НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ир-егеттәр мәктәбе

Ир-егеттәр мәктәбе


Ир-егеттәр мәктәбеСибайҙың Төйәләҫ ҡасабаһына ҡараған 11-се мәктәбендә эшләүсе Ислам Исрафил улы Исламбаев уҡыусыларҙы әрмегә лә, тормошҡа ла әҙерләй
Ҡайһы ғына мәктәпте алма, уҡытыусылар коллективындағы ир-атты бармаҡ менән генә һанап булалыр – шул хәтлем һирәгәйҙе хәҙер мәғариф өлкәһендә эшләүсе беҙҙең “брат”. Сәбәп­тәре бындай “дефицит”­тың күп: кемдер элегерәк мөғәллимлектән эш хаҡы әҙ тип һыуынһа, хәҙергеләренә дәрестәр етмәй. Эш хаҡына ризалар, тик эше юҡ хәҙер. Шуға ла бөгөн һаман эшенә тоғро ҡалған “динозавр”ҙарҙы “өф” итеп кенә йөрөтөргә кәрәк, юҡһа балаларыбыҙ итәккә тотоноп йөрөүҙән ары китмәҫ.
Сибайҙың Төйәләҫ ҡасабаһына ҡараған 11-се мәктәбендә эшләүсе Ислам Исрафил улы Исламбаев был йәһәттән теҙгенде ҡыҫҡа тота: малай булып тыуырға насип булған икән, улар ысын ир-егет булып үҫһен! Утыҙ йылға яҡын хеҙмәт стажын ошо ҡарашын тормошҡа ашырыуға арнаған.
– Үҙем 1961 йылда тыуғанмын. Ошо ауылда тыуып үҫтем, армияға ла бынан алындым. Ярты йыллыҡ “учебка”нан һуң йыл да һигеҙ ай Афғанстанда, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. 1984 йылда демобилизациянан һуң үҙебеҙҙең мәктәпкә саҡырып, башлан­ғыс хәрби әҙерлек, физкультура дәрестәрен алып барыу­ҙы йөкмәттеләр. Шул ваҡыттан бирле эшләйем. Стажым дүрт йыл ғына өҙөлөп торҙо, уныһы ла Горбачевтың “үҙгәртеп ҡо­роу”ы дәүерендәге билдәһеҙлек арҡаһында килеп сыҡты.
Ислам ағайҙың маһайырлыҡ бер яғы бар: мәктәпкә уҡытыусы булып килгәс тә, “Призывник” тип аталған хәрби-патриотик тәрбиә клубы ойоштороп ебәргән. Ойошторған тәк ойошторған – Төйәләҫ балалары әле һаман да аталарын әрме хеҙмәтенә әҙерләгән кеше ҡулы аҫтында тәрбиә алып, сынығып үҫә тора!
– Күреп-белгәндәремә таянып, хәрби хеҙмәттең бөтә үҙенсәлектәрен дә өйрәтергә тырышам. Физик яҡтан сыныҡҡан, үҙен алда нимә көтәсәген белеп, әҙерләнгән егеткә армия артыҡ бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай ул.
Ышанам уныһына: бер ваҡыт Сибайҙа ҡала кимәлендә спорт саралары уҙғайны, шул ярышҡа Төйәләҫ егеттәре йүгереп килеп, яҡшы ғына итеп сығыш яһап, кире теҙелешеп йүгереп ҡайтып киткәйне. Бер яҡҡа ара ун һигеҙ километр, кирегә юл да шул уҡ. Мыжып, илаулашып йөрөүселәрен күрмәнем былай.
Хәрби әҙерлек менән бер рәттән, илһөйәрлек тәрбиәләргә лә тырыша икән Ислам ағай үҙенең егеттәрендә:
– Клубыбыҙға быйыл яҡташыбыҙ Хөсәйен Муллаян улы Ҡотоевтың исемен бирҙек. Һуғышҡа бер ғаиләнән атаһы Муллаян олатай ҙа, улы Хөсәйен ағай ҙа алынған булған. Нисә йыл буйы икеһе ике тарафта һуғышып йөрөһәләр, нисектер һуғыш аҙағына ҡарай былар бер-береһен табып алған, бер аҙна самаһы бергә йөрөгән. Күп тә үтмәй, Хөсәйен ағай һәләк булған, Муллаян олатай иһә имен ҡайтып, байтаҡ ҡына йәшәне. Ошо шәхес­тәр­ҙе, ғөмүмән, ауыл тарихын белеп үҫһендәр, тигән маҡсаттан сығып эшләнде был.
– Ислам ағай, үҙегеҙҙең тәрбиәләнеүселәрегеҙ, уҡыу­сыларығыҙҙың тормошон күҙәтеп бараһығыҙмы? Күпмеһе хәрби хеҙмәттә тороп ҡалырға ҡарар итте, тигәндәй?
– Хәрби хеҙмәттә тороп ҡалыуҙарын әйтә алмайым, әммә ауылда, эшһеҙлек, эскелек, тип зарланып ятмай, ҡайҙалыр эшкә сығып китеп, тырышып йәшәүҙәрен күреп шатланам. Тормошҡа айыҡ ҡарайҙар, тимәк. Тағы ла, урам буйлап китеп барыуынды күреп, һаман да тәмәкеһен күрһәтмәҫкә тырышып, йәшереүҙәре ҡыҙыҡ. Тимәк, тәмәке тартыуҙы бигүк килешмәгән эш итеп ҡабул итәләр, уныһы ла яҡшы.
Ислам ағай тормош ҡаҙанында ҡайнай ғына: мәктәптә уҡытыусы ғына түгел, территориаль-ижтимағи үҙидаралыҡ рәйесе лә, шул уҡ ваҡытта ауылдың имам-хатибы ла ул. Һуңғы ике вазифаһы түләүһеҙ, йөкләмә һымағыраҡ булһа ла, уларын да хәрбиҙәрсә ентекле, теүәл итеп башҡара.
– Территориаль үҙидаралыҡ посынан хет бөгөндән үк баш тартыр инем, тик тағы ла ауылда көмөшкә һатыу көсәйер, күлдә браконьерҙар күбәйер, тип борсолам. Шулайтып йәшәп ятыла инде Төйәләҫтә.
Ислам ағайҙың армиялағынан кәм булмаған “муштраһы” Төйәләҫ егеттәренә ныҡ килешкән, ахыры: быйыл август аҙағында улар Ишембай ҡалаһы янында уҙған республика кимәлендәге “Зарница” хәрби-спорт уйынында команда беренселеген яулап ҡайтҡан. Военругың, кирбестәрҙе һыңар ҡул менән генә онтау­ҙан тыш, бер юлы мулла* ла булһын, тәмәкегә һонолоуыңды күрһә, төпсөгөн сәйнәтеп йоттортһон, егермешәр саҡрым тегеләй-былай йүгертһен, клубҡа “матур” булып сығыусыларҙы төкөтөп алырға ла күп уйлап тормаһын, шунан беренселекте алмай ҡайҙа бараһың инде?!

Илшат ҠАНСУРИН.
*Мулла – мөғәллим, уҡы­тыу­сы һүҙенән сыҡҡан.

Сығыу ваҡыты 4-10-2013, 11:48 | Ҡаранылар: 877
|
  • Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…
  • Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?
  • Ҡораллы Көстәрҙә диссертация яҙырға ла мөмкин
  • Ни сәсһәң, шуны урырһың
  • Ҡайҙа ерләнде икән?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM