RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһы

04.10.2013 Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһы

Ә шулай ҙа уҡытыусы һөнәре – иң яҡшыһыИртәгә иң абруйлы һәм хөрмәтле һөнәр эйәләре – уҡытыусылар үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Республикабыҙҙа бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар күп. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Ниндәй уйҙар менән йәшәй һуң бөгөнгө уҡытыусы? Хеҙмәтенең төп асылын, мәғәнәһен нимәлә күрә? Әйҙәгеҙ, Илеш районы Исәмәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса СӘХИБГӘРӘЕВАНЫҢ фекерҙәренә күҙ һалайыҡ.

Ни өсөн был һөнәрҙе һайланым?

Уҡытыусы һөнәренә мөхәббәт иң беренсе сиратта ғаиләлә тәрбиәләнгәндер, тип уйлайым. Исәмәт урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлаған әсәйем эшен 36 йыл намыҫлы башҡарып, уҡыусыларының ярат­ҡан остазы, кәңәшсеһе булды. Атайымдың әсәһе (өләсәйем) мәктәптә сит телдәр уҡытҡан, ә өләсәһе мөғәллимә булған. Икенсенән, уҡытыусы һөнәрен һайлауымда мине уҡытҡан уҡытыусыларҙың да роле ҙур булғандыр, тип уйлайым. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, күп уйлап тормай, туған мәктәбемә эшкә ҡайттым. Вожатый, директорҙың кластан тыш эштәрҙе ойоштороу буйынса урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыу­сыһы – эш менән йылдарҙың үткәне лә һиҙелмәй ҡалған, уҡытыусы булып эшләүемә 20 йыл да үтеп киткән.

Балаларҙы яратҡан кеше генә мәктәптә эшләй ала

Ниндәй заманда ғына йәшәһәк тә бала бала булып ҡала. Шуҡтары, шаяндары, тиктормаҫтары, үтә иплеләре, аҡыллылары бар. Беҙҙең балаларҙың тәртибе, үҙ-үҙен тотошо насар тимәҫ инем. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эше, һәр аҙымдарының таныш кешеләрҙең күҙ алдында булыуы ла ҙур роль уйнай торғандыр. Ғөмүмән, хәҙерге балалар тәртип­һеҙ, насар, тигән һүҙҙәр менән килешмәйем. Эшемдә минең өсөн иң мөһиме – холоҡ-ҡылыҡтарына, милләтенә, социаль хәленә айырып ҡарамай, балаларҙы ысын күңелдән яратыу, һәр балаға шәхес итеп ҡарау. Уларҙа буласаҡ ата-әсәләрҙе, илдең, донъяның киләсәген күреү.

Һәр дәрескә ижади ҡараш кәрәк

Баланы, һин башҡортса дөрөҫ итеп һөйләшә, уҡый белергә, хатаһыҙ яҙырға тейешһең, тип кенә дәресеңә йәлеп итеп булмай. Уҡыусыларҙа башҡорт теленең гүзәллегенә, серле ҡурай моңона, Салауат батыр тоҡомоноң мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, үткәненә, бөгөнгөһөнә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, киләсәгенә ышаныс, өмөт тәрбиәләү өсөн педагогик алымдарға таянып эҙләнергә, яңынан-яңы алымдар ҡулланып, дәрестәремде төрләндерергә тырышам. Эшебеҙҙә компьютер, интернет, ксерокс, төрлө видеояҙмалар кеүек заманса технологияларҙы ҡулланыу дәрестәргә әҙерләнеүҙе һәм уҡытыуҙы күпкә еңеләйтте. Уҡыусылар бер генә минутҡа ла эшһеҙ ҡалмаҫҡа, уй-фекерҙәрен ситкә ебәрмәҫкә тейеш, тигән маҡсаттан сығып, яңы тема аңлатҡанда күберәк уларҙың үҙҙәрен йәлеп итәм. Фекерҙәрен асыҡ итеп әйтергә, яһалған хаталарҙы ваҡытында төҙәтә белергә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуям. Интернет, компьютерҙы файҙаланам. Белем кимәлен тикшергәндә ваҡытты күп алмаҫ өсөн тестар менән эшләүгә өҫтөнлөк бирәм.

Тәрбиә ғаиләнән башланырға тейеш

Йыш ҡына баланы тәрбиәләүҙе тулыһынса мәктәпкә йөкмәтергә тырышалар. Был дөрөҫ түгел. Тәрбиә бала тыуғас та ғаиләлә башланырға тейеш. Әсә һөтө, әсә теле, атай хәстәрлеге менән башланған дөрөҫ тәрбиәне балалар баҡсаһында тәрбиәселәр, урамда яғымлы, яҡшы дуҫтары, мәктәптә уҡытыусылар, хеҙмәт коллективында яҡшы хеҙмәткәр дауам итһә, ҡаты бәғерлелек, изгелекһеҙлек күпкә кәмер ине. Кеҫә телефоны, интернет, компьютер, телевизор, машиналарһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған осор­ҙа йәшәйбеҙ. Улар аша алған мәғлүмәттең дә төрлөһө була. Йәш быуындың күңелен яраламаҫ, бәғерен ҡатырмаҫ өсөн дөрөҫтө ялғандан, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеүҙе бәләкәй­ҙән үк башларға кәрәк. Тәмәкенең зыянын уны тартып ҡарағансы уҡ аңлатырға, араҡы эсеүҙең үлемесле һөҙөмтәләргә килтереүен эсеп ҡарағансы уҡ төшөндөрөргә, бер-береңә итәғәтле булырға кәрәклеген кешеләргә ул ҡаты бәрелерлек булғансы уҡ өйрәтергә кәрәк. Социаль тигеҙһеҙлектәрҙең барлыҡҡа килеүен, күп нәмәнең аҡсаға бәйле булыуы, ә ғаиләлә килемдең аҙ булыуын бала күңеленә дөрөҫ итеп аңлатырлыҡ тәрбиә алымдары табыуы ысынбарлыҡта бик ауыр. Ул алымдарҙы табыр­ға, бала биргән һорауҙарға уйлап, дө­рөҫ юлға этәрерҙәй яуаптар табыр­ға тейешле уҡытыусылар бөгөн – йәмғиәттең йөҙөк ҡашы.

Педагогтарҙы бөгөн нимә борсой?

Мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей. 1980 йылдарҙа 600-гә яҡын бала уҡыған мәктәптә бөгөн ни бары 107 уҡыусы. Һөҙөмтәлә белем усаҡтары оптималләштереүгә дусар ителә. Был, әлбиттә, иң беренсе сиратта беҙҙе уйға һала. Ни генә тиһәк тә, ҡала мәктәптәре менән сағыштырғанда, ауыл мәктәптәрендә белем алыу өсөн мөмкинлектәр ҡайтышыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, БДИ биргәндә, уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә, үҙенә һөнәр һайлағанда ауыл мәктәбе менән ҡаланыҡын тамамлаусыларға талаптар бер үк. Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл ҡыҙҙары-егеттәре һынатмай, БДИ-ны уңышлы тапшырып, төрлө уҡыу йорттарында тырышып уҡый.
Уҡытыусыларҙы ғына түгел, халыҡтың күп өлөшөн борсоған мәсьәлә – ул торлаҡ мәсьә­ләһе. Уҡытыусының ябай хеҙмәт хаҡына ғына ауыл ерендә лә йорт төҙөү мөмкин түгел.

Заман беҙгә ниндәй талаптар ҡуя?

Йылдан-йыл уҡытыусыға мәктәптә эшләүе лә ҡатмарлаша бара. Сөнки тормош алға бара, шунлыҡтан мәғариф системаһында ла үҙгәрештәр арта, уҡытыусыға ҡарата ла талаптар көсәйә. Заман уҡытыу­сыһы педагогиканы, психологияны яҡшы үҙләштереп, уның алымдарын кәрәк саҡта дөрөҫ ҡуллана белеп, үҙ фәненә оло һөйөү уятырлыҡ дәрестәр бирерлек ныҡлы белемле булырға тейеш. Заман талаптарынан ҡалышмай, яңылыҡтар­ҙы үҙләштереп барырға, компьютер, интернетты оҫта файҙалана белергә, яңы алымдар­ҙы үҙләштерергә, уйланырға, эҙләнергә, алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә торорға, уҡыусыларҙың мөмкинлектәренә ҡарап дәрес алымдарын дөрөҫ ҡуллана белергә һәм балаларҙың хеҙмәтен ғәҙел баһаларға тейеш.

Уҡыусыларым, уҡытыусы булыуым менән бәхетлемен

Уҡытыусы эшенең өҫтөнлөктәре, ысынлап та, бик күп. Тракторсы ер һөрә, һатыусы һата, бухгалтер һанай. Уларҙың барыһы ла бына ошо ҡушылған эште генә башҡара, ә нимәлер өҫтәп, үҙенсә эшләй алмай. Ә уҡытыусы дәресен үҙе теләгәнсә ҡора, бынан тыш, төрлө КВН-дар, кисәләр, конкурстар үткәрә, талантлы балалар менән эшләй, уларҙың кәңәшсеһенә, серҙәшенә әйләнә, ата-әсәләр менән аралаша, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша, өйрәнә һәм белгәнен башҡалар­ға өйрәтә. Балалар менән эшләгән уҡытыусы һәр ваҡыт йәш булып ҡала. Сөнки йәш быуын уға илһам өҫтәй, дәрт һәм үҙҙәренең энергияһын бирә.
Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, уйлап та тормай уҡы­тыу­сы һөнәрен һайлар инем. Гонаһһыҙ күҙҙәрен тултырып ҡарап ултырған, ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, шаян, күпте белергә теләгән уҡыу­сыларым һәм уҡытыусы булыуым менән (улар араһында үҙемдең ҡыҙым да бар) мин бик бәхетлемен.

Ауыл уҡытыусыһының йәшәйеше, уй-фекерҙәре менән Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА ҡыҙыҡһынды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!