НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Киләсәк быуынды хәстәрләп

Киләсәк быуынды хәстәрләп


Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең мәғариф системаһында ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Был йәһәттән Саҡмағош районында ла байтаҡ эштәр эшләнде. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты районда мәғарифты үҫтереүгә яҡшы этәргес булды. Инновацион программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған өсөн өс мәктәп 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. 21 мәктәп интернет селтәрендәге белем биреү алымдарын ҡуллана. Райондың 10 мәктәбенә яңы автобус алынған.
Белем биреү технологияларының үҫешендә мәғариф учреждениеларының заманса уҡытыу йыһаздары менән тәьмин ителеше төп урынды алып тора. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә район мәктәптәренә алты миллион һумдан артыҡ аҡсаға уҡыу, уҡытыу-күргәҙмә йыһаздары ҡайтарылды.
Әлеге ваҡытта районда 28 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләп килә, уларға 1038 бала йөрөй. Район мәғариф системаһы бер гимназия, 15 урта, биш төп белем биреү, 22 башланғыс мәктәпте берләштерә. Мәктәптәрҙә 576 педагог эшләй. Уларҙың 72 проценты юғары белемле, 50 педагог әлеге көндә юғары уҡыу йорттарында белемен камиллаштыра, 90 проценты квалификацион категорияға эйә. Быйыл районда ике йәйге һауыҡтырыу, 19 көндөҙгө ял һәм хеҙмәт лагеры, барлыҡ урта мәктәптәр базаһында уҡыусылар­ҙың хеҙмәт берләшмәләре ойошторолдо. Республика бюджетынан был маҡсатҡа дүрт миллион 21 мең һум аҡса бүленгән.
– Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә әҙерлек сиктәрендә күп эш башҡарылды. Үҙгәрештәр, яңылыҡтар байтаҡ булды, ҙур күләмле төҙөлөш эштәре атҡарылды. Әле райондарҙан килергә тейешле делегациялар вәкилдәрен ҡабул итергә тулыһынса әҙербеҙ. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү, мәғариф объекттарын заманса йыһазландырыу эштәре уңышлы башҡарылды, – ти район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Хәмиҙуллин.
Беҙ барғанда, көн кискә ауышыуға ҡарамаҫтан, Яңы Балтас урта мәктәбендә эш ҡайнай ине. Яуаплылығы сикләнгән «Промспецсервис» йәмғиәте егеттәре һәм «Уралагротехсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәре эш менән мәшғүл. Эске ремонт эштәрен Ишембай ҡалаһының «МетеоритСервисстрой» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡара. Мәктәп бинаһы тулыһынса көпләнгән, барлыҡ тәҙрәләре алмаштырылған. Ремонтты ваҡытында тамамлау өсөн эшселәр бар тырышлығын һалып эшләй.

* * *

Илеш районында яңы уҡыу йылына әҙерлек-ремонт эштәре март айынан уҡ башланды. Мәктәптәр, үҙҙәренең пландарын эшләп, смета документтарын әҙерләне. Финанс сығымдар асыҡланғандан һуң БР Мәғариф министрлығына заявка бирелде.
Тыпый төп мәктәбенең түбәһен алмаштырыуға – 298 мең һум, Ҡарабаш урта мәктәбенә – 150 мең һум, Базытамаҡ урта мәктәбенә 300 мең һум аҡса бүленде. Иҫәнбай төп мәктәбендә лә күләмле эштәр башҡарылды. Балалар баҡсаһында балалар һаны аҙ булһа ла, яғыулыҡҡа сығымдар күп талап ителә. Ошоно иҫәпкә алып, мәктәптең дүрт бүлмәһенә ремонт яһалып, балалар баҡсаһы шунда күсерелде. Был эшкә бер миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ, «Роспотребнадзор» талаптарына ярашлы, мәктәптәргә 350 мең һумлыҡ ашхана йыһаздары алынды.
– Барлыҡ мәктәптәрҙә лә, балалар баҡсаларында ла ремонт эштәре уҡытыусылар, ата-әсәләр, техник хеҙмәткәр­ҙәр көсө менән башҡарыла. Шулай уҡ район ойошмаларының да ярҙамы ҙур, – ти район мәғариф бүлеге етәксеһе Рәмзә Хәмит улы Ямалов.
Үрге Йәркәйҙең 2-се урта мәктәбенә ремонт эштәренә БР Мәғариф министрлығынан 800 мең һум, муниципаль район бюджетынан 150 мең һум аҡса бүленгән. Был аҡса йылылыҡ системаһын ремонтлауға тотонола. Эште «Газ плюс» йәмғиәте эшселәре башҡара. Шулай уҡ уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр һәм ата-әсәләр ярҙамы менән ағартыу, буяу эштәре башҡарыла.
Мәғариф бүлеге етәксеһе Р. Ямаловтың әйтеүенә ҡарағанда, ремонт эштәре 15–20 августа тамамланып, уҡыусылар яңы уҡыу йылын күркәм мәктәптәрҙә ҡаршылаясаҡ.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.

Сығыу ваҡыты 14-08-2010, 15:10 | Ҡаранылар: 1540
|
  • ҮҪЕШ ҺӘМ ЫНТЫЛЫШ ЮЛЫНДА
  • Заман мәктәбе үҫеш юлында
  • Үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде
  • Мәктәптәрҙең 66 проценты әҙер
  • Форумға ныҡлы әҙерлек менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM