RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?

20.09.2011 Кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?

Кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?
Нефтекама ҡалаһында үткән «Берҙәм Рәсәй» көндәрендә партия тәҡдим иткән биш яңы проектҡа старт бирелде. Улар халыҡтың социаль хәлен яҡшыртыуға, уҡытыусылар­ҙың эш хаҡын күтәреүгә, медицина ярҙамын тиҙләтеүгә йүнәлтелгән. «Мәғарифты модернизациялау» проектының республика буйынса координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова журналистар менән осрашып, «Берҙәм Рәсәй» тәҡдим иткән яңы проекттар менән таныштырып үтте.
Иң беренсе сиратта ул уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелгән проектҡа туҡталды. Билдәле булыуынса, уҡытыусылар октябрҙән юғары эш хаҡы ала башларға тейеш. Ниндәй иҫәпкә, ни рәүешле күтәреләсәк һуң ул?
Йыл һайын Рәсәй төбәктәре белем биреү учреждениеларына 620 млрд һум аҡса тотона, шуның 560 миллиарды – уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә, 60 миллиарды белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын күтәреүгә йүнәлтелә. «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидеры, РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, 2011 йылдың 4 апрелендә Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуҙы үҙҙәренең өҫтөнә алып, ә уға тигән аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтеү тәҡдиме менән сыға. Проект ике уҡыу йылына иҫәпләнгән. Дөйөм алғанда, федераль үҙәк 120 млрд һум аҡса бүлергә ниәтләй: 2011 йылда − 20 млрд һум, 2012 йылда – 60 млрд һәм 2013 йылда 40 млрд һум. Әлеге көндә проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикабыҙға 712 млн һум аҡса күскән дә инде. Улар мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу­ға, балаларҙы йөрөтөү өсөн автобустар һатып алыу­ға, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтеләсәк.
– Был идея яңғыраған ваҡытта күптәр уның тормошҡа ашырына ышанмағайны, әммә беҙ бөгөн уның нисек эшләй башлауына шаһитбыҙ. Иң мөһиме – ваҡытында килешеү төҙөп, хоҡуҡи-норматив акттарға ҡул ҡуйып өлгөрҙөк, әле иһә республика бюджетына төҙәтмәләр индерелә, – тине Лилиә Ғүмәрова.
Уҡытыусыларҙың эш хаҡы иҡтисадтағынан (2010 йылда республикала 18037 һум) кәм булмаҫҡа тейеш, тигән ниәттән сығып, уларҙың хеҙмәтенә түләүҙе күтәреү тураһында ҡарар ителә. тәшкил иткән. Уҡытыусыларҙың эш хаҡына килгәндә, әлеге көндә ул 12900 һумға тиң булһа, 2011 йылдың сентябренән 16459 һум булырға тейеш.
Бөтә уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең дә эш хаҡы артасаҡмы һуң?
– Яңы проект дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡытыусыһына йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта һәр төбәк, мөмкинлектәренә ҡарап, мәсьәләне үҙенсә хәл итә ала. Белеүегеҙсә, республика Прези­денты Рөстәм Зәки улы үҙенең тәүге указдарының береһе менән балалар баҡсалары тәрбиәселәренең эш хаҡын күтәргәйне. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең быйылғы август кәңәшмәһендә ул, киләсәктә лә был йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ, тигәйне. Шуға күрә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе лә хәл ителер, тип уйлайым, – тип яуап бирҙе был һорауға Лилиә Салауат ҡыҙы.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим иткән икенсе проект «Уҡытыусылар йорто» тип атала. Бында һүҙ уҡытыу­сыларға кооперативтар аша арзан хаҡҡа йорт төҙөтөү тураһында бара. Уның буйынса ер бүлеү һәм инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеүҙе һәр төбәк үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Был осраҡта торлаҡ хаҡы ла ҡиммәт булмаясаҡ. Ә инде йәш уҡытыу­сылар­ҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн «Йәштәр өсөн ипотека» тигән проект тормошҡа ашырыласаҡ. Әлеге ваҡытта банкылар 13 – 14 процент менән йәштәргә ипотека кредиты тәҡдим итһә, был проект буйынса уны 8 – 8,5 процент­ҡа тиклем төшөрөү күҙаллана.
Хәҙер йәштәрҙең ауылға эшкә барырға ынтылмауы бер кемгә лә сер түгел. Бигерәк тә ауылдарҙа табиптарҙың етешмәүе ҙур проблема булып тора. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн партия, медицина учреждениеһын тамамлап, ауылға эшкә ҡайтыу­сы йәш белгескә 1 млн һум аҡса вәғәҙә итә. Лилиә Ғүмәрова фекеренсә, ул бөтә күңелен биреп ауылда эшләй торған юғары квалификациялы белгес булырға тейеш, сөнки һүҙ бик ҙур сумма хаҡында бара һәм уны алған кеше эше менән үҙенә күрһәтелгән ышанысты аҡлар­ға бурыслы.
Партия тәҡдим иткән барлыҡ проекттар ҙа иң мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән булыуы менән әһәмиәтле. «Тигеҙ мөмкинлектәр» тип аталған киләһе проект, мәҫәлән, инвалидтарҙың хәлен еңеләйтеүгә, атап әйткәндә, уларҙы инвалид коляскаһы, протездар һәм реабилитациялауҙың башҡа техник саралары менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Тағы бер мөһим проект юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡағыла. Быйыл беҙҙә 146 балаға юғары технологиялы операция эшләнергә тейеш. 2012 йылда иһә 700-ҙән ашыу балаға ошондай операция талап ителә. Был һандар балалар буйынса ғына килтерелгән, ә ололарҙы ла иҫәпкә алғанда, күпме кеше бөгөн операция өсөн сиратта тора? Яңы проект ошо сираттарҙы кәметеү өсөн дауаханаларҙы тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота ла инде.
Лилиә Салауат ҡыҙы һөйләшеү һуңында мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу мәсьәләһенә лә ҡағылып үтте. Һуңғы өс йыл эсендә мәғарифта һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү өсөн республикала 623 мәктәп үҙгәртеп ҡоролған һәм 358 мәктәп ябылған, 20 меңгә яҡын мәғариф хеҙмәткәре ҡыҫҡартыуға эләккән, шул иҫәптән 7 меңгә яҡын уҡытыусы эшһеҙ ҡалған.
– Әммә шул уҡ ваҡытта ул ниндәй­ҙер киҫкен үҫешкә килтерҙе тип әйтә алмайбыҙ. Ысынлап та, ҡулайлаштырыуҙың бик урынлы ҡулланылған урындары ла бар, шул уҡ ваҡытта килешеп бөтмәгән ерҙәре лә. Бигерәк тә балалар һанының әҙ булыуы арҡаһында мәктәптәрҙең ябылыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ уята. Һөҙөмтәһеҙ сығымдар тураһында һүҙ йөрөткәндә төбәктең үҙенсәлектәре, демографик хәл иҫәпкә алынырға тейеш. Беҙҙәге кеүек мәктәптәрҙең 80 проценты ауыл ерендә урынлаш­ҡан төбәктәр өсөн, тәбиғи, ул тура килеп етмәй, – тине ул һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың август кәңәшмәһендәге сығышына туҡталды. Белеүебеҙсә, Президент ҡала мәктәптәрендә һәр синыфта балалар һаны − 15-тән, ауыл мәктәптәрендә 8-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш, тигән инициатива менән сығыш яһағайны. Лилиә Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, РФ мәғариф һәм фән министры, «Мәғарифты модернизациялау» проектының координаторы Николай Булаев менән һөйләшеүҙәр булған, Президенттың фекере уларға еткерелгән. Киләсәктә иһә ниндәйҙер беҙгә ҡулай үҙгәрештәр булыр тип өмөтләнергә генә ҡала.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!