RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәрҡиәт белгесе булырға теләһәгеҙ, БДУ-ға килегеҙ

13.07.2012 Шәрҡиәт белгесе булырға теләһәгеҙ, БДУ-ға килегеҙ

Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының ҡабул итеү комиссияһында әле бик ҡыҙыу эш бара.
Журналистика бүлегенә документтар ҡабул итеү 5 июлдә тамамланды. Рус теленән, рус әҙәбиәтенән берҙәм дәүләт имтихандары буйынса уларҙың рейтингылары әҙер, был мәғлүмәттәр барыһы ла БДУ-ның рәсми сайтына ҡуйылған. Был бүлектә конкурс бик ҙур: бер урынға 16 кеше дәғүә итә. 21 июлдә улар ижади иншала көстәрен һынаясаҡ, һәм тап инша һөҙөмтәләре уларҙың яҙмышын хәл итәсәк.
Берҙәм дәүләт имтихандарын БДУ-ла тапшырыусыларҙың һынауҙары бара. Билдәле булыуынса, 2009, 2010, 2011 йылдарҙа урта (дөйөм) һәм урта профессиональ белем алыусылар был имтихандарҙы яңынан бирә, йә өҫтәп тапшыра ала.
Мәктәпте 2009 йылға тиклем тамамлағандарҙың, педколледж­дарҙан һуң килеүселәрҙең 12 июлдә тәүге имтихандары башланды. Улар рус теленән изложение яҙҙы.
Филология, шәрҡиәт һәм африканистика йүнәлештәренә бөтә дисциплиналарҙан да берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса килеүселәрҙән документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Шәрҡиәт һәм африканистика йүнәлешен һайлаусылар рус теле, тарих һәм географиянан БДИ һөҙөмтәләре буйынса конкурста ҡатнаша. Был беҙҙә яңы йүнәлеш, асылыуына икенсе йыл, һәм конкурс та яҡшы ғына: әлеге мәлдә унда бер урынға өс кеше дәғүә итә.
Филология йүнәлешенә килергә теләүселәрҙең иғтибарын шуға йүнәлтке килә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр профилдәренә рус теленән, рус әҙәбиәтенән, башҡорт теленән БДИ һөҙөмтәләре ҡабул ителә. Башҡорт-сит телдәр төркөмөнә инглиз теленән БДИ кәрәк. Башҡорт теленән берҙәм региональ имтихандар булмаһа, абитуриенттар БДУ-ла тест эшләй ала. Бындай абитуриенттарҙан 23 июлгә тиклем документтар ҡабул итәбеҙ.

Рәмилә ХӨСНӨТДИНОВА,
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика
факультетының ҡабул итеү комиссияһы рәйесе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!