НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Маҡсатыбыҙ – көслө кадрҙар әҙерләү»

«Маҡсатыбыҙ – көслө кадрҙар әҙерләү»


Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция хеҙмәткәрҙәре! Мәктәпте тамамлағас, журналист һөнәрен үҙләштерергә теләйем. Уҡыу йортон һайларға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
Ләйсән ҒАЙСИНА.
Мәләүез ҡалаһы.
Ләйсәндең үтенесе буйынса Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, профессор, доцент, фән докторы Риф Әхмәҙиевҡа мөрәжәғәт иттек.
«Маҡсатыбыҙ – көслө кадрҙар әҙерләү»
– Факультет тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
– 1957 йылда Башҡорт дәүләт университеты барлыҡҡа килгәс, филология һәм тарих йүнәлештәре бер факультетта тупланған була. Алтмышынсы йылдарҙа, уҡыу йорто ныҡлап эшләй башлағас, филология һәм тарих айырым факультеттар булып ойоша. Шулай дөйөм филология факультеты барлыҡҡа килә: унда рус, башҡорт, татар теле һәм әҙәбиәте кафедралары урынлаша. Шул осор­ҙа бер бүлеккә егерме биш кеше кеше ҡабул иткәйнек.
1990 йылда дөйөм филологиянан башҡорт филологияһы айырылып сыҡты. Шулай уҡ республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғаты өсөн башҡорт, татар, рус телдәрендә яҙыусы журналистарҙы әҙерләргә тотондоҡ. Ә тел һәм әҙәбиәт белгестәрен башҡорт, башҡорт-рус, башҡорт-сит телдәр бүлектәре әҙерләй башланы.
Үкенескә күрә, яҡшы ғына эшләп килгән факультетыбыҙҙы оптималләштереү елдәре урап үтмәне. Әлбиттә, ил буйынса дөйөм күренеш беҙҙең уҡыу йортон аяр тип ышаныу аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Киләһе уҡыу йылына ун бюджет урыны ғына бирҙеләр. Былтырғы менән сағыштырғанда, әлбиттә, ыңғай үҙгәреш – ул саҡта алты урын ине.
Ауырлыҡтарға ҡарамай, факультет үҙ көсө менән алға ынтыла. Бер нисә йыл элек кенә Көнсығыш һәм Африка телдәрен өйрәнеү буйынса яңы кафедраға эйә булдыҡ. Ул асылған йылда ҡабул ителгән студенттар әле өсөнсө курста уҡый. Яңы кафедраны нығытыу буйынса эшләйһе эштәр күп. Бер белгесебеҙ Ҡытайҙа тел өйрәнеп ҡайтһа ла, фарсы һәм ғәрәп телдәренән уҡытыусылар етешмәй.
Оптималләштереү студенттарҙың ғына түгел, уҡытыусы-профессорҙар­ҙың да һанына йоғонто яһаны. Әммә беҙҙең факультет әлегә был дөйөмләштереүҙән һаҡланып килә, шуға күрә айырым уҡытыусының, кафедраның, дөйөм факультеттың рентабеллеге тураһында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ. Тейешле кимәлдән күрһәткестәре түбән икән, уҡытыусы менән контракт­ты өҙәбеҙ.

– Университеттар уҡытыуҙың Болон системаһына күсте...
– Европа стандарттарына яраҡлашып, беҙҙең факультет та хәҙер бакалавриат, магистратура нигеҙҙәрендә белем бирә. Сит телдәрҙе өйрәнгән белгестәребеҙ донъяның ҡайһы мөйөшөндә лә конкуренция тыуҙыра алырлыҡ. Журналистарыбыҙ Рә­сәйҙең төрлө мөйөшөндә, шул иҫәптән СТС, ОРТ, ТНТ кеүек каналдарҙа эшләй.
Студенттарыбыҙ сит телдәрҙе, башҡорт теле менән сағыштырып, бер рәттән өйрәнә. Ауылдарҙағы бәләкәй мәктәптәр өсөн бер кеше йөҙөндә универсаль белгес әҙерләйбеҙ – ул башҡорт, рус һәм бер сит телде уҡыта ала.
Әлеге ваҡытта факультетта ғилми һәм педагогик база ныҡлы. Барлығы алтмышҡа яҡын кеше белем биреү менән шөғөлләнә, улар араһында фән докторҙары, профессорҙар бар.
Маҡсатыбыҙ – республика мәғарифын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм журналистикаһын байытасаҡ көслө кадрҙар әҙерләү. Аби­туриенттар өсөн мәғлүмәт Башҡорт дәүләт университетының сайтында тулыһынса сағылдырылған.

– Факультетты тамамлаусыларҙың барыһы ла эш урыны табамы?
– Улар үҙ һөнәре буйынса эш тапһын өсөн барлыҡ саралар күрелә. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, “Юлдаш” радиоһы, Мәғариф министрлығы менән килешеүҙәр төҙөгәнбеҙ. Улар беҙгә йыл һайын күпме күләмдә кадрҙар кәрәклеген хәбәр итә, шул сығанаҡтарға таянып, беренсе курсҡа уҡырға алабыҙ. Әгәр ҙә студент университетты тамамлағандан һуң ниндәйҙер сәбәптәр буйынса эшкә урынлаша алмай икән, уның менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, һорашып торабыҙ, артабан эш урыны табырға ярҙамлашабыҙ. Бөгөн йәштәрҙең ауыл еренә эшкә ҡайтырға ашҡынмауы күҙәтелә.

– Әйткәндәй, Риф Барый улы, һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ – 60 йәш тулыу уңайынан редакция һәм уҡыу­сыларыбыҙ исеменән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
– Алтмыш йәш, бер ҡараһаң, ҙур дата кеүек, икенсе яҡтан, мин үҙемде һаман дәртле тоям, факультет өсөн эшләргә теләгем ҙур. Декан вазифаһына тотоноуыма әле бер нисә ай ғына. Шуға ҡарамаҫтан, коллективымдан ҡәнәғәтмен. Беҙҙең факультетта юбилярҙарҙы студенттар, уҡытыусылар менән бергә ҡотлау йолаһы элек-электән йәшәп килә. Минең эшемде ҙур баһалап, байрам ойоштороуҙарына оло рәхмәтлемен. Иҫән-һау булһаҡ, тыуған көндәр, юбилей­ҙар бер-бер артлы килеп етеп торор.

М. АСҠАРОВА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 28-02-2014, 13:29 | Ҡаранылар: 1432
|
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Мин – Аҡмулла университеты студенты
  • «Заман талабы ине»
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM