НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ниндәй университетты һайланың, дуҫ?

Ниндәй университетты һайланың, дуҫ?


Билдәле булыуынса, беҙҙең республиканың сығарылыш уҡыусылары илдең төрлө төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға бик әүҙем инә. Быға Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ҙур өлөш индерә. 1 июлдән Өфөлә профориентация буйынса осрашыу­ҙар башланды. Ассоциация вәкилдәре йыл дауамында сығарылыш уҡыусылары һәм алдынғы вуздар­ҙың хакимиәттәре менән һөйләшеүҙәр алып барғайны. Шуның һөҙөмтәһе − бик күп уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.

Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ошондай форматта йыл дауамында эшләй. Уларҙың ярҙамы менән республикабыҙҙың меңдән ашыу егете һәм ҡыҙы илдең иң алдынғы уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Әгәр Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалалар­ҙағы иң шәп университеттарҙа уҡығығыҙ килһә, http://башстудент.рф/ сайтына инеп, мөмкинлектәр менән танышырға була. Шунда уҡ анкета тултырыу ҙа талап ителә.
Быйыл республика мәктәптәрен уңышлы тамамлаусылар бик күп булды, уҡыусыларҙың барыһына ла теләктәренең бойомға ашыуын теләйбеҙ, белемегеҙ төп көсөгөҙ булһын. Уҡыусыларҙы оло тормош­ҡа аяҡ баҫтырған, белем биргән уҡытыусыларына егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәре лә, уларҙың ата-әсәләре лә рәхмәтле. Ошондай бер рәхмәт кәлимәһен “Йәш­лек” битендә лә баҫырға булдыҡ. Уны гимназияның барлыҡ ата-әсәләре исеменән Күгәрсен районының Һапаш ауылынан Рәүзилә МӨХӘМӘТШИНА яҙған.

Сығыу ваҡыты 5-07-2013, 10:45 | Ҡаранылар: 995
|
  • Сәләм, студент!
  • Мәскәүҙә йәки Питерҙа уҡығың киләме?
  • «Белем артынан ҙур ҡалаларға ынтылығыҙ!»
  • Чиновниктарға шелтә белдерелде
  • Һәләтле уҡыусылар – республикабыҙ киләсәге
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM