НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йыл әйләнәһенә – «Йәйләү»ҙә

Йыл әйләнәһенә – «Йәйләү»ҙә


«Салют» шифаханаһында һәләтле балалар өсөн ял итеү үҙәге асылды
БР Мәғариф министрлығы тарафынан 15 йылдан ашыу ойошторолоп килгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса йәйге лагерь бала­лар­ҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Балалар унда отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп, һәр ырыу­ҙың оранын, йырын өйрәнде. Лагерҙа аралашыу тик туған телдә генә барҙы. Был лагерь республикабыҙҙың Ға­фури, Стәрлебаш, Ейәнсура райондарында ойошторолдо. Уны уҡыусылар шул тиклем оҡшатты, хатта икенсе, өсөнсө тапҡырға ла бик теләп барҙы. Хәҙер иһә уҡыусыларға йәйгеһен генә түгел, «Салют» балалар шифаханаһы нигеҙендә уларға йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бында яңыраҡ «Йәйләү» балалар ял итереү, һауыҡтырыу һәм үҫтереү үҙәге эшләй башланы.
– Был яңылыҡ түгел, Мәғариф министрлығында эшләгән ваҡытта Яҡутстанда күреп ҡайтҡайным. Унда «Ленский край» тип аталған форум ойошторолған. 10 – 14 көн буйы балалар унда ял итә, төрлө курстарға йөрөй. Шул ваҡытта уҡ беҙҙә лә ошондай ял итеү урыны булдырыу хаҡында хыяллана башлағайным. Маҡсаты­быҙ – халыҡ традициялары һәм педагогикаһы нигеҙендә тәрбиә биреү, ауыл балаларына рус теле һәм математика фәндәренең ниндәй кимәлдә ойошторолорға тейешлеген күрһәтеү. Сөнки бында уҡыусыларға ошо фәндәр буйынса өҫтәмә дәрестәр ҙә ойошторабыҙ. Уларҙы юғары категориялы уҡытыусылар үткәрә, – тип һөйләй үҙәктең директоры Рәйсә Күзбәкова.
Бөтә эштең нигеҙендә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы ята. Ял үҙәгендә үҫмерҙәр шулай уҡ бер нисә ырыуға бүленгән. Уҡыусылар бында дауалау курстары ла үтә, шул уҡ ваҡытта туған телдә үткәрелгән төрлө сараларҙа үҙҙәренең һәләтен үҫтерә, рус теле һәм математика буйынса ойошторолған өҫтәмә дәрестәрҙә белемен камиллаштыра, психолог кәңәштәрен алып, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра ала. Тәрбиәселәр һәм вожатый­ҙар балаларға тормошта дөрөҫ йүнәлеш биреү, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бүлә. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа быға йоғонто яһамай ҡалмай.
– Республиканың төрлө төбәктәренән иң һәләтле балалар йыйылған, улар менән эшләүе лә күңелле. Ип­леләр, тәртиплеләр, ихластар, яуап­лылар. Һәр әйткәнде тыңлап, сара­лар­ҙа ихлас ҡатнашып торалар, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша тәрбиәсе булып эшләүсе Илүзә Яхина.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары бында вожатый булып эшләй. Был уларҙың үҙҙәре өсөн дә файҙалы.
Ял итеү үҙәгендә тәүге смена 10 – 11-се синыф уҡыусыларын йыйған, әле иһә 8 – 9-сы синыф уҡыу­сылары ял итә. Бер нисә көн эсендә улар бында өйрәнеп, бик оҡшатып та өлгөргәйне.
– Ял бик оҡшай, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ, көн дә төрлө саралар булып тора. Үҙемә яңы дуҫтар таптым. Көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп тора, хатта, ҡайтыр көн етеп ҡуйыр инде, тип борсолабыҙ. Тағы ла бик теләп ял итергә ҡалыр инем, – ти Туймазы районының Ҡандра ауылынан килгән Рамаҙан Әхмәтйәнов.
Һәр эште башлағанда ауырлыҡтар аша үтергә тура килә, балалар өсөн ял үҙәге ойоштороусылар ҙа әлеге ваҡытта бер аҙ ҡыйынлыҡтар кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, был файҙалы эштең яҡты киләсәгенә өмөтләнә улар.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Сығыу ваҡыты 23-04-2013, 11:56 | Ҡаранылар: 1166
|
  • Телһөйәр, илһөйәр, моңһөйәр, ҡыҫҡаһы, шәп балалар барыһы ла – “Йәйләү”ҙә
  • Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштар
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Милли кадрҙар әҙерләү үҙәге
  • «Йәйләү» лагеры эшен башланы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM