НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатына рәхмәт!

3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатына рәхмәт!


3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатына рәхмәт!Ҡәҙерле гимназия уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре! Һеҙгә ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Бөтә уҡыу осоронда һеҙ балаларға атай ҙа, әсәй ҙә булдығыҙ. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙығыҙ, ҡурсаланығыҙ, мәктәп йылдарын байрамға әйләндерҙегеҙ.
Мәктәп директоры Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡонов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ошондай яуаплы эште еренә еткереп алып бара. Уның урынбаҫары, хәҙер инде оҙаҡ йылдар ошо вазифаны башҡарыусы Флүзә Шәкүр ҡыҙы Юламанова һәр бер бала өсөн йәнен бирергә әҙер, тип әйтеү артыҡ булмаҫ. Атай-әсәйҙәр һәр береһе үҙенең балаһы өсөн борсолһа, синыф етәксеһе Рәсимә Наил ҡыҙы Баязитова һәр балаға юл таба белде, үҙенең белеме, тәрбиәһе, аҡылы менән уртаҡлашты. Тәрбиәсебеҙ Гөлназ Марат ҡыҙы Бакирова балаларға икенсе әсәй булып торҙо. Уға айырым рәхмәт. Ҡыйын саҡтарҙы еңергә, улар алдында баш эймәҫкә, бирешмәҫкә өйрәтте.
Гимназияла тырыш, белемле, намыҫлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр эшләй. Әлфирә Хисамова, Миңлехәйер Солтанғолов, Нәфис Дәүлиев, Маһинур Бикбирҙина, Гүзәлиә Зиянбаева һәм башҡаларҙың һәр береһенә айырым рәхмәт!

Сығыу ваҡыты 5-07-2013, 20:53 | Ҡаранылар: 858
|
  • “Уҡытыусым һөнәр һайларға ярҙам итте” йәки Табип булырға теләгән ҡыҙ бөгөн мәктәптә эшләй
  • Аҙау аҡһаҡалы
  • 35 йыл һаулыҡ һағында
  • Гимназияның нигеҙ таштары
  • Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәп формаһында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM