RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!

05.02.2013 Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!

Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Күк шыршылар, алма баҡсаһы менән уратып алынған был күркәм йорт баш ҡалаға йәм биреп тора. Яҡында ғына шаян тейендәр, йырсы ҡоштары моң түккән ҡуйы урман. Унда килеп инеү менән үҙенә тартып торған тылсымлы музыка донъяһына сумаһың. Был серле моң батшалығы − Ғәзиз Әлмөхәмә­тов исемендәге республика гимназияһы.
Илаһи моң донъяһына әйҙәнең, күпме талантлы балаға ҡанат ҡуйҙың һиң, ҡәҙерле гимназиябыҙ! Үҙеңдең үткән юлың да бай тарихлы һәм ҡыҙыҡлы бит. Баш ҡалабыҙ Өфөлә балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереүсе мәктәп тәүге уҡыусыларын аталары һуғышта һәләк булған 17 етем малайҙы 1943 йылдың февралендә ҡабул итә. СССР-ҙың ҡораллы Көстәре Баш командующийы бойороғо менән, хәрби ор­кестр­­ҙарға музыканттар тәрбиәләү мәктәбе булараҡ эш башлай. 1954 йылда ҡыҙҙарҙы ла уҡырға алалар. 1956 йылда белем усағы Мәғариф министрлығы ҡарамағына күсерелә. 1991 йылда мәктәпкә − гимназия статусы, 1994 йылда күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме бирелә. Ошо йылдар арауығында мәктәптә тәүге музыкаль белем алып сығыусылар бөгөн ҡайҙа ғына эшләмәй. Улар араһында композитор Нур Дауытов, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталов, Башҡортостан Республикаһы Гимны авторы Фәрит Иҙрисов, йырсы Радик Динәхмәтов, ҡазан консерваторияһы профессоры Ш. Низаметдинов, Гол­ландия дәүләт симфоник оркестры дирижеры А. Вакульский, профессор З. Хәмәтдинов кеүек билдәле шәхестәр ҙә бар.
Беҙ шулай уҡ элекке уҡыусыларыбыҙ – Совет Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты оркестры хеҙмәте начальнигы, генерал-майор Н. Ми­хайлов, Мәскәү консерваторияһы ҡарама­ғындағы хәрби дирижерлыҡ факультеты уҡытыусыһы Р. Магалимов, композитор Г. Струве, билдәле йырсы Хәлимә Ғәббәсова, Б. Аб­дул­лин, йәш йырсылар Фәриҙә Ғаззалова, Са­лауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамаҙанов, Айнур Мансуров менән ғорурланабыҙ.
Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
− Һәр балала ниндәйҙер кимәлдә талант бар. Тик шуны ваҡытында күрә белеп, артабан юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, төплө белемле, уҡыуҙарын һуңынан юғары уҡыу йорттарында дауам итерлек шәхестәр тәрбиәләү − беҙҙең бурысыбыҙ, − ти Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернат директоры Эльмира Рафаил ҡыҙы Сафина.
Гимназияла тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары, фортепиано, халыҡ музыка ҡоралдары, вокал, хор һәм дирижерлыҡ, музыка теорияһы, ҡыллы ҡоралдар бүлектәре бар. Уҡыу йортоноң ғорурлығы − ҙур тынлы оркестр (художество етәксеһе – Фәнзир Ниғмәтйәнов) менән барабансы гусарҙар төркөмө.
Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Балаларҙа башҡорт халҡының сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүҙә, милли рух үҫтереүҙә ҡурай класының (етәксеһе Нурғәле Байрам­ғолов), халыҡ музыка ҡоралдары бүлегенең дә роле ҙур.
Уҡыу йортонда төп иғтибар балаларҙың музыкаль һәләтенә йүнәлтелһә лә, гуманитар, теүәл фәндәргә лә талап ҙур. Уҡыуы ауыр, ләкин ҡыҙыҡ.
Белем усағының тағы бер үҙенсәлеге: бында, башлыса, ауыл еренән уҡыусылар ҡабул ителә. Был изге эштең төп маҡсаты − һәләтле, талантлы ауыл балаларын табып, уларға белем биреү, рухи яҡтан үҫтереү.
Бында буласаҡ журналис­тар, әҙәбиәт уҡытыусылары, хоҡуҡ белгестәре лә тәрбиәләнә. «ҡурай» исемле гәзит сығарыла. Унда уҡыусылар ҡәләмдәрен һынап ҡарай.
Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Гимназияла уҡыусылар театр, халыҡ уйын ҡоралдары, бейеү, ҡурайсылар түңәрәктәрендә, джаз оркестрында үҙ һәләтен үҫтерә. ҡунаҡтар ҙа күп була: яҙыу­сылар, шағирҙар, артистар менән осрашыуҙарҙы һәр саҡ көтөп алалар. Туған телде лә яратып өйрәнәләр. Уҡыусылар республика ки­мәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиада, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ла теләп ҡатнаша, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, «Йосопов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһында Заһир Зәйнетдинов гран-при алһа, «Серле ғәрәп донъяһы» республика ижади эштәр конкурсында Заһит Сөләй­мәнов, Айзилә Мусина, Луиза Ибраһимова, Заһиҙә Шакированан торған мәктәп командаһы шулай уҡ гран-приға лайыҡ булды.
Барлыҡ өлгәшелгән уңыштар нигеҙендә, әлбиттә, уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең тырыш хеҙмәте, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысҡа яуап­лы ҡарашы ята. Әнисә Вәлиәхмәтова, Зәлиә Әхмәтйәнова, Татьяна Окулова, Мин­зилә Юнысова, Әлфиә Мағашева, Людмила Егорова, Галина Захлебина, Гөлбүләк Ғәлләмова, Зилә Сәғәҙуллина кеүек оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ, Наталья Королева, Әлфиә Фәйзуллина, Гөлнара Ғарипова үҙҙәрен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан. Улар етәкселегендә мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлгә ҡуйыл­ған. Ә тәрбиәселәр Татьяна Әбделмәнова, Мәҙинә Ноғоманова, Рима Моратова, Гөлсиә Үзбә­кова, Зәкиә ҡыуатова, Ин­на Пурлова, Марина Әсә­ҙуллина нисә йыл инде балалар ваҡытында аша­һын, йыуынһын, дәрескә йөрөһөн, ял итһен, йоҡлаһын тип көс түгә.
Моңға һөйөү мәңге һүнмәҫ!
Ә уҡыусылар бындағы тормоштан, алған белемдәренән ҡәнәғәт − ХI «Б» класы уҡыусыһы Миләүшә Сәләмова: «Әлшәй райо­нының ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан килдем. Кларнет класында шөғөлләнәм. Гимназия һәр яҡлап төплө белем бирә, үҙ аллы тормошҡа әҙерләй», − тиһә, Алина Ғүмәрова үҙен киләсәктә йырсы итеп күрә. Уҡытыусыһы Алла Била­лова ярҙамында йырлау серҙәренә төшөнә. VI «Б» кластың уҡыу алдынғыһы Юлиә Шәйхетдинова фортепианола уйнай, башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Булат Рафиҡовтың әҫәрҙәренә ғашиҡ. Ә класташы Байегет Мөхәрләмов театр түңәрәгенә йөрөй, КВН-дарҙа әүҙем ҡатнаша, «Театраль Волга буйы» фестивалендә балаларҙан торған жюри ағзаһы булған. Хатта былтыр Мәскәүҙә Кремлдә үткән шыршы байрамына барыу бәхетенә ирешкән.
IX «А» класы уҡыусыһы Хәйҙәр Хәмиҙуллин да киләсәккә уй-хыялдары менән ихлас уртаҡлашты. Маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш егет оҫта ҡурайсы икән. Күптән түгел ҡазанда үткән «Этномириада» халыҡ йолаларын һаҡлаусы фестиваль-конкурсында махсус приз менән бүләкләнгән.
Бына шундай уй-теләктәр менән йәшәй гимназистар һәм хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн тырышып белем ала, музыка серҙәренә төшөнә.

Әйткәндәй

Гимназия ойошторолоуға 70 йыл тулыу айҡанлы 7 февралдә баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк кисәгә төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусылар­ҙы, ҡасандыр унда эшләп киткән хөрмәтле уҡытыусыларҙы, ғөмүмән, барлыҡ ҡунаҡтар­ҙы көтөп ҡалабыҙ.

Айзилә МУСИНА,
гимназия уҡыусыһы, йәш хәбәрсе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!