НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йәмен, тәмен татып ҡалығыҙ!

Йәмен, тәмен татып ҡалығыҙ!


йәки Ниңә Денис дәрестә йоҡлаған?
Ошо аҙнала кемдәрҙеңдер һағынып көткән, ә ҡайһы берҙәрҙең башҡа көндәрҙән әллә ни айырылмаған өп-өр яңы йылда студент байрамын ҡаршылаясаҡбыҙ. Ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән был байрам? 17 ноябрҙә – Халыҡ-ара, ә 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары көнө тип билдәләнә. Бөгөн күптәребеҙ студенттар көнө тип 25 ғинуарҙы ғына һанай. Ә нилектән тарихта 17 ноябрҙе нәҡ Халыҡ-ара студенттар көнө тип яҙып ҡалдырҙылар икән?
Тарихи китаптарҙан асыҡланыуынса, был көн Чехословакияның баш ҡалаһында барған хәл-ваҡиғалар менән бәйле. 1939 йылдың 28 октябрендә Прага ҡалаһы студенттары үҙҙәренең уҡытыусылары менән берлектә Чехословакия дәүләте барлыҡҡа килеүгә теүәл бер йыл тулыу уңайынан байрам ойоштора. Тик байрам немец илбаҫарҙары тарафынан баҫтырыла. Байрамда Ян Оплетала исемле медицина университеты студенты һәләк була. Уның үлеме бик күп ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. Студенттарҙың күбеһе төрмәгә эләгә, ҡайһы берҙәре ҡаты язаға тарттырыла. Ошо хәлдән һуң байтаҡ йылдар үткәс, Лондонда нацизмға ҡаршы йыйылыш үткәрелә. 17 ноябрь көнөн Халыҡ-ара студенттар көнө тип иғлан итәләр.
25 ғинуар көнө тураһында тарихи сығанаҡтарҙан бына нимә белергә мөмкин: 1755 йылда батшабикә Елизавета ҡарары буйынса Мәскәүҙә дәүләт университеты асыла.Шул көндән алып ул тәүҙә – Татьяна көнө, һуңынан университеттың тыуған көнө йәки Студент көнө тип атала башлай. Байрам уңайынан барлыҡ студенттарҙы байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләге килә. "Студент көнөн нисек ҡаршылайһығыҙ?" Һәм "Студент сағығыҙҙа булған, күңелегеҙҙә уйылып ҡалған ҡыҙыҡлы хәл" тигән һорауҙарға яуаптар табыр­ға тырышып, бер нисә юғары уҡыу йорто студенттарына мөрәжәғәт иттем.
Наҙгөл БИЛАЛОВА, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты:
– Әле беренсе курста ғына уҡыйым. Имтихандар биреп йөрөйөм, түҙемһеҙлек менән үҙебеҙҙең байрам көнөн көтәм. Атай-әсәйем, шылтыратып, ҡотлар, тип уйлайым.
Иң ҡыҙыҡлы хәл беренсе уҡыу көнө булды. Дәрес башланырға ярты сәғәт ваҡыт бар. Түҙмәй, аудиторияға иртәнге һигеҙҙән үк барып ултыр­ҙым, әйберҙәремде өҫтәлгә ҡуйҙым, үҙем эй көтәм, эй көтәм, береһе лә юҡ. Аптырана башланым. Уҡымайбыҙ, ахыры, тип ҡайтырға йыйынып йөрөгәндә ҡалғандар килеп инде.
Ләйсән ҒАСИМОВА, БДУ-ның роман-герман факультеты студенты:
– Әле геү килеп имтихандарға әҙерләнәм. Байрам көнөндә аҙаҡҡы имтиханыбыҙҙы бирәсәкбеҙ. Алла бирһә, уңышлы тапшырып, ҡышҡы сессияны япҡандан һуң, төркөмдәштәр менән һырғалаҡҡа барырға ине ниәт. Ә ҡыҙыҡлы хәлдәр көн дә булып тора инде. Ярты йыл буйы уҡырға тейеш әҫәрҙәрҙе ике-өс көн эсендә хатта ятлап бөтәбеҙ.
Денис ҒИЛМАНОВ, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты:
– 25 ғинуарҙа мин, ғәҙәттә, төшкә генә уянам. Байрам башҡа көндәрҙән әллә ни айырылмай. Бына бөгөн генә ҡыҙыҡ хәлгә тарыным: йоҡом туймай барғайным, дәрестә бер нисә минутҡа йоҡлаған да киткәнмен. Үҙем эй татлы төш күрәм, үҙемдең көлгән тауышыма һиҫкәнеп уянып китһәм, барыһы ла миңә тексәйгән, ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.
Рифмир ХӨСНӨТДИНОВ, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты:
– Был байрамды бер ҙә ҡаршылағаным юҡ. Бына әле быйыл дуҫтар менән ҡулға гитара алып Студенттар көнөн билдәләргә уйлайым. Ятаҡта ҡыҙыҡ хәлдәр күп була. Мин үҙем йырларға яратам. Күрше бүлмәләгеләр ялҡып та бөтәлер инде, тик береһе лә, етер, йырлама, тип әйтергә ҡыймай, әллә ҡурҡалар. Бәлки, үҙҙәренә оҡшайҙыр, йә күнегеп тә бөткәндәрҙер.
Рәмзил ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты студенты:
– Мин студент көнөн билдәләмәйем, бәлки, студент түгел, курсант булғанғалыр. Ә иң күңелле ваҡиға Яңы йылды казармала ҡаршы алыу булды.

Рида ТИМЕРШӘЙЕХОВА, БДПУ-ның башҡорт филологияһы студенты:
– Студенттар көнөндә әхирәттәр менән йыйылышып, байрам өҫтәле ҡорабыҙ, йә киноға, театр­ға, концертҡа барабыҙ. Ҡыҙыҡлы хәлдәр шул хәтлем күп, хатта ҡайһыныһын һөйләргә лә белмәйем.
Гөлназ ҒӘЛИАСТАНОВА, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты:
– Студенттар көнө – иң яратҡан байрамдарымдың береһе. Ни өсөн тигәндә, иң яҡын әхирәтем тыуған көнөн билдәләй. Ошо көндә студент дуҫтарыма бүләктәр бирәм, уларҙан көтөлмәгән сюрприздар ҡабул итеү үҙе бер күңелле ваҡиға бит ул. Байрамда бүлмәләш ҡыҙҙар менән тауҙа шыуырға барабыҙ, ошо онотолмаҫлыҡ мәлдәр күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм
журналистика факультеты студенты.

Сығыу ваҡыты 28-01-2014, 06:17 | Ҡаранылар: 1424
|
  • Мин – Аҡмулла университеты студенты
  • Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?
  • Үҙ тиреңде түгеп тапҡан аҡса күпкә ҡәҙерлерәк
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • Сығарылыусы көнөн ҡабул итеүҙәре мөмкин
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM