RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙең мәккәбеҙ

12.07.2013 Беҙҙең мәккәбеҙ

Беҙҙең мәккәбеҙБелорет педучилищеһында ысын уҡытыусы булырға ла, йәшәргә лә өйрәттеләр
Белорет ҡалаһында 1930 йылда педагогия техникумы асыла. 1937 йылда ул педагогия училищеһы тип үҙгәртелә. Уҡыу йорто данлы хеҙмәт юлы үтә. Унда тәүге йылдарҙан уҡ фәнен бик яҡшы белгән гуманист уҡытыусылар туплана.
1956 йылда беҙ уҡыған Темәс педучилищеһы, балалар һаны ҡырҡа кәмеү сәбәпле, ябылып ҡуйҙы. Унда ла бик һәйбәт уҡытыу­сылар уҡытты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Бәҙри Әбсәләмов, рәсемдән Ирек Мансуров, алгебранан Зәйтүнә Уралбаева, химия-биологиянан Валентина Денякина һәм башҡаларҙың белемле, педагогик һәләтле булыуын һаман да онотмайбыҙ.
Темәстә уҡып бөтә алмаған 4 төркөмдө Белорет педучилищеһына күсерҙеләр. Беҙ, 59 уҡыу­сы (ике төркөм), III курсҡа барҙыҡ.
Тәү тапҡыр тыуған яҡтан айырылып, ҡалаға, рустар араһына килеп индек. Дөйөм ятаҡҡа алып килеп, беҙҙе бер ҙур бүлмәгә урынлаштырып торҙолар. Уҡыу башланыуға дүрт көн бар ине әле. Әммә тәүге көндән үк уҡытыусылар алмаш-тилмәш беҙҙең эргәгә килеп әңгәмәләшә, ҡала, педучилище тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта улар беҙҙең дөйөм үҫеш, белем кимәлен, русса һөйләшә алыу мөмкинлектәребеҙҙе өйрәнеп йөрөгән икән.
Бына уҡыу башланып китте. Дәрестәрҙә беҙ шып-шым ултырабыҙ, конспект яҙабыҙ, әммә русса һөйләшергә телмәр күнекмәбеҙ ҙә юҡ, һүҙлек тә ярлы, шуға баҙнатыбыҙ ҙа етмәй.
Яҙыу күнекмәләребеҙҙе тикшереү өсөн контроль диктант үткәрҙеләр. Һөҙөмтә шулай булды: бер «дүртле» миңә, бер «өслө» Фәтиха Сәмбаеваға, бер «ике» һәм 27 «берле». Бына шунан инде педколлектив беҙҙең менән ныҡлап эшләргә тотондо: һәр беребеҙ, телмәр үҫтереү маҡсатында, рус төркөмөнән бер кешегә беркетелде; бөтә кластан тыш эштәр, класс сәғәттәре рус телендә алып барылды, уҡытыусылар беҙҙең менән тик русса ғына һөйләште, бөтә фәндәр рус телендә генә уҡытылды, хатта, III курсты бөткәс, русса белгәндәр­ҙе бер айға алып ҡалып, махсус дәрестәр үткәрҙеләр. Педагогик коллектив беҙҙең төркөмдәр менән ике йыл буйы шулай бөтә көсөн һалып эшләне. Һөҙөмтә яҡшы килеп сыҡты: барыбыҙ ҙа педучилищены уңышлы тамамланыҡ.
Был уҡыу йорто коллективы уҡыу-уҡытыу эшен талантлы бер процесс итеп алып барыуы менән хайран ҡалдыра ине. Ул уҡытыу­сылары менән данлы булды. Һәр береһе үҙ фәнен яҡшы белә һәм юғары кимәлдә уҡыта ине. Шул уҡ ваҡытта контроль дә көслө һәм бер системала һалынғайны. Уҡытыу­сы­ла­рыбыҙ: рус теле һәм әҙәбиәтенән Перминова Лидия Алек­сандровна, Полякова Люд­ми­ла Алексеевна, географ Коле­ватова Александра Дмитриевна, рәсемдән Федчун Василий Петрович, математиканан Сру­мова Идия Маргамовна һәм башҡалар беҙҙең хәтеребеҙҙә уйылып ҡалған.
Уҡыу йортоноң етәкселәрен − Кочнев Александр Ивановичты (директор), Шамовская Лидия Даниловнаны (директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары) − беҙ айырыуса хөрмәт иттек. Сөнки улар беҙгә, атайҙары һуғышта һәләк булған ярым етем балалар­ға, үтә хәстәрлекле бул­ды. Беҙҙе, исмаһам, көнөнә бер тапҡыр әҙәм рәтле ашап алһындар тип, бер ашханаға беркеттеләр; егеттәргә физик культура дәрестәренә тип алынған спорт формаларын кейеп йөрөргә таратып бирҙеләр, сөнки уларҙың алмашҡа кейемдәре юҡ ине.
Педучилищеның «йөрәге» Лидия Даниловна булды. Ул, бик һәйбәт етәксе булыуы менән бергә, ижади эшләгән ысын педагог ине. Әле шул йылдарҙа ул уҡыусыларға «икеле» ҡуймай уҡыта торғайны. Проб­лемалы, тәрән, анализға һәм дөйөмләштереүгә йүнәлтелгән һорауҙар менән ул беҙҙе ҡатмарлы тарихи хәлдәргә алып инеп китә ине. Лидия Даниловна беҙҙең өлкән дуҫыбыҙ ҙа булды. Кү­ңелебеҙҙе өйкәп йөрөгән бөтә донъяуи һорауҙарҙы беҙ уға бирәбеҙ, ә ул беҙгә ихлас яуап бирер ине. Яратҡан уҡытыусым менән беҙ, диплом алғас, айырым, икәү генә, ҡосаҡлашып, илашып хушлаштыҡ. Мин уға һуңғы көндәренә тиклем хат яҙып торҙом...
Педучилищены 1958 йылда тамамлап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа эшкә киттек. Беҙҙе өйрәткәндәренсә, тырышып эшләнек, намыҫлы булдыҡ, бер-беребеҙ менән бәйләнеште өҙмәй тоттоҡ. Һәр кем үҙ тырышлығы менән билдәле бер кимәлгә күтәрелде. Мәҫәлән, бергә уҡып бөткән ике башҡорт төркөмөнән дүрт Баш­ҡортостан Респуб­ликаһының ат­ҡаҙанған уҡытыу­сыһы, ун алты мәғариф отличнигы бар. Рәфҡәт Халисов Салауат ҡалаһы комсомол комитетының беренсе секретары булып эшләне. Фәтих Исхаҡов БДУ-ла Радищев стипендияһы алып уҡыны, факультетта комсомол эшен етәкләне, урта мәктәп директоры, Баймаҡ район партия комитетында инс­трук­тор, Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында бүлек мөдире булды. Салауат Аҙнағолов, Силәбе политехник институтын тамамлап, Дәүләт ракета үҙәгендә баш конструктор булып эшләне. Вәлиәхмәт Хәсәнов ГДР-ҙа оҙайлы хәрби хеҙмәт үтте. Рәфҡәт Яруллин Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡарҙы. Зәбир Ғиззәтов тиҫтә йыл мәктәп директоры, Фәтхиә Кәримова оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары йөгөн тартты. Дүрт курсташыбыҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы: М. Әүәлбаев − ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, С. Исмәғилев − иҡтисад фәндәре кандидаты, М. Муллағолов − тарих фәндәре кандидаты, был юлдарҙың авторы − педагогия фәндәре кандидаты.
Миңә Башҡортостан Респуб­ликаһының мәғариф министры булып эшләргә яҙҙы.
Белорет педучилищеһында ҡа­наттарын нығытып, юғары баҫ­ҡыс­тарға үрләгән коллегаларыбыҙ күп, әлбиттә. Шулар араһынан бер нисә кешене атап китергә теләйем: илебеҙҙең данлыҡлы ҡыҙы, 16 йыл тирәһе мәғариф министры булып эшләгән, философия фәндәре кандидаты Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина; училищены ла, Башҡорт дәүләт университетын да отличие менән тамамлап, партияның өлкә комитетында оҙаҡ йылдар фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире булып эшләгән, хәҙерге көндә БДПУ профессоры Әхмәр Мәхәмәтдин улы Аҙнабаев; Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1-се педучилищены (Өфө ҡалаһы) 19 йыл етәкләгән Рәфҡәт Фәтҡулла улы Ишҡыуатов, элекке мәғариф министры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова һәм башҡалар.
1996 йылдан алып Белорет педагогия училищеһы колледж статусын ала. Хәҙер был уҡыу йорто бик ҙур, заманса йыһазландырылған өр-яңы бинала урын­лаш­ҡан. Шуны ҙур шатлыҡ менән әйтә алам: яңы бина мин мәғариф министры булып эшләгәндә төҙөлә башланы һәм төҙөлөштө ул ваҡыттағы директор Юрий Пет­рович Брыляков, күп көс һалып, тамамлатып ҡуйҙы.
Педучилищеның Точисский урамындағы элекке йортонда ун йыллыҡ ҡала башҡорт гимназияһы эшләй.
Белорет педучилищеһын (хәҙер ул колледж) тамамлауыбыҙға инде 55 йыл. Әммә беҙ уның иҫ киткес гуманлы уҡытыусылар коллективын, ундағы һәйбәт мөхитте, атай-әсәй кеүек яҡшы етәкселәрен бер ваҡытта ла онотмайбыҙ. Ә һабаҡташтарыбыҙ менән һаман да бер туғандар кеүек ҡатнашып йәшәйбеҙ.


Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
педагогия фәндәре кандидаты, доцент,
Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренең атҡаҙанған
уҡытыусыһы,
РФ, БР-ҙың мәғариф
отличнигы,
1958 йылғы сығарылыш
уҡыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!