НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бар яҡлап та килгән ҡыҙ

Бар яҡлап та килгән ҡыҙ


Бар яҡлап та килгән ҡыҙСтудент йылдары – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Үҙенең бәхетле йылдарын тик файҙалы һәм кәрәкле эштәр менән генә бәйләүсе БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 5-се курс студенты Зөһрә Сафина ана шундай­ҙарҙан.
Зөһрә сығышы менән бай тәбиғәтле, йәмле Ҡыйғы районының Йосоп ауылынан. Уңған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ мәктәп йылдарынан уҡ тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Мәктәп, район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс-олимпиадаларҙан ситтә ҡалмай. 2009 йылда Өфөлә уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарыл­ған республика олимпиадаһында беренсе урын яулай. Бынан тыш, тырыш ҡыҙ район кимәлендә рус теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте, химия фәндәре буйынса ла һынатмай – призлы урындар ала. Юғары уңыштары өсөн Зөһрә Марат Баһауетдинов исемендәге премияға, БР Президенты стипендияһына лайыҡ була.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һөйөүе рухлы ҡыҙҙы БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Студент йылдарында Зөһрәнең айырыуса сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныуы арта төшә. Беренсе курстан алып “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә, “Йәнгүзәл” фольклор ансамблендә шөғөлләнеп, төрлө әҙәби-мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ошо уҡ курста факультетыбыҙҙың сибәркәйҙәре араһында уҙғарылған “Яҙ һылыуы – 2010” бәйгеһендә ҡатнашып, гран-при яулай.
Нескә күңелле, хистәргә бай Зөһрәнең лирик шиғырҙары “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында баҫыла. Бынан тыш, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул проза һәм драматургия өлкәһендә лә үҙен һынап ҡарап, уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үткәргән “Өмөтлө ҡәләм” конкурсында психологик драма менән ҡатнашып, Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Шулай уҡ Ейәнсура районында уҙғарылған “Ҡош юлы” гитарала уйнап йырлаусыларҙың республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылған йәш шағир­ҙар бәйгеһендә өсөнсө урын ала.
Зөһрә, “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе менән берлектә, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары өсөн төрлө билдәле шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәреүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Яңыраҡ факультетыбыҙҙа Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе уҙғарылды. Был сарала Зөһрә үҙен һәйбәт ойоштороусы, алып барыусы һәм сценарий авторы булараҡ танытты.
Әйткәндәй, Зөһрә, уҡыуҙан һәм түңәрәктәр­ҙән тыш, университет, республика, Рәсәй олимпиадаларынан да ситтә ҡалмай. Түбәнерәк курстарҙа ул факультетыбыҙҙа башҡорт, рус, ғәрәп телдәрендә уҙғарылған тасуири шиғыр уҡыу, иншалар конкурстарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викториналарҙа ҡатнашып, призлы урындар менән билдәләнә. 2012 йылда уңған ҡыҙ октябрь айында – Удмур­тияның Ижевск ҡалаһында Бөтә Рәсәй халыҡтары теле һәм әҙәбиәте, ә былтыр май айында Таулы Алтай Республи­каһында уҙғарылған Бөтә төрки халыҡтарының теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтә күрһәтте – “Иң һәйбәт әҙәби анализ” номинацияһына лайыҡ булды.
Шулай уҡ июнь айында Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында “Йәйге триместр – 2013” сиктәрендә уҙғарылған лекцияларҙы ла тыңлап ҡайтыу бәхетенә ирешә.
Әлбиттә, был сараларҙың береһе лә Зөһрә өсөн бушҡа ғына үтмәй – бына ике йыл рәттән инде ул Мостай Кәрим исемендәге стипендиат. Уҡыу алдынғыһы булараҡ, БДУ тарафынан төрлө ял итеү мөмкинлектәренә лә эйә. 2012 йылда Туапсе ҡалаһында Ҡара диңгеҙ буйында ял итһә, былтыр ҡышын мөғжизәле Санкт-Петербург ҡалаһын барып күреү бәхетенә иреште.
Киләсәк һөнәрен асыҡ, яғымлы тауышлы Зөһрә радиожурналистика менән бәйләмәксе. 2011 йылда телеүҙәктә тел һәм профессиональ квалификацияны үҫтереү буйынса “Хәҙерге эфир теле” тигән курсты тамамланы. Йәйге каникул ваҡытында “БашЛидер” йәштәр ойошмаһы уҙғар­ған “Башҡорт рухы йөрәктәрҙә” тигән концерт программаһы менән төрлө райондарҙа гастролдәрҙә, “Йәшлек-шоу – 2012” йыр-моң фестивалендә үҙен оҫта алып барыусы итеп күрһәтте.
Зөһрә кеүек өлгөлө йәштәребеҙ булғанда киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө.

Роза ТИМЕРБАЕВА,
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 5-се курс студенты.

Сығыу ваҡыты 28-01-2014, 06:13 | Ҡаранылар: 1207
|
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • “Гүзәл” менән гүзәл еңеү
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM