НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йыл коррекцион педагогтары

Йыл коррекцион педагогтары


“Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы” төбәк-ара конкурс – республикабыҙҙа иң ныҡ танылыу алған һөнәри бәйгеләр. Уҡытыусылар үҙҙәре лә, йәмәғәтселек тә уларҙы көтөп ала һәм ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Һуңғы йылдарҙа был мәртәбәле бәйгегә интернат-мәктәптә эшләүсе тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған конкурстар ҙа ҡушылды. Ә бына “Коррекцион педагог” конкурсы быйыл тәүге тапҡыр ойошторолдо. Унда коррекцион мәктәптәрҙә эшләүсе уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҡатнашты. Конкурсанттар бәйгенең тәүге этабында үҙҙәренең эш тәжрибәһен күрһәтеүсе материалдарҙы жюри ҡарамағына тәҡдим итте, икенсе этапта асыҡ дәрес күрһәтте, педагогик мәсьәләләрҙе хәл итте, ижади ярышта көс һынашты. Еңеүселәр “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Йыл тәрбиәсеһе” номинациялары буйынса билдәләнде.
– Педагогик стажым 20 йыл, шуның 13 йылын Белорет коррекция мәктәбендә эшләйем, өлкән синыфтарҙа математиканан уҡытам. Бындай мәртәбәле конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам, бик шатмын. Барыһы ла иҫ киткес матур һәм ҡыҙыҡлы булды. Конкурста ҡатнашыу тәжрибә багажыңды байытыу йәһәтенән бик отошло. Күпме ҡыҙыҡлы дәрес ҡараныҡ, яңы фекерҙәр ишеттек, ижади алымдар өйрәндек. Конкурстың йыл һайын ойошторолоуын теләйем, – тине “Йыл уҡытыусыһы” номинацияһында еңеүсе Светлана Казанцева.
– Конкурс бик матур ойошторолған. Ярыш төрҙәренән кластан тыш сара оҡшаны. Мин уны “Байрам гөлләмәһе” тигән темаға үткәрҙем. Маҡсатым һәр балаға байрам бүләк итеү ине, – тине, конкурс хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып, “Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында еңеүсе Татьяна Гуртякова. Ул 15 йылдан ашыу Бөрө махсус коррекцион мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй. Ә дөйөм педагогик стажы – 26 йыл.
Мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, еңеүселәрҙе тәбрикләп, конкурстың йылға матур йомғаҡ булып тороуын һәм коррекцион мәктәптә эшләүсе һәр уҡытыусының, тәрбиәсенең эше иң юғары баһаға лайыҡ булыуын билдәләне.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 30-12-2013, 15:05 | Ҡаранылар: 906
|
  • “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” - Гөлбаныу Исмәғилева!
  • Шағир һүҙе мәртәбәле
  • Йыл уҡытыусылары – 2013
  • «Донъяны дөрөҫлөк һәм балалар йылмайыуы ҡотҡарыр»
  • Әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM