Тик өйрәнергә генә кәрәк. Табиптарға барыуҙы ла тыймаған. Аллаһы Тәғәлә табиптарға кеше дауалау һәләте биргән, улар­ҙың табиплыҡҡа уҡып сығыуын насип иткән бит! Әммә күрәҙәсегә йөрөү – аяныслы. Айырыуса Ахирәттә.
Бетеүҙәрҙә, рам эстәрендә яҙыл­ған “Аятел-Көрси” аяты, әлбиттә, бик тәрән мәғәнәле изге аят. Ҡөрьән Кәримдәге “Әл-Бәҡара” сүрәһенең 255-се иң ҙур аяты ул. Был аятта Алланан башҡа илаһ юҡлығы, мәңге тере, бер ҡасан да йоҡомһорау һәм йоҡо алмаған, ерҙәге һәм күктәге барлыҡ нәмә­ләр­ҙең хужаһы Алла икәне әйтелә. Шулай уҡ Алланан башҡа һис яҡлаусы булмауы, тик Уның ғына барлыҡ булған һәм буласаҡ нәмә хаҡында белеүе, Уның теләгенән тыш бер нәмә лә булмағанлығы хаҡында әйтелгән был аятта, Алла кешеләргә уны уҡыһын өсөн ебәргән. Ошо аяттың бына ошо мәғәнәһен Рәис туған беләме икән? Ихтимал, юҡ. Унда нимә яҙылғанын да белмәгән көйөнсә, элеп йөрөү дини яһиллыҡтан (наҙанлыҡ) килә. Ҡөрьән аяттарын үҙең уҡып, йә иһә башҡалар уҡығанын тыңлап, йөрәгеңдә йө­рөт­кәндә генә файҙа була. Ә элеп ҡуйған нәмә ул – әйбер. Уға ниндәй­ҙер бер илаһи көс бирелмәгән. Илаһи көс – Алла үҙе генә! Доғалар менән дә туранан-тура фәҡәт Хоҙайҙың үҙенә генә мөрәжәғәт итергә ҡуша. Әйберҙәр аша түгел! Бер ни ҙә белмәгән көйөнсә, өйөңдә, машинаңда шундай оло, ҙур мәғәнәле изге аят элеп ҡуйыу, экстрасенсҡа йөрөү – тома наҙанлыҡ. Әгәр элгәнһең икән, йыш ҡына улар­ҙы уҡып йөрө.
Мәсеттәрҙә һатылған әйберҙәр­ҙәге яҙылған доғаларҙы ла кешеләр уҡыһын өсөн яҙғандар. Әлхәмду­лиллаһ, һәр мәсеттә тиерлек бе­лемле имамдарыбыҙ бар. Өйрә­нергә барғандарҙы бер ваҡытта ла улар кире ҡаҡмай. Ысын күңелдән уҡырға ла өйрәтәләр, хатта тәржемә итеп тә бирәләр. Уларҙан өйрәнеп, ана шул аяттарҙы, доғаларҙы уҡып йөрөү генә дөрөҫ була. Әммә кемдер берәү: “Ошо әйбер һине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаясаҡ”, – тип әйтә икән, ул кеше үҙе лә оло гонаһлы һәм башҡаларҙы ла юлдан яҙҙырыусы. Бәлә-ҡазанан фәҡәт Аллаһы Тәғәлә үҙе генә һаҡлай ала! Дин ғилемен бөтөнләйгә белмәгән көйөнсә белемле кеше менән, рус теле менән әйткәндә, “голословно” бәхәсләшергә бик күптәрҙең баҙнаты ла етмәҫ ине, минеңсә.
Рәис миҫалға килтергән “На бога надейся, но и сам не оплошай” тигән рус мәҡәле, әлбиттә, урынлы. Әммә, бәйғәмбәребеҙ былай тип әйткән: “Тәүҙә атыңды бәйләп ҡуй, шунан атың юғалмаһын өсөн Аллаға доға ҡыл”. Йәғни һин атыңды бәйләп ҡуйған хәлдә лә, уның юғалыр-юғалмаҫы Алланан тора... Бәй­ғәмбәребеҙ ҙә, тик Алланан ғына һорап, бот күтәреп ятығыҙ, тип әйтмәгән. Тырышып, һәр эште урын еренә еткереп эшләргә ҡушҡан.
Рәис туған әйтмешләй, “мәйет­тәр­ҙең ҡөҙрәте”нә килгәндә, бәй­ғәмбәр хәҙистәре буйынса, үлгән кешенең башҡаларға тәьҫир итер­ҙәй бер ниндәй ҙә көсө булмай. Ул ғына ла түгел, улар үҙҙәре тереләр­ҙең доғаларына мохтаж. Шуның өсөн дә мосолмандар-әруахтар өсөн Аллаға ялбарып доға ҡыла. Хоҙайҙан уларҙың тереклектәге гонаһтарын ғәфү итеүен, ғибәҙәттәрен ҡабул итеүен, ҡәбер ғазаптарынан имен ҡалыуын үтенәләр. Ә мәрхүмдәр, башҡалар өсөн түгел, хатта үҙҙәре өсөн дә бер ни ҙә эшләй алмай, сөнки уларҙың ғәмәл дәфтәре ябылған. Улар тереклектә ҡылған изге ғәмәлдәре, йә иһә гонаһтары хаҡында яуап ҡына бирә.
Нәркәстең, экстрасеанстарҙы ҡара­ған хәлдә лә, бер ваҡытта ла “мәйеттәрҙең ҡөҙрәте”нә ышанмаясағына иманым камил. Сөнки ул ныҡлы иманлы, динде яҡшылап өйрәнеүсе, белемле ысын мөслимә. Һәр хәлдә, мәҡәләһенә ҡарап, шулай тип фаразларға була.
“Киске усаҡҡа осҡан күбәләктәр­ҙе уттан ҡыуған һымаҡ, һеҙҙе йәһәннәм утынан ҡурсалап алып ҡалырға теләгәнемде аңламай­һығыҙмы ни һеҙ?” – тигән бәйғәмбәр үҙенең яҡындарын хаҡ дингә өндәгәндә. Нәҡ ана шулай Нәркәс Алсынбаева ла, күп кенә мосолман яҡташыбыҙҙың наҙанлыҡ арҡаһында яңылыш юлға баҫыуын күреп, уларҙы ысын күңелдән йәлләп, бәйғәмбәребеҙ ҡушҡан шул хәҡиҡәтте уларға аңлатырға ты­рыш­ҡан һәм аңларға теләгән кешеләр ифрат та яҡшы төшөнөрлөк итеп яҙа ла алған, афарин! Ә аңлар­ға теләмәгән кешенең, әлбиттә, бер ҡасан да аңламауы мөмкин. Хат авторы Рәис әгәр ҙә бер аҙ ғына булһа ла ислам дине менән ҡыҙыҡһынған кеше булһа, бер ваҡытта ла Нәркәстең шундай хаҡ һүҙҙәренә ҡаршы хат яҙмаҫ ине, моғайын. Бына шулай. Уҡыу кәрәк, туғандар, уҡыу кәрәк!

Баязит САБИТОВ.

Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.

Сығыу ваҡыты 14-03-2014, 06:21 | Ҡаранылар: 969
|
  • Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл)
  • Күҙ тейеүҙе дауалау
  • Күрәҙәсегә барып, гонаһ алмағыҙ
  • Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн
  • Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM