НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Форумға ныҡлы әҙерлек менән

Форумға ныҡлы әҙерлек менән


Бөгөн Саҡмағош һәм Бүздәк райондарында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
Уҡытыусыларҙың Республика август кәңәшмәһе быйыл 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйылғы форум «Заман мәктәбе үҫешенең инновацион юлы булараҡ «Беҙҙең яңы мәктәп» милли-мәғариф инициативаһы» девизы аҫтында үтә.
Әлеге ваҡытта республикала 4300-ҙән ашыу белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 850 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Мәғариф өлкәһе республиканың социаль-иҡтисади сәйәсәтендә һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып торҙо. Йыл һайын мәғариф системаһын үҫтереүгә бүленгән сығымдар ҙа шул хаҡта һөйләй. Һәр яңы уҡыу йылын Башҡортостандың меңәрләгән уҡыу­сыһы өр-яңы, бөтә уңайлыҡтары булған мәктәптәрҙә ҡаршылай. Айырыуса мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үткән төбәктәрҙә белем усаҡтарын төҙөкләндереүгә, мәғариф системаһын камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Бүздәк районы белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы ла туҡтауһыҙ камиллаштырыла. Быйыл мәктәптәрҙе төҙөкләндереү өсөн район бюджетынан 1366 мең һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте Х. Солтанов исемендәге мәктәпте ремонтлау өсөн 7 млн һумдан ашыу аҡса бүлгән. Август кәңәшмәһенә әҙерлек сиктәрендә район үҙәгендәге ике мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән, Шланлыкүл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлгән.
Бүздәк районының мәғариф системаһы барлығы 79 белем биреү учреждениеһын, шул иҫәптән 42 дөйөм белем биреү мәктәбен, 33 балалар баҡсаһын һәм 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһын үҙ эсенә ала. Районда «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Райондың өс мәктәбе проект сиктәрендә конкурста ҡатнашып, 1 млн һумлыҡ грантҡа эйә булды. 12 уҡытыусы Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған.
Районда белем биреүҙе информатизациялау программаһы ла уңышлы эшләй. Әлеге мәлдә 33 мәктәптә 247 компьютер урынлаштырылған, шулай уҡ уҡытыусылар һәм уҡыусылар принтерҙар, мультимедиапроекторҙар, интерактив таҡталар менән ҡуллана. Район үҙәгендәге 1-се һәм 2-се мәктәптәр, Ғафури, Сабай ауылы мәктәптәре информацион технологияларҙы ҡулланыу өлкәһендә терәк майҙаны булып тора. Ғафури урта дөйөм белем биреү мәктәбендә мәктәп телевидениеһы эшләй.
Райондың белем усаҡтарында һәләтле балалар менән маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Олимпиадалар, ғилми конференциялар, турнирҙар, конкурстар, фестивалдәр, күргәҙмәләр ойошторола. Уҡыусылар «Киләсәк интеллекты», «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы» кеүек Рәсәй кимәлендә ойошторолған ижади проекттарҙа, «Һәләтле балалар» форумында, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. «Урал батыр» сәсәндәр бәйгеһендә лә, «Киләсәккә бер аҙым» тип аталған республика техник олимпиадаһында ла йыл һайын ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
Районда уҡыусыларҙың ғилми йәмғиәте булдырыл­ған. Ғилми-тикшеренеү эше менән мауығыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар район, республика кимәлендә ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай, конкурс­тарҙа еңеү яулай. Быйылғы уҡыу йылында ғына Денис Динов, Ленар Яҡупов, Ләйсән Мусина уҡыусылар­ҙың Кесе фәндәр академияһы ойошторған республика ғилми проекттар конкурсында финалға сыҡҡан.
Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Әлеге көндә районда 63 бала – опекунлыҡҡа, 21 бала аҫрауға алынған, тағы ла 23 бала патронат ғаиләлә тәрбиәләнә. Бүздәк балалар йортонда 38 бала тәрбиәләнә.
Бүздәк районының мәғариф системаһы көн талаптарына ярашлы үҫешә һәм камиллаша, бында уҡыусылар­ға белем һәм тәрбиә алыу, һәләттәрен үҫтереү, һәр яҡтан камил, сәләмәт йәштәр булып үҫеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә булдырылған, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Сығыу ваҡыты 14-08-2010, 15:09 | Ҡаранылар: 2141
|
  • Башланғыс синыф уҡытыусылары, һеҙ ҡайҙа?
  • Уҡыу йылын тулы әҙерлек менән
  • ҮҪЕШ ҺӘМ ЫНТЫЛЫШ ЮЛЫНДА
  • Заман мәктәбе үҫеш юлында
  • Киләсәк быуынды хәстәрләп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM