НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙә

Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙә


Уңыштарыбыҙ нигеҙе – төплө белемебеҙҙәДәртле, ҡыйыу, шаян һәм һәр эштә лә алдынғы күренеш күргегеҙ килһә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына рәхим итегеҙ. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә уҡыу йорто ыңғай һөҙөмтәләр менән республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә лә билдәлелек яулай бара. Юғары уҡыу йорто Рәсәй педагогия вуздарының тәүге бишәүһе исемлегенә юҡҡа ғына индерелмәгән. Ректорыбыҙ, профессор Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, «уҡыу йортоноң йөҙөк ҡашы булған студенттарыбыҙ ҙа, профессор һәм уҡытыусылар коллективы ла заман менән бергә атлай, дәүер һулышын тойоп йәшәй».
Яңыраҡ ҡына бер төркөм студент Алтай Республикаһының баш ҡалаһы Таулы Алтайҙа төрки телдәре, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында булып ҡайтты. Был ҙур сараға Алтай, Баш­ҡортостан, Тыва, Саха-Яҡут, Та­тарстан, Хакас Республикалары ко­мандалары саҡырылғайны. Олим­пиаданы Алтай Республика­һының мәғариф министры урынбаҫары, Таулы-Алтай дәүләт университеты етәкселәре асты. Быйылғы бәйгенең үҙенсәлеге – һорауҙарҙың яңы стандарттарға ярашлы төҙөлөүе һәм Мәскәү дәүләт университеты тарафынан тикшереү үтеүе. Ҡатнашыусылар ике көн буйына иҫке төрки теле, төрки халыҡтарының хәҙерге грамматикаһы, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса белемен һынаны. Олимпиада барышында фәнни-ғәмәли конференция ла уҙҙы.
Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ команда араһынан филология фәндәре кандидаты, доцент Вадим Толомбаев етәкселек иткән беҙҙең команда I урын яуланы. Бынан тыш, «Төрки телдәр грамматикаһын төплө белеүсе» номинацияһына – Айтуған Ҡолансин (3-сө курс), «Әҙәби терминдарҙы оҫта ҡулланыусы» номинацияһына – Сулпан Мөхәмәтйәрова (3-сө курс) һәм «Урал-алтаистика өлкәһен яҡшы белеүсе» номинацияһына Рида Тимершәйе­хова лайыҡ булды. Ә Гөлзиә Науразбаева һәм Лилиә Баҙрановаға «Иң яҡшы фәнни эш өсөн» II дәрәжә диплом тапшырылды.
Әйткәндәй, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары олимпиадала бишенсе тапҡыр ҡатнашты. Үткән йылдарҙа ла уңышлы сығыш яһап, тәүге урындарҙы биләгәйнеләр. Еңеү йәһәтенән генә лә беҙҙең факультетта бай тәжрибә тупланған. Ни тиһәң дә, алдынғы ҡарашлы профессор Ә. Аҙнабаев, Ә. Сөләймәнов, Ә. Дәүләтҡолов, доценттар Ғ. Ғәлина, С. Таһирова, З. Әлибаев, З. Хәбибуллина, Р. Баязитова, Ғ. Нәбиуллина кеүек шәхестәрҙең лекция-семинарҙарынан һуң беренсе булмау оят та булыр ине. Сөнки факультетыбыҙҙа төплө белем бирәләр, заманса фекерләү ҡеүәһен үҫтерәләр. Тап ошо тәжрибә һәр эштә лә ярҙам итә лә инде.

С. МӨХӘМӘТЙӘРОВА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.

Сығыу ваҡыты 4-06-2013, 14:08 | Ҡаранылар: 971
|
  • Мин – Аҡмулла университеты студенты
  • ТАУЛЫ АЛТАЙҘАН – ЕҢЕҮ МЕНӘН!
  • Бар яҡлап та килгән ҡыҙ
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • Аҡмулла “шәкерттәре”нә сит илдәрҙә уҡыу бәхете йылмая
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM