НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яратҡан уҡытыусығыҙ кем?

Яратҡан уҡытыусығыҙ кем?


Һәр беребеҙҙең күңелендә мәктәп йылдары, яратҡан уҡытыусылары хаҡында матур хәтирәләр һаҡлана. Ҡайһылыр уҡытыусы дәрестә теманы яҡшы итеп аңлата белеүе, икенсеһе кешелеклелеге, өсөнсөһө үҙ-үҙен тоошо менән хәтерҙә уйылып ҡала. Йылдар үткән һайын уҡытыусыларыбыҙҙың баһаһын нығыраҡ аңлай барабыҙ һәм, тормошта кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, йөрәктәребеҙҙә уларға ҡарата тәрән ихтирам, оло хөрмәт тойғоһо йөрөтәбеҙ. Бөгөн, Уҡытыусылар көнө уңайынан, гәзит уҡыу­сыларҙан яратҡан педагогтары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Гөлсәсәк МӨХӘМӘТЙӘНОВА, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәктәр менән хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе:
– Иң тәүге һәм ғүмерлек уҡытыусыларым – ул атайым менән әсәйем. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәриҙә Нуретдин ҡыҙы менән математика уҡытыусыһы Ғиниәт Латип улы Мөхәмәт­йәновтар. Икәүһе лә мине уҡытты һәм ғүмер буйы уларҙың педагог булараҡ биргән кәңәштәрен тотор­ға тырышам. Мәктәп уҡытыусыларынан иң тәүгеләрҙән булып туған телемә һөйөү тәрбиәләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзифа Ғәли ҡыҙы Ямантаеваны оло хөрмәт менән иҫкә алам. Бөгөн ошо урында эшләп ултырыуым да уның эшенең һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем. Башҡорт дәүләт университетында иһә Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Марат Вәли улы Зәйнуллин, Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтарҙың биргән һабаҡтары мәңге оноторлоҡ түгел.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, филология фәндәре докторы, профессор:
– Мәктәптә уҡығанда миңә башҡорт әҙәбиәте, тарих, география кеүек һөйләй торған дәрестәр оҡшаны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Асия апай Сираева уҡытты. Иптәше менән Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан күсеп килгәйнеләр. Әҙәбиәт дәрестәрен бигерәк оҫта алып бара ине. Шиғырҙарҙы шартлатып һөйләй. Үҙе матур ҙа ине. Бөтә уҡыусылар уның һыртҡы урамдан килгәнен ихатанан сығып, ҡарап тора торғайны.
Шунан бер мәл беҙҙең ауылға Буранғоловтар ғаиләһе килде. Улар әҙәби кисәләр үткәрә башланы. Муса Йәлилдең шиғырҙарын уҡығандары иҫемдә. Бына шул кисәләрҙә Муса Йәлилдең кемлеге хаҡында тәүге төшөнсә алдыҡ. Зилә апай Буранғолова әҙәбиәттән уҡытты. Бер ҡасан да дәфтәргә ҡарап һөйләмәне. Шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан белә ине, ҡайҙан барыһын да иҫтә тота икән, тип аптырай инек. Университетҡа киткәс, уның Вәлиулла Ҡоломбәтов тигән сәсәндең нәҫеленән булыуын төшөндөм.
3-сө синыфта Шәмсениса апай Һатыбалова уҡытты. Шаян булғанмындыр инде, ата-әсәләр йыйылышында ул: “Әхмәт ултыра белмәй”, – тип әйтә икән. Әсәйем: “Ултырмайынса атлап китте ул, белмәй­ҙер”, – тип әйтә икән.
Юғары уҡыу йортона уҡырға килгәс, Марат Минһажетдинов, Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вахитов кеүек бик елле уҡытыусыларға эләктек. Уларҙың шәхестәрен һәм лекцияларын мәңге оноторлоҡ түгел.

Хәсән ЙӘҺҮҘИН, пенсионер, Бөрйән районы:
– Беҙ 5-се кластан Белорет районының Ҡағы мәктәбендә уҡыныҡ. Ул рус мәктәбе ине. Шул мәктәптә уҡытҡан ике уҡытыусыға мин ғүмер буйы рәхмәтлемен. Улар – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Нина Михайловна Лисовская һәм география, геометрия фәндәренән уҡытҡан Николай Нико­лаевич Юлин. Нина Михайловна миңә рус телен өйрәтеүгә ҙур көс һалды, рус телен һәйбәт белеүем менән уға бурыслымын. Ошо мәктәпкә уҡырға барғас ҡына рус теленән ҡағиҙәләрҙе ятларға кәрәклеген аңланым. Тел байлығы ла биргән ул уҡытыусы миңә, инша яҙғанда хаталар өсөн “дүртле” булһа ла, йөкмәткеһе өсөн гел “бишле” ҡуйыла торғайны. Николай Николаевич та бик талапсан уҡытыусы булды. Уның дәрестәренә әҙерләнмәй барыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Геометрия – ауыр фән, унда бер генә теманы үҙләштермәһәң, ҡалғандарын аңлауы ҡыйын. Ә инде һуңынан урман инженеры булып китеүемдә был уҡытыусының географиянан биргән белеме ҙур роль уйнағандыр тип уйлайым.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 4-10-2013, 15:54 | Ҡаранылар: 1258
|
  • Белем генә түгел, тормош дәресе лә бирҙе
  • Йыл уҡытыусылары – 2013
  • Йыл коррекцион педагогтары
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM