НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тел һағында – телһөйәрҙәр

Тел һағында – телһөйәрҙәр


Тел һағында – телһөйәрҙәрБөрйән районының мәғариф бүлеге Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр» тип аталған бәйге ойошторҙо
– Дәрт һалдылар күңелгә! Ышаныс бирҙеләр беҙгә! Башҡорт рухы бар балалар күңелендә! – тип һоҡланыуын йә­шермәне Бөрйән районының мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған сара барышында. – Рәхмәт һеҙгә, балалар!
Һоҡланырлыҡ та шул: телһөйәрҙәр бәйгеһендә ҡатнашҡан һәр уҡыусы хазина йомғағы, һәләттәр сорналышы ине. Мә­ҫәлән, Иҫке Собханғол мәктәбенең данын яҡлаған Айһылыу Ибраһимова менән Ләйсән Байморатова – республика олимпиадалары призерҙары. Ә Ғәзинур Ямғурсин – «Йыл уҡыу­сыһы – 2014» район конкурсында гран-при яулаған егет. Ҡәҙим Ишкинин уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар рәтендә. Айҙар Толомғужин – йәш шағир, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия лауреаты. Байназар урта мәктәбе уҡыусылары Айгиз Буранғолов, Лилиә Ҡаһарманова, Роза Ишбулатова, Буранбай Сөләймәнов, Гүзәлиә Ишҡыуатова ла шулай уҡ һүҙ ҡәҙерен белгән, телде ҡәҙерләгән затлы заттар. Хәйер, Иҫке Монасип, Ағиҙел, Аҫҡар, Ырғыҙлы, Килдеғол мәктәптәре командалары ағзалары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел ине: үҙҙәре менән таныштырғанда ла, шиғырҙарҙы тасуири ятлауҙа ла, әйтештә лә, викторина һорауҙарына яуап биргәндә лә юғалып ҡалмай, ижади мөмкинлектәрҙең сикһеҙлеген, еңеүгә ынтылыштарын, телгә ихтирамдарын күрһәтте. Сәхнәнән ҡат-ҡат телебеҙгә гимн – Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры яңғыраны:
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын…
«Ынйылар йыйған» командалар араһында беренсе урынға Иҫке Собханғол мәктәбе сыҡты. Байназар мәктәбе командаһы өлөшөндә – икенсе урын. Өсөнсө урынды Әб­дел­­мәмбәт мәктәбенең Килдеғол филиалы уҡыу­сылары алды. Башҡа командалар ҙа төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Бөр­йәндәге матур йолаға ярашлы, был юлы ла етәкселәр «иң-иң»дәргә үҙ премияһын тапшырҙы: Ришат Булат улы сатнатып башҡортса һөйләшкән рус милләтле Вилена Калега­но­ваның күңелен күрҙе, Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Гәрәй Йомағолов йәш шағир Айҙар Толомғужинды бүләкләне, ә район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының премияһы заман башҡорто – аҡыллы, ба­тыр, сәмле Алмас Теләүембәтовҡа бирелде.
– Юҡ, бөтмәй башҡорт теле, уның киләсәге бар, ошондай һәләтле, аҡыллы, шәп балаларыбыҙ булғанда! – тип һөйөндө район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Сабир Көҫәпҡолов. – Бик шәп сара булды был! Сәхнәгә сығыу ҙа батырлыҡ, ә үҙ телендә оялмай, ҡурҡмай, киреһенсә, ғорурланып сығыш яһауҙары бигерәк шәп!
Батыр ҙа, матур ҙа, маһир ҙа балаларҙың ҡанаттарын ҡайырмай, уларҙы үҫтерергә, күтәрергә кәрәк ул беҙгә, өлкәндәргә. Ә улар халҡыбыҙҙы күтәрәсәк! Ошоно Бөрйән райо­нында бик яҡшы аңлайҙар, ә һеҙҙә нисек?

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 28-02-2014, 13:31 | Ҡаранылар: 1185
|
  • Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә – Изге Бөрйән ерендә
  • Бөрйәндә һәләтле балалар форумы үтте
  • «Йондоҙ»ҙар Бөрйәндә ҡабына
  • БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ
  • Ә һин “Минең Рәми” марафонына әҙерһеңме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM